6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Леха күңелде лә аса, еңеүгә лә өлгәшә
07.11.06


       Өфө бобслейсыһы, Туринда үткән Олимпиаданың көмөш призеры Ал ексей Селиверстовтың Беренсе каналдағы бик мауыҡтырғыс "Большие гонки" программаһында төшөүе тураһында гәзитебеҙ хәбәр иткәйне инде. Республикала иң билдәле спортсыларҙың береһе булған Алексейҙың көйәрмәндәре кумирҙарының конкурста ҡатнашыусылар өсөн "ауырыуын" һәм уларҙың сығыштарына комментарийҙар биреүен күрә алды, әммә атлет үҙе "гонщик" сифатында сығыш яһағаны юҡ ине әле. Көлкөлө костюмда сығыш яһап тамашасыларҙы ҡыуандырыуҙан баш тарттымы әллә уйында ҡатнашыусы үгеҙҙәрҙән ҡурҡтымы Юҡ!
       Леха үҙенең мускулатураһын тағы ла илебеҙ намыҫын яҡлау өсөн файҙаланды. Ул бер юлы бер нисә уйында ҡатнашты һәм Рәсәй спорты һәм шоу - бизнесының Алексей Немов, Илья Ковальчук, Александр Овечкин, Хәсән Бароев, Светлана Хоркина , Лолита, Наташа Королева, "Отпетые мошенники", "Блестящие" төркөмдәре кеүек йондоҙҙарҙан бер ҙә кәм сығыш яһаманы.
       "Большие гонки" программаһы йәй көндәрендә төшөрөлгән. Алексей унан һуң көньяҡтан ҡайтып, спорт күнекмәләренә осорғ а ла өлгөргән инде. Ул Яңы йыл алдынан ғына ҡайтасаҡ. Спортс ы менән ҡала - ара элемтәгә инеү ҡыйбатҡа төшөүен иҫәптә тот оп, беҙ уның туғандары - апаһы Елена һәм әсәһе Полина Григор ьевна менән һөйләшергә булдыҡ.
       - Полина Григорьевна, экзотик программала ҡатнашҡан улығы ҙ өсөн борсолғанһығыҙҙыр, моғайын. Унда бит аренаға ҡот осҡо с үгеҙҙәр сығарыла.
       - Мин уның өсөн һәр ваҡыт борсолам, тик ул миңә бер нимә лә һөйләмәй: "Әсәй, бөтәһе лә һәйбәт" - яуабы шул. Олимпиада ла күнекмәләр ваҡытында йығылыуы хаҡында ла белмәнем. Беҙ ҙә уны борсомаҫҡа тырышабыҙ. Яратҡан ҡустыһы умыртҡа һөйәген һы ндырғас та Алексейға әйтмәнек. Һуңынан осрашҡас ҡына серҙәр асылды. Аллаға шөкөр, хәҙер икеһенең дә хәле һәйбәт - малай оҙаҡ ҡына гипста ятҡандан һуң йөрөй башланы, Леша ла сығыш яһауын дауам итә. Күптән түгел тағы йығылғандар, эстакадала түңкәрелгәндәр, әммә, Аллаға шөкөр, йәрәхәт алмағандар, буғай.
       - "Большие гонки" программаһынан Алексей ниндәй тәьҫораттар
       менән ҡайтты
       - Бик ҡәнәғәтләнеп ҡайтты, тағы ла ошондай осраҡ тура кил һә - мотлаҡ барам, ти.
       - Ул ниндәй конкурстарҙа ҡатнашҡан
       - Ғәйәт ҙур официант костюмында йүгергән, һайғау ярҙамынд а тауға күтәрелгән, үгеҙгә бәйле конкурста ла ҡатнашҡан. Бер
       һүҙ менән әйткәндә, мөһим конкурсты үтәп сыға алған. Тағы л а үгеҙ менән бер аренаға сығыуы ҡурҡынысыраҡ булыуын таный.
       Елена:
       - Үгеҙҙәр менән конкурста ла ул бобслей функцияһын үтәгән , тип әйтергә була - уға эргәһендә үгеҙ йүгереп йөрөгәндә, шәфҡәт туташы костюмын кейгән килеш ауырыу ятҡан карауатты э теп алып барырға тура килгән.
       - Йәрәхәттәр алмағанмы
       Полина Григорьевна:
       - Юҡ, Аллаға шөкөр.
       - Башҡа йондоҙҙар менән дуҫлашҡанмы
       - Күп ваҡытты улар Олимпия уйындарының көмөш экипажы буйынса иптәше Филипп Егоров менән бергә булған. Дрессировка
       оҫтаһы Запашный менән уртаҡ тел тапҡан - арыҫландар тураһында белемен арттырған. Тағы ла "Девятая рота" фильмында төшкән бер актер менән - исемен онотҡанмын. Һәм тағы ла бер бәләкәй генә ирмәк актрисаны хәтеренә йыш төшөрҙө.
       - Ә романтик батырлыҡтар Уның тирә - яғында бихисап сибә р актрисалар, йырсылар, спортсменкалар булғанда...
       - Беҙгә ул был турала һөйләмәне.
       - Ә программаның оҡшамаған яғы булғанмы
       - Ауырыраҡ булды, ти, программаны төндә төшөрәләр бит, көндөҙөн генә бер аҙ йоҡлап алыу мөмкинселеге тейгән. Уның ҡарауы экскурсия программаһы ойошторолған - ҡайҙалыр алып сыҡҡандар.
       Шулай ҙа туғандары менән һөйләшеүҙән һуң, беҙ Алексей Селиверстовҡа ла шылтыратырға баҙнат иттек.
       - Экзотик Сан - Тропенан алынған төп тәьҫораттар ниндәй Анна Семеновичтың байлығынан һуң, әлбиттә
       - Ә ниңә һеҙ уның байлығы миңә тәьҫир иткәндер, тип уйлайһығыҙ Һәр кемдең үҙ зауығы - эш ҙурлыҡта түгел.
       - Өфөлә һеҙ һөйләгән бәләкәй генә актриса кем ул
       - Алиса Гребенщикова, Миша Гребенщиковтың ҡыҙы.
       - Үҙеңдең сығышыңды нисек баһалайһың
       - Әгәр мин үҙемде насар яҡтан күрһәтһәм, финалда уйнамаҫ инем. Кино һәм эстрада йондоҙҙарының старттары күпселек осраҡта шоу өсөн булды - төп эште, нигеҙҙә, спортсылар башҡарҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал