6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тормошҡа ашҡан хыял
08.11.06


       Башҡортостандың Ҡалтасы районында Братовщина тигән ауыл б ар. 1922 йылдың 8 ноябрендә бында буласаҡ Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ильич Лазарев донъяға килә. Диманың әсәһе лә героиня булыуын билдәләргә кәрәк. Ул ун бер бала тәрбиәлә п үҫтерә! Шуға күрә ғаиләлә аҡһөйәктәр булмауы аңлашыла.
       Дмитрий ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Колхозда эшләй. Бөйөк
       Ватан һуғышы башланғас, ун һигеҙ йәшлек егет үҙ теләге менә н фронтҡа китә. Был ваҡыт Мәскәү янында ҡаты һуғыштар осорон а тура килә. Лазарев сигенеү аянысын татый, хәрби дуҫтарын ерләй, үҙе лә ике тапҡыр госпиталдә ятып сыға. Яҡташыбыҙ Көньяҡ - Көнбайыш, 2 - се Украина, 1 - се Белорус фронттарын да көрәшә, Польшаның ҡала һәм ауылдарын фашистарҙан азат итә ...
       Иҫтәлекле 1945 йылда Польша ерендә Дмитрий ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Рәсми документтарҙа был турала түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:
       "1945 йылдың 21 ғинуарында гвардия өлкән сержанты Лазарев
       етәкселегендәге 34 - се гвардия мотоатышсылар бригадаһының артиллерия дивизионы төндә Иновроцлав (Польша) ҡалаһы ситендә дошман засадаһына тап була. Ҡараңғылыҡтан файҙаланып, Лазарев орудиеһын 200 метрға дошман батареяһына яҡынайта һәм мәргән ут асып өс пушканы тонсоҡтора. Фашист автоматсылары орудиены урап үтеп, тылдан һөжүм итә. Лазаревтың һалдаттары гитлеровсыларға ҡаршы гранаталар һәм автомат уты менән ҡаршы тора. Дошман тар - мар ителә. Беҙҙең частар ҡалаға баҫып инә".
       Был ҡыйыулығы өсөн Лазаревҡа 1945 йылдың 27 февралендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Әле Мәскәү эргәһендәге ҡаты һуғыштар ваҡытында уҡ Дмитрий
       Лазарев Германияның үҙенә тиклем барып етеп, дошмандарҙы
       үҙ ояһында юҡ итеү тураһында хыяллана.
       Һәм уның хыялы тормошҡа аша. Лазаревтың орудие расчеты Одер һәм Шпрее йылғалары аша уңышлы сығыуға ирешә һәм фашистарҙы үҙҙәренең өңөндә туҡмай.
       Лазарев 1948 йылда демобилизациялана, Ярославль ҡалаһында
       йәшәй башлай, уҡый, китап нәшриәтендә эшләй, Ярославлдәге м узей - ҡурсаулыҡҡа етәкселек итә.
       Дмитрий Ильич тыуған ауылы Братовщинала йыш була, туғандары, яҡындары менән осраша. Батырлығы хөрмәтенә Ҡалтасыла асылған һәйкәлде лә күргәндер, моғайын. Ул 1985 йылдың 9 майында, Лазаревтың вафатына тиклем алты йыл
       ҡалғанда асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал