6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ялған алкоголь халыҡты ағыулай
08.11.06


       Алкоголь ҡулланып ағыуланыуҙар тулҡыны Башҡортостанға ла килеп етте, буғай. Күмәк граждандарҙың ағыуланыу факты Нефтекамала теркәлгән. Өсөнсө ноябрҙән башлап ҡалала иллегә яҡын кеше алкоголь интоксикацияһы билдәләре менән дауаханаларға эләккән. Тикшереү һөҙөмтәһендә дауахана койкаларын ҡаланың 25 төрлө аптека һәм сауҙа нөктәләрендә һатылған "95 процентлыҡ медицина антисептик иретмәһе", "Композиция", "Еҙәй настойкаһы", "Борос настойкаһы", "90 процентлыҡ антисептик" менән баш төҙәтергә яратыусылар биләүе асыҡланған.
       БР эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләнеүенсә, ҡалала ялған спиртлы эсемлектәрҙе етештереү һәм һатыуға ҡаршы махсус төркөмдәр булдырылған. Бөгөнгө көнгә тәртип һаҡсылары суррогат алкоголь һатыуҙың 17 фактын асыҡлаған, спиртлы шыйыҡса тултырылған 40 мең шешә тартып алынған. Продукция хужаһына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 238 - се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
       Йыл башынан Нефтекамала кешенең һаулығы һәм ғүмере өсөн х әүефле продукция етештереү, һаҡлау һәм һатыуҙа ғәйепләү буйынса туғыҙ енәйәт эше асылған. Иң ҙур фашлау 29 сентябргә
       тура килә, был көндө милиционерҙар "эшҡыуарҙар" медицина спирты тип тәҡдим иткән бер тонна техник спирт "һатып ала". 250 ҡумта контрафакт тауарҙың хужаһы - легаль булмаған бизне с ойоштороусы - 73 мең һум табыш урынына тамғалы купюраларғ а "эйә була" һәм хәүефле тауар һатҡан өсөн уға ҡарата енәйәт эше асыла. Һәм спирттың был ҙур партияһы - бутлегерҙарҙың енәйәтсел эшмәкәрлегендәге бер факт ҡына. БР Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ида ралығы мәғлүмәттәре буйынса, улар республиканың төньяҡ - көнбайыш райондарындағы ауыл магазиндарын бер йыл дауамында ялған алкоголь менән тәьмин иткән. Уны етештереү
       буйынса йәшерен цех енәйәт төркөмө ағзаларының береһенең гаражында урынлашҡан. Унда быяла таҙартыу өсөн шыйыҡса тулы канистрҙарҙан тыш этикеткалар, ҡапҡастар, буш һауыттар,
       шулай уҡ медицина спирты иретмәһенә ялған сертификаттар
       булыуы асыҡлана. Тентеү ваҡытында тағы ла шешәләрҙе ябыу станогы, тиҫтәләгән литр ағыулы техник спирт, бер тонна әҙер продукция һәм ике миллион һумдан ашыу аҡса табыла. Әлеге ваҡытта йәшерен һатыу селтәре ойоштороусы ҡулға алынған. Ғүмер өсөн хәүефле тауар һатыуҙан тыш ул законһыҙ эшҡыуарлыҡта һәм тауар билдәһен файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
       Енәйәт эше буйынса фигуранттарҙың дөйөм һаны 15 кешегә
       етә.
       Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Лариса Кучина х әбәр итеүенсә, был енәйәт эштәрен тикшереүҙе республиканың к үҙәтеү ведомствоһы башлығы шәхси контроль аҫтында тота.
       Рәсәйҙә күмәк халыҡтың алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары быйылғы йылдың сентябрь айында башланды. Ҡайһы бер төбәктәрҙә властарға хатта ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итергә лә тура килде. Мәҫәлән, сентябрь - октябрь айҙарында Белгород өлкәһендә 900 - ҙән ашыу кеше ағыуланған, 44 кеше һәләк булған. Тотош ил буйынса был ике айҙа 5100 - гә яҡын кеше алкоголь эсеп ағыуланған, 300 тирәһенең ғүмере ҡыйылған . Рәсәйҙә, уртаса алғанда, йылына алкоголле эсемлектәр менән ағыуланып - уны ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыу һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫәпләмәйенсә - 40 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал