6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡурҡыныс ҡурсаҡтар
08.11.06


       - Күҙ асып йомғансы Яңы йыл да килеп етер, балаларға бүлә к тураһында ла уйларға кәрәк. Беҙҙең биш һәм өс йәшлек ике ҡыҙыбыҙ бар. Өфөлә сифатлы, бала һаулығына зыяны булмаған уйынсыҡтарҙы ҡайҙа һатып алып булыуын әйтә алмаҫһығыҙмы Юҡһ а телевизорҙан уйынсыҡ составтарында төрлө токсик матдәләр бар, бала организмында улар ҡурҡыныс ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә тигән ҡот осҡос хәбәрҙәр ишетергә тура килә . Беҙҙе был һорау бик борсой, сөнки кесе ҡыҙыбыҙ бөтә уйынсыҡтарын да ауыҙына ҡаба.
       Беҙҙең баҫманың электрон адресына (bashvest@gazeta.ru) Тимерғазиндар ғаиләһенән ошондай һорау килде. Уҡыусыларҙың ы шанысы һәм булдырылған бәйләнештәрҙән файҙаланып,
       "БАШвестЪ" гәзите был проблеманы яҡынданыраҡ тикшерергә
       булды. Башҡортостанда балалар өсөн уйынсыҡтар етештереү һәм һатыуҙы контролдә тотоу эше менән Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы эске эштәр органдары менән берлектә шөғөлләнә. Унда беҙгә республика магазиндарында тәҡдим ителгән уйынсыҡтарҙың төбәккә Рәсәй, Белоруссия, Германия, Польша, Ҡытайҙан килтерелеүе тураһында һөйләнеләр һәм һатыуға сығарылған тауарҙарҙың төп өлөшөн нәҡ ҡытай импорты тәшкил итеүен белдерҙеләр. Шәхси эшҡыуарҙар уйынсыҡтарҙы Екатеринбург, Һамар, Магнитогорск, Силәбе, Мәскәү һәм Мәскәү
       өлкәһендәге күмәртәләп һатыу базаларынан һатып ала.
       Шуға күрә беҙҙең республиканың да ил баҙарҙарындағы "Үлтереүсе ҡурсаҡтар", "Терегөмөшлө ҡурсаҡтар" кеүек көн үҙәгендә торған сюжеттарҙан азат түгеллеге аңлашыла. Әлбиттә , беҙҙең ҡурсаҡтар составында терегөмөш булыуы менән айырылып тормай, әммә Роспотребнадзорҙың урындағы идаралығы башҡа төр ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлауын дауам итә.
       - Быйылғы йылдың туғыҙ айында тикшерелгән 259 сауҙа нөктәһенең 50 - һендә балалар өсөн уйынсыҡтарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаусы документтарһыҙ һатылыуы билдәләнде, - тип һөйләй идаралыҡтың тәрбиәләү һәм уҡытыу шарттарын күҙәтеү бүлеге белгесе Юлия Таравкова. - Шулай уҡ был тауарҙы етештереүсе фирма хаҡында урыҫ телендә мәғлүмәт
       биреүсе этикетка юҡ.
       Һөҙөмтәлә "Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә" лаборатор тикшереүҙәр өсөн алынған 108 уйынсыҡ магазин кәштәһенә кире әйләнеп ҡайтмай. 17 предмет, шул иҫәптән өс йәштән кесерәк балалар өсөн уйынсыҡтар сәләмәтлек өсөн зарарлы, тип табыла: уларҙағы
       ағыулы матдәләр концентрацияһының нормативтан ике тапҡыр һәм унан да артығыраҡ булыуы асыҡлана.
       - Уйынсыҡтарҙың санитар - химик бысраҡлығы балалар өсөн эпидемиологик хәүеф тыуҙыра, уларҙа аллергик ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүе мөмкин, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала эксперт Таравкова һәм бракка сығарылған уйынсыҡтарҙың барыһы ла
       Ҡытай Халыҡ Республикаһында етештерелеүен билдәләй.
       Контроль тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 154 мең һумлыҡ 42 ҡарар сығарыла. Балалар ассортиментына ҡараусы 409 тауар һатыуҙан алына. Күренеүенсә , Тимерғазиндар телевизорҙы юҡҡа ҡарамай һәм хаҡлы рәүештә м өһим һорауҙарға бәйле борсолоу белдерә. Ағыулы Микки - Маус һәм Барби һатып алыуҙан бер кем дә страховкаланмаған. Аш - һыу бүлмәһендәге төтөндән йонсоған ғаилә башлығы "Минең нервыларымда экономияламағыҙ!" тип ҡысҡырған кеүек, бөгөн вьетнам баҙарҙары һәм ер аҫты юлдарында "Балалар һаулығында
       экономияламағыҙ!" тигән яҙыу элергә ваҡыттыр, моғайын.
       Билдәһеҙ пластмассанан үҙегеҙгә арзанлы көҙгө, тараҡ йәки янсыҡ алырға хоҡуҡлыһығыҙ, ә бына "ни бары илле һумлыҡ",
       әммә резина һәм башҡа химпром еҫтәре аңҡытҡан ҡурсаҡты һатыусының үҙенә ҡалдырыуығыҙ хәйерлерәк булыр. Балалар өсөн уйынсыҡтар алғанда этикеткаһына, етештереүсе фирма тураһында ҡулланыусылар өсөн рус телендә мәғлүмәт булыуына и ғтибар итегеҙ, тип кәңәш бирә Юлия Таравкова.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал