6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Рәссам яратҡан ханым
10.11.06


       Хыял тормошҡа ашһын өсөн йондоҙҙар һанауҙан туҡтап, алға табан бер аҙым яһарға кәрәк. Һәм был мәлдә һеҙгә нисә йәш булыуы мөһим түгел, 17 - лә, 70 - тә булыуы мөмкин.
       Рәссам, график Альберт Ҡоҙаяров ошо формуланы үтәй һәм бөгөн уның хаҡында ҙур ышаныс менән үҙ эшенең оҫтаһы, тип әйтергә мөмкин. Бала саҡ хыялы - профессиональ рәссам булыу - уға тынғы бирмәй. Һәм ул 47 йәшендә студент эскәмйәһенә ултырырға баҙнат итә һәм Мәскәүҙәге художество - сәнәғәт училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, Һамар педагогика университетының һынлы сәнғәт бүлегендә ижад серҙәренә төшөнә. Һәм күргәҙмәһен асыуҙа рәссамдың уҡытыусылары ла ҡатнашыуы уның был уҡыу йортонда үҙен талантлы студент итеп күрһәтеүе тураһында һөйләй: улар Өфөгә
       килеп, сығарылыусыларын яңы ижади ҡаҙаныштары менән ҡотлау өсөн бер ҙә ваҡытын йәлләмәй.
       Лак миниатюраһынан Альбер Ҡоҙаяров, ижади киңлеген арттыра барып, акварелгә күсә.
       - Уның акварель менән ауырыуы һиҙелә, - тине сәнғәт байрамында шулай уҡ Акварель ханымға ғашиҡ Александр Масленников, Башҡорт дәүләт педагогия университеты кафедраһы доценты. - Ысынлап та, Акварель исемле ханым һине ҡосағына алһа, унан ысҡыныу мөмкин түгел.
       Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһындағы ике
       залда рәссамдың эштәре үҙәренең эске йылылығы һәм яҡтылығы менән йәлеп итә. Тәүге залда яҡты тондарҙа төшөрөлгән, икенсеһендә - ҡараңғыраҡ тонда һүрәтләнгән эштәр урын алған.
       Рәссам үҙенең геройҙарын һайламай. Бында танырға мөмкин булған кешеләр ҙә, авторға онотолмаҫ аралашыу минуттары бүләк иткән билдәһеҙ ябай кешеләр ҙә бар. Уларға ҡарағы, холоҡтарын төшөнгө килә... Артабан йәйге баҡса буйлап үтеү, ауыл тормошоноң тынлығына ғәжәпләнеп бағыу, йорттарҙан килгән үҙенсәлекле энергетиканы тойоу теләге тыуа. Уларға ин еп тормоштоң мәғәнәһе тураһында уйланырға мөмкин булыр ине.. .
       Авторҙың ижади кредоһы - классика мираҫы һәм Рәсәйҙең акварель оҫталарының йолаларына нигеҙләнгән ныҡлы һәм
       сәләмәт реализм.
       Альберт Ҡоҙаяровтың баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес бай
       аквареле тынысландыра һәм йылылығы менән үҙенә ылыҡтыра. Рә ссам үҙ тойғоларын тамашасыға еткерә һәм шатлыҡ бүләк итә... Һәр бер кешенең төп хыялы ошо түгелме ни Аллаға яҡын булыусыларҙың хыялы айырыуса матур булып тормошҡа аша,
       килешегеҙ...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал