6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Юстиция комиссары ни өсөн үҙ - үҙен юҡ итә
10.11.06


       Өфөнө аҡтарҙан азат иткәндән һуң, 1919 йылдың ғинуарында,
       Виктор Дмитриевич Галанов губернаның юстиция комиссары
       итеп тәғәйенләнә. Уны осраҡлы рәүештә генә һайламайҙар. Губревком юстиция булдырмай тороп яңы дәүләт төҙөү мөмкин булмауын аңлай. Һәм ҙур тормош мәктәбе үткән Галановты ла яҡшы белә.
       Виктор Дмитриевич Галанов 1878 йылдың 10 ноябрендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙенең Яңы Спасский ауылында донъяға
       килә. 80 - се йылдар аҙағында уның ата - әсәһе Бөрөгә күсә. Виктор өйәҙ мәктәбендә, артабан Өфө гимназияһында белем ала.
       Бөрө был ваҡытта һөргөнгә ебәреү урыны һанала. Унда Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан килгән революционерҙар көн күрә. Каникулға Бөрөгә ҡайтҡан үҫмерҙең донъяға ҡарашы формалашыуында ла улар ҙур роль уйнай.
       1901 йылда Өфө гимназияһын тамамлағас, Галанов Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә. Уҡыу осоронда революцион эшмәкәрлек алып бара, социал - демократтар түңәрәгендә шөғөлләнә, марксизмға ҡағылышлы
       әҙәбиәт тарата. 1904 йылдың мартынан башлап В. Д. Галанов - Рәсәй социал - демократик эшселәр партияһы ағзаһы.
       1905 йыл етә. Революция ваҡытында Галанов Көньяҡ Урал заводтарында агитация эше алып бара. Өфө РСДРП комитетының х әрби дружина агитаторы булып таныла. 1905 - 1907 йылдарҙағы революцияла ҡатнашыусыларҙың береһе был хаҡта түбәндәгеләрҙе хәтерләй:
       "Тәүге октябрь фетнәһенән һуң Өфөлә ҡорал һәм эшселәрҙе ҡоралландырыу мәсьәләһе киҫкенләште. Милиция ойошторолдо... Дружина түңәрәктәрендә Лука, Назар, Арцыбушев, Галанов һәм
       башҡалар Комитет пропагандасылары булараҡ сығыш яһаны..."
       1906 - 1907 йылдарҙа революция баҫтырылғандан һуң, Өфөнөң
       РСДРП комитеты ҡушыуы буйынса Галанов эшселәр араһында була, партия сәйәсәтен һәм лозунгыларын аңлатыу эше үткәрә. Бер аҙ ваҡытҡа Виктор Дмитриевичтың эш урыны Бөрөгә күсә. Һәм 1908 йылдың 30 октябрендағы жандарм хәбәрҙәрендә ул тағы ла "тыныслыҡты боҙоусылар" исемлегендә телгә алына.
       Уны ҡулға алалар, Өфө төрмәһендә һигеҙ ай тотҡандан һуң,
       Архангельский губернаһына ике йылға һөргөнгә оҙаталар.
       1912 йылда һөргөндән ҡайтҡас, Виктор Дмитриевич Мәсәғүттә , артабан Көньяҡ Урал заводтарында эшләй. Сим заводы эшселәре уны айырыуса яҡшы белә. Улар Галановты 1917 йылдың июлендә үткән Икенсе Өфө губернаһының большевиктар ко нференцияһына делегат итеп һайлай.
       Өфөлө революцияның еңеүен яҡынайтыу өсөн күп эш башҡара. 1922 йылда Бөтә Рәсәй РКП (б) ағзаларының иҫәбен алыу анкетаһында уның тураһында түбәндәгеләр яҙыла: "Иҡтисади стачкаларҙа 6 тапҡыр, урамдағы сәйәси демонстрацияларҙа - 40 , студент күтәрелештәрендә - 20, легаль булмаған митингыларҙ а - 30, маевкаларҙа - 9, ҡораллы күтәрелештә 1 тапҡыр ҡатнаш ҡан". "1" - ул Октябрь революцияһы...
       1917 йылдың декабрендә В. Д. Галанов Өфө губернаһының башҡарма комитеты ағзаһы сифатында Совет власы органдарын бу лдырыу һәм нығытыуҙа ҡатнаша. Губернала юстиция комиссары урынбаҫары булараҡ крайҙа суд эшмәкәрлегенең
       совет системаһын ойоштора. Башҡортостанда Граждандар һуғышы ҡыҙа. Ойоштороу тәжрибәһе бай булған, юғары белемле ю ристы Мәскәүгә, Эске эштәр наркоматына консультант вазифаһына, артабан Халыҡ хужалығының юғары советына саҡырталар.
       1919 йылдың июлендә, Башҡортостан территорияһы аҡгвардеецтарҙан азат ителгәс, ВСНХ Галановты губерна
       совнархозын ойоштороу өсөн Өфөгә оҙата. Ул башҡа бик күп яуаплы эштәр ҙә башҡара. Ревком рәйесе урынбаҫары, губисполком рәйесе урынбаҫары, эске һаҡ ғәскәрҙәренең хәрби трибунал рәйесе урынбаҫары ВКП (б) - ның Башҡорт обкомында Истпарт мөдире вазифаһында эшләй.
       Һуңғы вазифаһында Виктор Дмитриевичтың яңы, бик әһәмиәтле һыҙаты асыҡлана. Ул Башҡортостанда революцион хәрәкәт һәм Граждандар һуғышының тарихын өйрәнеү һәм материалдар туплауға күп көс һала. 30 - сы йылдарҙа сыҡҡан к үп кенә баҫмаларҙа уның Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы проблемалары буйынса сығанаҡ базаһы булдырыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған мәҡәләләре һәм иҫтәлектәре яҙылған.
       1937 йылдың 25 ғинуарында Владимир Дмитриевич үҙ - үҙенә
       ҡул һала, атылып үлә. Ни өсөн
       Ул ваҡытта килеп тыуған хәлде хәтергә төшөрәйек.
       1937 йылдың октябрендә Өфөгә Партияның үҙәк комитеты секретары, "халыҡ дошмандарына" ҡаршы репрессиялар
       ойоштороусыларҙың береһе Андрей Жданов килә. Ул үткәргән пленумда бик күп намыҫлы партия һәм совет хеҙмәткәрҙәренә ғәйепләү белдерелә. Пленумдан һуң 274 кеше ҡулға алына.
       Юрист булараҡ Галанов закондарҙың ҡот осҡос рәүештә боҙолоуын аңлай, әммә бер нимәне лә үҙгәртә алмай. Уның үҙен
       дә һәр бер минутта "халыҡ дошманы" тип иғлан итеп, ҡулға алыуары ихтимал була. Шуға күрә ул ошо юлды һайлағандыр, күрәһең.
       1957 йылдың ноябрендә Өфөнөң Ленин районындағы
       урамдарҙың береһенә Галанов исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал