6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йыйылған уңышты - торбаға!
09.11.06


       Эйе - эйе, ғәжәпләнмәгеҙ. Нәҡ торбаға. Нимә өсөн Тәмлерә к
       булһын өсөн! Аңлашылмаймы Әйҙәгеҙ, улайһа ентекләберәк һөйләшәйек.
       Һәр халыҡтың үҙ йолалары, байрамдары, ғөрөф - ғәҙәттәре б ар. Уларҙың күптәре йәй тамамланыуы, уңышты йыйып алыу,
       ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеүгә бәйле. Республикала йәшәп килеүсе байтаҡ милли йолаларҙы белгән кеүек булһам да, Тәтешлелә
       уларҙың тағы береһенә тап булдым.
       Тәтешле районының Әрибаш ауылында ҙур һәм татыу ғаилә йәшәй: Роза һәм Фидаил Мәрғәмовтар бөгөн 14 - се балаларын тәрбиәләй. Уларҙың серен дә асайым инде: үҙ балалары бишәү, ҡалғандары - республиканың балалар йорттарынан алынған. Йортта тотош бер балалар баҡсаһын тәрбиәләүе ауырмы Төрлө й әштәге шау - гөр килгән балаларҙы һәм уларҙың тыныс, йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыған ата - әсәләрен күргәс, был һора у үҙенән - үҙе онотолдо. Район хакимиәте уларға тиҙ арала ҙу р, яҡты йорт бөтөрөп сығырға ярҙам итә, ә бына уны таҙалыҡта
       тотоу, ерҙе эшкәртеп, малдарҙы ҡарап өлгөрөү - ғаилә ағзаларының эше. Һәм, әлбиттә, бында һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Йорт ихатаһындағы иркен беседка атай ҡулдары менән төҙөлгән, тышта ямғыр ҡойғанда ла унда малайҙар рәхәтләнеп машиналары менән уйнай. Иң кескәйҙәрҙең яратҡан урыны - өйҙәге күңелле таусыҡтың да, бәләкәстәр аңғармаҫтан сығып китә алмаһын өсөн зал һәм алғы бүлмә араһында эшләнгән бәләкәй ҡапҡаның да "авторы" - атай кеше. Ә һый тулы өҫтәлд ә үҙенсәлекле формала эшләнгән, ҡыҙарып бешкән ҡаластар иғтибарҙы йәлеп итә. "Быны өлкән ҡыҙым бешерҙе!" - тип ғорурлыҡ менән белдерә Роза.
       Был ғаиләнең үҙ йолалары ла етерлек. Мәҫәлән, мин сәйер рәүештә, түбә аҫтында тип әйтерлек һалынған һыйға тәүҙә иғтибар бирмәгәйнем. Баҡһаң, аш - һыу бүлмәһендәге аҫылмалы шкафтың иң өҫкө кәштәһендәге матур һауыт - һабаға балалар ҙа , өлкәндәр ҙә даими рәүештә ... өй эйәһе өсөн тәм - том һалы п ҡалдыра икән!
       - Беләһегеҙ, элек Аллаға, унан һуң - комсомолға һәм пионер ияға ышандыҡ, хәҙер, әлбиттә, бөтәһе лә рөхсәт ителә, һәм бе ҙ мосолман йолаларына яҡынбыҙ, - ти Роза. - Балалар өсөн барыһ ы менән бер рәттән ғаиләне, йорт усағын һаҡлаусы өй эйәһенә
       ышаныуҙы ла һаҡлайбыҙ, уның фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерергә лә кәрәк бит...
       Ғаилә тантаналары мотлаҡ рәүештә үткәрелә: күп һандағы тыуған көндәр, Яңы йыл һәм башҡалар. Байрам матур, ғәҙәттә ү ҙ ҡулдары менән тегелгән кейемдәрҙә ҡаршы алына, алдан күңелле концерт программаһы әҙерләнә. Әммә Мәрғәмовтар ғаиләһенең эш кейемендә үткәрелә торған тантаналы йолалары ла булыуы асыҡланды.
       Көҙҙөң иң тыныс мәле: уңыштар йыйып алынған, ҡарайып ҡалған ер ял итә. Ә ихатала, дөрөҫөрәге, баҡсала, йылы итеп кейенгән ғаилә ағзалары кинәнеп "торба" әҙерләнгәнен көтә! Көҙҙөң баҡсала үҫтерелгән барлыҡ бүләктәре - йәшелсә һәм
       емештәр яҫы табаға теҙелә һәм торба эсенә индереп ҡуйыла,
       табаның өҫтө тимер менән ҡаплана, ә торба ергә күмелә һәм уның өҫтөндә усаҡ тоҡандырыла. Һөҙөмтәлә телеңде йоторлоҡ һый килеп сыға, тиҙәр. Йәл, тик минең килеүемә Мәрғәмовтар
       "тантанаһын" тамамлағайны инде, шуға күрә миңә яланып ҡына ҡуйырға тура килде...
       Башҡорттар, татарҙар, удмурттар, урыҫтар, мариҙар йәшәгән Тәтешле районынан ҡайтыу юлына сыҡҡанда минең башыма шундай уй килде - ҡыҙыҡ, ә башҡа ауылдарҙа ниндәй көтөлмәгән
       ғөрөф - ғәҙәттәр йәшәй икән

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал