6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Был баҫмаһыҙ йәшәү мөмкин түгел
08.11.06


       Журналистар хөрмәтенә йыйылған тантаналы йыйылыш мотлаҡ р әүештә элекке һәм яңы дуҫтарҙың йылы осрашыуына әүерелә. Ҡас андыр "Советская Башкирия" биттәрендә баҫылыу бәхетенә эйә б улған иң яҡшы "ҡаурыйҙар" ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында йыйылды. Әйткәндәй, бөйөк шағир шулай уҡ был баҫманың авторы булыуы менән ғорурланған.
       - Беҙҙең гәзитте күптәр тик рәсми баҫма ғына тип һанай. Ысынлап та, статусы буйынса ул дәүләт власы эшмәкәрлеген
       яҡтыртырға бурыслы. Әммә мин "рәсми" һәм "ялҡытҡыс" һүҙҙәре араһында тигеҙлек билдәһе ҡуймаҫ инем - ҡайһы бер указ йәки бойороҡто ла йотлоғоп уҡырға тура килә, - ти "Республика Башкортостан" гәзитенең баш мөхәррире Наталья Супряга. - Иң мөһим темалар ҙа беҙҙең ысынбарлыҡтың башҡа яҡтарын тикшереү, уҡыусылар менән уларҙы борсоған темалар тураһында асыҡтан - асыҡ һөйләшеүгә ҡамасауламай. Бер һүҙ
       менән әйткәндә, тәүге йөҙ йылы ғына эшләүе ауырыраҡ.
       - Илебеҙҙең төбәк баҫмалары араһында иң өлкән һәм абруйлы
       гәзиттең юбилейы - барыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле дата. Һәм бөгө н республикабыҙ һәм уның иң оло гәзитенең исемдәре бер төрлө яңғырауы тәрән символик мәғәнәгә эйә! - дәүләт башлығының тәбрикләү һүҙҙәрен ҡатнашыусыларға БР Президентының Төп советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов еткерә. - Баҫманың исемдәре, ойоштороусылары, статусы үҙгәрештәр кисерҙе. Әммә гәзит халыҡ тормошо, уның мәнфәғәте менән йәшәүҙән туҡтаманы.
       Сәйәси һынылыштар һәм үҙгәртеп ҡороуҙар, тәүге Рәсәй автономияһын булдырыу һәм крайҙы индустриалләштереү, Бөйөк В атан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы тергеҙеү йылдары, реформалар һәм республиканың бөгөнгө конституцион - хоҡуҡи статусына эйә булыуы - һәр осорҙа ла гәзит бөтә тарихи ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаны.
       Үткәндәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, киләсәк тураһында ла оноторға ярамай, бына "республика Башкортостан" гәзитенең роле лә, Мортаза Рәхимовтың фекеренсә, арта ғына барасаҡ.
       - Республиканың киң мәғлүмәт саралары алдында бөгөн бик
       ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстар тора. Публицистик трибунаны, "дүртенсе властың" барлыҡ мөмкинселектәрен көндәлек проблемаларҙы тикшереү, эшлекле тәжрибә менән уртаҡлашыу, йә мғиәт һәм власть араһындағы диалогты киңәйтеү, хоҡуҡи демократик дәүләтте нығытыу, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәк, - тип һыҙыҡ аҫтына ала Мортаза Ғөбәйҙулл а улы. - Был Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү алдынан айырыуса мөһим. Журналистарға беҙҙең күп милләтле дәүләтебеҙҙең тарихи тәжрибәһен тағы ла әүҙемерәк һәм тулыраҡ итеп асырға, халыҡтың аңында федерализм, патриотлыҡ, халыҡтар дуҫлығы һәм туғанлығы идеяларын нығытырға кәрәк. "Республика
       Башкортостан" артабан да әүҙем ижади позицияһын һаҡлаһын, хаҡ һәм абруйлы һүҙгә эйә булған ысын халыҡ гәзите булып ҡалһын.
       РФ Федерация Советы спикеры Сергей Мироновтың һүҙҙәре лә йылы ҡотлауҙарға бай булды "Был гәзит халыҡтыҡы һәм халыҡ
       өсөн, бөгөн дә уның төп геройы булып хеҙмәт кешеһе ҡала", - тине ул.
       "Республика Башкортостан" гәзитенең тиҫтәләгән хеҙмәткәрен ә лайыҡлы рәүештә почет грамоталары тапшырылды. Улар барыһы ла тормоштоң төрлө өлкәләре өсөн тапҡыр һәм намыҫлы һ үҙ таба, боҙоҡлоҡтарҙы фашлай һәм яҡшылыҡты маҡтай, йорт усаҡтары төҙөргә һәм һаҡларға һ. б. булышлыҡ итә. Грамоталар
       Башҡортостан, РФ Журналистар союзы, республиканың Дәүләт Йы йылышы һәм Профсоюздар федерацияһы, ветерандар советы исемен ән тапшырылды. Төбәктең күп милләтле журналистар берләшмәһе исеменән гәзитте "Башинформ" агентлығының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Алик Шакиров ҡотланы.
       Журналист һөнәрендә иң мөһиме - битараф булмау. Шуға күрә
       Республика Башкортостан" гәзитенең туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәре, хәүефләнеүе, ғәҙеллекте тергеҙергә ынтылыуы - уның тере, үҫешеүсе социаль организм булыу билдәһе ул. Оҙаҡ йәшә, гәзит !

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал