6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Үҙең өсөн отошло, дәүләт өсөн файҙалы
09.11.06


       Профессиональ нигеҙҙә хеҙмәт итергә теләүселәр хәрби комиссариатта һәр ваҡыт көтөлгән ҡунаҡ: армияға саҡырылыуҙан
       айырмалы рәүештә, контракт буйынса хеҙмәткә туплау йыл әйләнәһенә дауам итә. Үткән ун айҙа Өфөнөң Октябрь һәм Совет
       райондарының хәрби комиссариаты ун һалдатты хеҙмәт итеү урынына оҙатҡан: ике военкоматтың берләшеүе үткән йәй ойошторолған үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Ҡабул итеү шарттары хаҡында граждандарҙы контракт буйынса
       хәрби хеҙмәткә һайлау буйынса пункт начальнигы Татьяна Никитина хәтергә төшөрҙө.
       Кандидаттар алдына ҡуйылған шарттарҙың тәүгеһе - ул 35 йәштән дә олораҡ, белем кимәле туғыҙ синыфтан да түбәнерәк булырға тейеш түгел һәм сәләмәтлеге бик яҡшы булыуы шарт.
       Профессиональ яугирҙар хәрби хеҙмәткә бер ниндәй сикләүһеҙ әҙер булырға бурыслы. Медицина параметрҙары буйынса һайлауҙы үтә алмағандарҙан тыш, ниндәйҙер енәйәткә бәйле эҙәрлекләнеүсе граждандар менән дә контрактҡа ҡул ҡуйылмай. Һуңғыһы хөкөмгә тарттырылған, тикшереү аҫтында булған йәки иркенән мәхрүм ителгәндәргә ҡағыла. Әгәр ҙә хөкөм ителеү ваҡыты үткән икән, йәш кеше контрактсылар сафын тулыландыра ала:
       - Барыһы ла хөкөм ителеү статьяһына, характеристикаларға бәйле, беҙ уларҙы милиция бүлектәренән, кандидаттың йәшәгән еренән алабыҙ, шулай уҡ әңгәмә һөҙөмтәләре ҙур роль уйнай, - тип билдәләне Татьяна Никитина.
       Артабан ул контракт буйынса хәрби хеҙмәттең нимәһе менән мауыҡтырғыс булыуы хаҡында һөйләне. Беренсе сиратта, был торлаҡҡа эйә булыу мөмкинселеге. Күсемһеҙ милек баҙарындағы бөгөнгө хәлде иҫәпкә алғанда, был аргумент күп контрактсылар
       өсөн хәл иткес булып тора. Граждан контрактҡа ҡул ҡуйған мәлдән алып - өс айлыҡ һынау ваҡытынан һуң - ул автоматик рәүештә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә инә. Йыл һайын һәр контрактсы иҫәбенә 37 мең һумға яҡын аҡса күсерелә: өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң һәр хәлдә фатир өсөн тәүге взност ы индерерлек сумма йыйыла. Ә ун йыл хәрби хеҙмәттән һуң бер кем дә хәрби хеҙмәттән торлаҡһыҙ бушатылмай.
       Икенсе мөһим мәл - конкурстан тыш махсус йәки юғары уҡыу йортона уҡырға инеү һәм дәүләт иҫәбенә уҡып сығыу мөмкинселеге. Айлыҡ аҡсалата тәьминәт һигеҙ мең һум һәм унан
       да юғарыраҡ тәшкил итә. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң хеҙмә т хаҡы биш процентҡа, бер йылдан - ун процентҡа күтәрелә, ике йыл сиген үткәндәр хеҙмәт итә башлаған ваҡыттан дүрттән бер өлөшкә күберәк ала. Ауылда бындай эш хаҡын табыуы еңел түгел
       икәнлеге аңлашыла.
       Шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр хәрбиҙәр өсөн мотлаҡ льготалар менән файҙалана. Был исемлеккә бушлай туҡланыу, дауаланыу, йылдағы отпускыны үткәреү урынына һәм унан әйләнеп ҡайтыу өсөн хәрби хеҙмәткәр, уның ҡатыны һәм балалары өсөн юл хаҡын түләү инә.
       Барыһы ла Оборона министрлығы иҫәбенә финанслана: ябай граждандар өсөн контракт буйынса хеҙмәт итеү - аҡса эшләү ысулы, торлаҡ, белем алыу мөмкинселеге. Ә дәүләт өсөн профессиональ армия төҙөү - оборона өлкәһендә булған барлыҡ үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп маҡсаты. Федераль маҡсатлы программаға ярашлы, 2007 йылға илдең 80 - гә яҡын хәрби частары һәм берләшмәләре комплектлауҙың ирекле ысулына күсергә тейеш.
       Башҡортостан контрактсыларын күпселек осраҡта Волга буйы - Урал хәрби округының хәрби частары һәм берләшмәләренә оҙаталар. Был Екатеринбургтағы 34 - се мотоатышсылар дивизияһы, Һамар өлкәһе Рощинский ҡасабаһындағы 15 - се айырым мотоатышсылар бригадаһы, Звездный ҡасабаһында 385 - с е артиллерия бригадаһы, Ырымбур өлкәһенең Тоцкий ҡасабаһындағы 27 - се мотоатышсылар двизияһы. Ҡайһы берҙәре Өфөнән алыҫ түгел, Алкино ҡасабаһында урынлашҡан 186 - сы инженер - сапер бригадаһында хеҙмәт итә.
       Әйткәндәй, ҡыҙҙар ҙа контракт буйынса хеҙмәт итә ала. Дөр өҫ, бында ҡабул итеү ҡағиҙәләре икенсерәк. Теләүселәргә хәрб и часта вакансия барлыҡҡа килгәнен көтөргә һәм уның начальнигының ризалығын алырға кәрәк - уның талабы буйынса ғына военкомат дәғүә итеүсенең ғаризаһын ҡарай ала. Шулай уҡ
       сит ил кешеләре лә беҙҙең военкоматтар аша контракт буйынса хеҙмәт итеү мөмкинселегенә эйә. Өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң - тәүге контракттың минималь ваҡыты - ул Рәсәй гражданлығына эйә булыуы мөмкин.
       Ғариза биргән ваҡыттан алып хеҙмәт итеү урынына оҙатылған ға тиклем ике аҙна самаһы ваҡыт үтә. Башвоенкоматтың граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау бүлеге начальнигы Дмитрий Нименский хәбәр итеүенсә, үткән йылда Башҡортостандан 1 300 - ҙән ашыу кеше контракт буйынса
       хеҙмәтте һайлаған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал