6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тыуған яҡҡа - матур бүләк
08.11.06


       Осҡондар оса, ут яна, сүкеш сыңлай, тимер еҫе аңҡый - бын а ул тимерлек. Бында боронғо заман һулышы һиҙелә. Йөҙ йылдар элек булған кеүек үк, тимерлектә рухы ла, үҙе лә көслө, ялҡы ндан да, сатлама һыуыҡтан да, ауыр эштән дә ҡурҡмаған кешелә р тир түгә.
       - Тимерлектә күңел үҙе йырлай, - ти беҙҙең һоҡланғыс ҡараштарҙы тойоп был ҙур булмаған предприятиеның художество етәксеһе Игорь Юдинцев. - Кисен хатта ташлап ҡайтып китке лә
       килмәй.
       - Был дөрөҫ, - тип уны хуплай тимерлектең директоры Серге й Провоторов. - Бына бөгөн, мәҫәлән, Игорь Павловичтың тыуған көнө, ә ул бында, беҙҙең менән. Ял көндәрен дә артыҡ өнәп бөтмәй ул: үҙенең һөнәрен ярата.
       Ярата. Үҙе таныуынса, уның өсөн ғәҙәти рәшәткә сүкеү йәки тимерҙән үрмәкес эшләү араһында айырма юҡ. Һәр бер эштең үҙ холҡо һәм үҙ күңеле бар, ти ул.
       - Осраҡлы әйберҙәр булғаны юҡ миндә, һәр береһенең билдәл е урыны һәм ваҡыты бар, - ти оҫта бик етди йөҙ менән. Сөнки әйткән һүҙҙәренең ҡәҙерен белә. Уның тимерсе һөнәренә юлы ла
       ҡатмарлы һәм оҙайлы булған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество - графика факультетын тамамлағандан һуң, ул майлы буяу менән төшөрә, артабан ағасҡа һырлап эшләү менән мауыға, әммә көслө ҡулдар һәм ныҡлы рух тағы нимәлер талап итә. Һәм, ун йыл элек, осраҡлы рәүештә генә курсташтар ын осратҡандан һуң, оҫта тимерселек эше менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Башта улар боронғо шедеврҙарҙы тергеҙә, артабан инде үҙҙәре лә эшләй башлай.
       Оҫталарҙың төп ҡоралы - фантазия.
       - Ябай сүкеүҙең ысулдары күп түгел. Һәм әгәр ҙә рәссамдың көсөнән башҡа бер нимәһе лә юҡ икән, металл уны тыңламаясаҡ,
       - тип аңлата Юдинцев. - Ә уға уйлап табыу һәләтеңде лә өҫтә һәң, тимер һинең ҡулда балсыҡҡа әүерелә, нимә теләйһең, шуны әүәлә.
       Игорь Павловичтың тағы бер алтын ҡағиҙәһе бар
       - Ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәгең дә тейһен, - тип ҡабатла рға ярата әңгәмәсем. - Бына мин, миҫал өсөн, Өфөлә тыуғанмын , һәм үҙем өсөн башҡа урынды күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Һәр беребеҙ үҙенең тыуған ерен хөрмәт итергә тейеш. Ул ғына ла түгел, минеңсә, тыуған төйәктә генә кешенең таланты тулыһынс а асылыуы мөмкин.
       Башҡорт риүәйәттәренең геройы Урал батыр оҫтаны илһамландырыусы эпик образдарҙың береһе булып тора.
       Күптән түгел Игорь Павлович Аҡбуҙатты эйәләштереүсе ҡыйыу
       егет Уралды һүрәтләүсе панно эскизы өҫтөндә эшен тамамлаған . Ат та көслө, батыр ҙа ҡеүәтле Улар араһындағы алыш нимә
       менән тамамланыр
       - Халыҡҡа тыныслыҡ алып килеүсе аҡылдың еңеүе менән, - ти Юдинцев. - Кешеләрҙе шатландырыусы һәм ҙур иғтибар, ышаныслы һаҡ талап итеүсе нимә - ул республикабыҙҙағы тыныслыҡ.
       Тыуған төйәгенә булған һөйөүе хаҡында оҫта ялҡынланып һөйләй, һәр кемгә билдәле фразаларҙы ҡабатлауҙан ҡурҡмай. Сөнки нәҡ Башҡортостан һәм Өфө уға ижади уңышҡа өлгәшергә, и ң ҡыйыу уй - фекерҙәрен тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән.
       Республиканың баш ҡалаһына рәхмәт йөҙөнән оҫта предприятиеның берҙәм һәм талантлы коллективы менән бергә металдан панно әҙерләй һәм уны Башҡортостандың үҙ ирке
       менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү көндәрендә ҡалаға бүләк итергә ниәтләй.
       - Картинаның бейеклеге өс метр, киңлеге - метр ярым тирәһ е буласаҡ, - тип пландары менән уртаҡлаша автор.
       - Бындай панноны сүкеү ауырҙыр, моғайын, - тип ҡыҙыҡһынам
       мин.
       - Етди ваҡиға етди эш талап итә, - ти Юдинцев. - Тыуған е р матур бүләккә лайыҡлы.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал