6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Иҫтәлеккә бүләк
10.11.06


       Сит илдән иҫтәлек өсөн һеҙ ғәҙәттә нимә алып ҡайтаһығыҙ Дөрөҫ, сувенирҙар! Милли колоритта эшләнгән матур әйберҙәр сәфәрегеҙҙе тағы ла оҙаҡ ваҡыт хәтергә төшөрөп торасаҡ. Унан
       дуҫтарығыҙға, яҡындарығыҙға һәм хеҙмәттәштәрегеҙгә ҙур булмаған бүләктәр алып ҡайтһағыҙ ҙа хаталанмаҫһығыҙ. Һәр төбәктең сувенирҙарына ниндәйҙер үҙенсәлек хас булыуы бүләктәрҙең актуаллегенә булышлыҡ итәсәк. Был төрлө һындар, урындағы иҫтәлекле урындарҙың фотолары, милли эсемлектәр, ҡабырсаҡтар, мәрйен - беләҙектәр, уйынсыҡтар һ. б. булыуы мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла аҡса янсығының ҡалынлығынан тора.
       Сит ил кешеләре Башҡортостандан иҫтәлеккә нимә алып ҡайтыуҙы хуп күрә Продукттарҙан - башҡорт балы, ыуылдырыҡ, бәлзәмдәр, элиталы араҡы, башҡорт халҡының милли кәрәк - яраҡ әйберҙәренән - һуғылған балаҫтар, һырлап эшләнгән ҡумталар, тәрилкәләр, сигелгән панно, кейем - һалымдан - шәлдәр, сәйлән ҡушып сигелгән түбәтәйҙәр, еләндәр, ҡиммәтле тире менән ҡаймалап эшләнгән бүректәр, төрлө биҙәүестәр, баҫма продукциянан - аяттар, Ҡөрьән китабы, китаптар, буклеттар, календарҙар һ. б.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын билдәләү алдынан сауҙа һәм социаль өлкә предприятиеларында сувенирҙар һәм бүләк продукцияһын һатыуҙы ойоштороу айырыуса көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был аңлашыла ла, юбилейҙа VIP - ҡунаҡтарҙың ғына ла меңдән ашыу булыуы көтөлә! Һәм, изге йола буйынса, Башҡортостандың бөтә ҡунаҡтары ла халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын һүрәтләүсе сувенирҙарға эйә буласаҡ.
       Ошо көндәрҙә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында үткән кәңәшмәлә был эште нисек итеп һөҙөмтәлерәк ойоштороу, етештереүсе предприятиеларҙа, сауҙа ойошмаларында, ҡунаҡхана бизнесында, шулай уҡ халыҡ күп йыйылған урындарҙа ( вокзалдар, аэропорт, театрҙар, сауҙа - күңел асыу комплекстары һ. б.) барлыҡҡа килеүе ихтимал булға н проблемалар тикшерелде.
       Сығыш яһаусылар юбилейға әҙерлектең йылдам барыуы тураһында һөйләне. Республиканың күп кенә предприятиелары юбилей эмблемаһы төшөрөлгән продукция етештерә башлаған. Мәҫәлән, "Башспирт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте китап формаһында эшләнгән сувенир бәлзәм сығарыуҙы үҙләштергән - " ике томлыҡ" ҡап эсенә ике ҙур булмаған бәлзәм шешәһе һыя.
       Шулай уҡ ул "1556 - 2006" тип яҙылған ҙур "китап" та етеште рә
       башлаған ( уның эсендә 0, 75 һәм 0, 5 литр күләмендәге ике шешә урын ала). "Теастан" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте юбилейға
       арнап махсус рәүештә ҡарама ағасынан эшләнгән эксклюзив ҡумталарҙа элиталы сәйҙең сувенир наборҙарын сығара, уның ҡапҡасында юбилей эмблемаһы төшөрөлгән. "Ағиҙел" дәүләт унитар предприятиеһы сувенир һәм бүләк продукцияһы ассортиментын 70 - кә еткергән, бынан тыш ул башҡорт тирмәләренең яңы өлгөләрен дә әҙерләгән.
       Әйткәндәй, тирмәләр тураһында. Өфөнөң "Евро - дизайн" фирмаһы сувенир продукцияһын һатыу өсөн киоскыларҙың бер нисә вариантын тәҡдим итә. Мәҫәлән, ул ҡала урамдарында дөйөм майҙаны ни бары алты квадрат метр тәшкил иткән, милли символика элементтары менән биҙәлгән ( Башҡортостан флагы төҫтәре йәки ҡурай сәскәһе) быяла йәки пластик киоскылар ҡуйырға тәҡдим итә. Уларҙа сувенир продукцияһы ғына түгел, милли аш - һыу ( ваҡ бәлештәр, гөбәҙиә, ҡыҫтыбый һ.б.) ҙа һа тып алырға мөмкин буласаҡ.
       Байтаҡ эш башҡарылыуына ҡарамаҫтан, проблемалар ҙа юҡ түгел. Етештереүселәр сауҙа ойошмаларының сығарылған сувенир продукцияһының барыһын да алмауына, улары, үҙ сиратында, ассортименттың ярлылығына зарлана. Әлегә тауар етештереүселәр үҙ продукцияларында юбилей эмблемаһын аҙ файҙалана. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Валерий Вәлиәхмәтовтың фекеренсә, продукция ҡаптары, этикеткалар сағыу төҫтәре, милли эмблемалары менән һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп и тергә тейеш.
       Баҫма продукцияға килгәндә, эштәр яҡшыраҡ тора. Планлаштырылған әйберҙәрҙең барыһы ла һатыуға сығарылған
       да инде.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал