6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Стипендияһыҙ йәшәп буламы
27.01.04


       Яңы семестрҙан башлап Башҡорт дәүләт педагогия универс итетының "яҡшы" һәм "бик яҡшы" билдәләренә уҡыусы студенттар
       стипендияларының 115 һумын юғалтасаҡ. Быға тиклем алған 575
       һум урынына улар хәҙер айына 460 һум аласаҡ. Отличниктарға бындай юғалтыу янамай, уларҙың 690 һумы яндарында ҡала.
       Университет етәкселеге был сараны "дүртле" билдәһенә уҡ ыусылар менән "ярты отличниктарҙың" өлгәше араһында артыҡ ай ырма булмауы менән аңлата, ә барыһының да стипендияһын күтәр ергә вуздың мөмкинселеге юҡ. Бынан тыш, студенттарҙың профко м рәйесе Сергей Трусовтың фекере буйынса, бындай сара ҡайһы бер студенттарға яҡшыраҡ өлгәшеү өсөн этәргес тә булып торас аҡ.
       Ғөмүмән, стипендияны күтәреү йә кәметеү, асыҡланыуынса, һәр вуздың үҙ эше икән. Мәҫәлән, педтағы кеүек үк система бу йынса эшләгән Башҡорт дәүләт университетында барыһы ла үҙгәр ешһеҙ ҡалған. Сервис институтында уҡыу советы ҡарары буйынса
       имтихан тапшырмаған беренсе курс студенттары бөтөнләй стип ендияһыҙ ҡалған. Ә нимә өсөн түләргә, йәнәһе. Ә барлыҡ дәүлә т юғары уҡыу йорттарында имтихандарын "өслөгә" тапшырыусы ст уденттарға стипендия бөтөнләй түләнмәй, тимәк баяғы 460 һумд ы ла башта аҡларға кәрәк әле...

Вера Черенева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал