6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Лениндың тәүге скульптураһының тарихы
07.11.06


       1924 йылдың беренсе майында Өфөлә, бөгөнгө Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндәге баҡсала Владимир Ильич Ленин һәйкәленә нигеҙ һалына. Шул уҡ йылдың 7 ноябрендә уны асыу тантанаһы була. Ленинды баҫып торған килеш һүрәтләүсе бындай скульптура Башҡортостанда ла, илебеҙҙә лә тәүгеһе бул а. Уның барлыҡҡа килеү тарихын хәтергә төшөрәйек.
       1924 йылдың апрель айында махсус комиссия Лениндың Өфөләге монументаль һәйкәле проектына конкурс һөҙөмтәләрен ҡ арай һәм техник - төҙөүсе Дмитрий Михайлович Ларионовтың эшен хуплап ҡабул итә.
       Монумент өсөн Лениндың һынын тулыһынса кәүҙәләндереүсе скульптура кәрәк була, әммә уны Башҡортостанда әҙерләү мөмкин булмай.
       Надежда Константиновна Крупская һәм Александр Дмитриевич Цюрупа ярҙамға килә. Улар өфөлөләргә Мәскәү скульпторы Исаак Менделевич менән осрашырға тәҡдим итә. Ул Лениндың балсыҡтан эшләнгән һынын ниндәйҙер күргәҙмә өсөн әҙерләй, әммә эшләп өлгөртә алмай. Лениндың иҫтәлеген мәңгеләштереү б уйынса комиссия иһә, уның эшен ҡарағандан һуң, ҡабул итергә тигән ҡарарға килә.
       Скульптор Менделевич был эште башҡарырға ризалаша. "Уның өсөн Мәскәүҙә беренсе булып Лениндың бронза һынын ҡойоу мөһим. Әлегә тиклем Лениндың һынын бер кем дә тулыһынса кәүҙәләндергәне юҡ әле", - тип хәбәр итә Өфө вәкиле Мәскәүҙә н Ҡала советына.
       Оҫтаның эше менән танышҡандан һуң Цюрупа Дзержинскийға бы лай тип яҙа: "Ҡәҙерле Феликс Эдмундович! Кисә миңә студияла Владимир Ильичтың рәссам Менделевич эшләгән статуяһын күрергә тура килде. Бик яҡшы башҡарылған, һәр хәлд ә миңә унан да яҡшыраҡты күрергә тура килгәне юҡ әле. Рәссам Владимир Ильичты бер тапҡыр ғына күргән. Ленинды яҡындан белеүселәрҙең эшен ҡарап, күрһәтмәләр биреүен үтенеп һорай. Статуя әле ике - өс көн балсыҡта ҡаласаҡ..."
       Ошондай уҡ үтенес менән Цюрупа Сталинға, Красинға, Рудзутакка мөрәжәғәт итә. Менделевичҡа эш барышында тик кинематография кадрҙары һәм фотоһүрәттәр менән генә файҙаланырға тура килә. Шуға күрә ул Владимир Ильичтың дуҫтарының кәңәштәренә мохтаж була.
       Юлбашсы скульптураһының иң яҡшы өлгөләренең береһен эшләгән Менделевич ул ваҡытта ары китә алмай. Ленин статуяһының үҙенсәлектәре Менделевичтың шәхси манераһынан ты ш, замандың дөйөм эстетик талаптарына ла бәйле була. Егерменсе йылдар башында уларҙың нигеҙенә художество документалистика принциптары һалына. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, эш юғары баһаға лайыҡ була.
       Өфөлә монументаль һәйкәл асылғандан һуң, был скульптураның  копиялары илдең башҡа ҡайһы бер ҡалаларында ла ҡуйыла.
       Һәйкәл 1939 йылға тиклем тора. Артабан уны Лениндың ҡулын а китап тотоп ултырған фигураһына алмаштыралар: совет скульпторы Сергей Дмитриевич Меркуровтың эше.
       Әлеге ваҡытта һәйкәл емерелгән. Ә Лениндың беренсе скульптураһы Совет районында, "Гидравлика" заводы территорияһында урынлашҡан.
       Хәҙер ҡыҫҡаса скульптор Менделевич хаҡында бер нисә һүҙ. Совет сәнғәтендә ул Николай Бауман, Серго Орджоникидзе
       һәйкәлдәренең авторы булараҡ билдәле. Легендар осоусы Валерий Павлович Чкаловҡа эшләгән һәйкәле популяр, уның өсөн
       автор 1942 йылда Сталин премияһына лайыҡ була.
       Өфөлөләргә Өфө районының Ҡыҙыл Ярында, Чапаев кисеүе урынында, Михаил Васильевич Фрунзеға ҡуйылған һәйкәл дә яҡшы таныш. Ул шулай уҡ Менделевич тарафынан башҡарылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал