6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Уның йөҙө изге һәм яҡты
08.11.06


       Рәсәй менән 450 йыллыҡ берлектең бер быуаты - илдең иң "өлкән" гәзиттәренең береһе булған "Республика Башкортостан"
       баҫмаһының 100 йыллығына арналған саралар ошо девиз аҫтында үтә. Ошо көндәрҙә байрам сиктәрендә бөтә Рәсәй "Дәүләт һәм киң мәғлүмәт саралары: традициялар һәм бөгөнгө көн" тип аталған ғилми - ғәмәли конференция үтте.
       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында республика ж урналистикаһы ветерандары һәм уларҙың ҡала һәм район баҫмаларында эшләүсе коллегалары ғына түгел, Воронеж, Екатеринбург, Санкт - Петербургтағы масс - медия өлкәһенең алдынғы ғалимдары ла йыйылды. Сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар күренгеләне.
       - Бөгөн "Республика Башкортостан" - лайыҡлы мәғәнәлә консерватив баҫма, әммә уға ла конкурентлыҡ мөхитендә эшләргә әҙер булырға кәрәк, - тип билдәләне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров. - Әлбиттә, был гәзит әһәмиәте һәм абруйы буйынса төбәктә беренсе баҫма, әммә власть гәзитте күңелһеҙ дәүләт бюллетене итеп күрергә теләмә ҫ ине.
       Радий Фәрит улы республика гәзиттәренең биҙәлеше буйынса иҫкәрмәләр яһаны, яңы отошло дизайн тураһында уйлап ҡарарға тәҡдим итте. Бынан тыш ул төбәктәге киң мәғлүмәт сараларының
       2008 йыл аҙағына тиклем төрлө кимәлдәге һайлау кампаниялары
       ваҡытындағы бурыстарын билдәләне. Гәзиттәр дәүләт идеологияһын пропагандаларға тейеш. Объектив, лайыҡлы һәм ышаныслы мәғлүмәт менән сығыш яһаусы матбуғат булғанда, йәмғиәт тә билдәле дәрәжәлә тотороҡлана төшә.
       - Беҙҙең матбуғаттың йөҙө изге һәм яҡты, ул йәмғиәттең бө тә эштәрендә лә конструктив ҡатнаша, - тине Марат Ямалов, БР Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт - аналитика бүлеге начальнигы. - Элек һәр бер мөхәрририәттә юлбашсының: "Гәзит - коллектив пропагандалаусы һәм коллектив агитатор ғына түге л, коллектив ойоштороусы ла" тигән һүҙҙәре эленеп тора торғайны . Һәм унан оялырға кәрәкмәй. Тормошто һәм эште, ҡайһы бер осраҡта - журналистарҙың яҙмышын да билдәләүсе һүҙҙәрҙән
       ҡурҡырға ярамай. Журналистика беҙҙең көндәрҙә лә хөрмәтле, яуаплы, һорау менән файҙаланған һөнәр булып ҡала.
       Конференцияла БР Хөкүмәте эргәһендәге матбуғат, нәшриәт
       һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Борис Мелкоедов, профессор Сергей Лаврентьев, "Республика Башкортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Виктор Скворцов, Израилдең рус телендә сыҡҡан "Вести" ижтимағи - сәйәси гәзите мөхәрире Лазарь Данович, республика гәзиттәре мөхәррирҙәре һәм, әлбиттә, теоретик һәм практик журналистиканың танылған мэтрҙары докладтар менән сығыш яһаны.
       - Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәте менән генетик бәйле булған айыр ым журналистика үҫеп сыҡты, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды професс ор, Урал дәүләт университетының (Екатеринбург) журналистика тарихы кафедраһы мөдире Маргарита Ковалева. - Ҡасандыр Петр Беренсенең указы менән булдырылған матбуғат үҙенең өс йөҙ йылын тулыһынса власть ҡарамағында булды. Һәм илдәге мәғлүмәт киңлегенең кәм тигәндә һикһән процентын һәр ваҡыт дәүләт тарафынан булдырылған киң мәғлүмәт саралары биләне. Б өгөн масс - медиа яланында мораль - әхлаҡи анархия яғына ауышыу күҙгә ташлана. Минең ҡарамаҡҡа, дөйөм фекерҙең әйтелеү мөмкинселеге, ә дәүләттең - уны ишетеү өсөн теләге һ әм ихтыяр көсө булырға тейеш.
       - Ысын журналистика реаль гражданлыҡ йәмғиәтенән тыш йәшәй алмай, - тип билдәләне Воронеж дәүләт университеты
       профессоры Владимир Тулупов. - Киң мәғлүмәт сараларының бурыстары араһында ағартыу эше лә бар. Мәғлүмәт биреү генә түгел, аңлатыу, тәрбиәләү ҙә күҙ уңында тотола. Ошо осраҡта ғына журналистика һөнәрҙән тыш ижад һәм хеҙмәткә
       әйләнә.
       - Бөгөн беҙгә Көнбайыштан "гражданлыҡ журналистикаһы" феноменын асыш булараҡ тәҡдим итәләр, ул проблемаларҙы билдәләүҙән тыш уларҙы хәл итеү менән дә шөғөлләнә, - ти сәйәси фәндәр докторы, Санкт - Петербург дәүләт университеты
       профессоры Сергей Корконосенко. - Беҙҙә һәр бер гәзиттә стажерҙы мөхәррир һәр ваҡыт башта ниңә проблемаларҙы һүрәтләргә, һин уны нисек хәл итергә мөмкин булыуын һәм быны
       кем эшләй алыуын тәҡдим ит, тип өйрәтте. Донъяның
       журналистика мәҙәниәтендә Рәсәй матбуғаты үҙенсәлекле күренеш булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал