6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Кулибиндар етерлек, Строгановтарҙы эҙләйбеҙ
07.11.06


       Рәсәйҙе сит аҡыл менән аңлау мөмкин түгел, уның үҙенеке л ә етерлек. Депутаттар хәл итеүенсә, ҙур аҡылдан сығым түгел, табыш көтөргә кәрәк. Рәсәй һәм Башҡортостан президенттары үҙ
       Мөрәжәғәтнамәләрендә инде нисәнсе йыл инновацияға ынтылырға саҡыра. Нәҡ ул - "илебеҙ сәнәғәтен тиҙ арала модернизациялау өсөн ҡеүәтле рычаг ҡына түгел, халыҡтың йәшәйеш сифатын күтәреүҙең иң ышаныслы алымы ла". "Инновациялар" һүҙенең популярлыҡ буйынса шоу - бизнестың әллә ниндәй билдәле йондоҙон да ҡаплай алыуына ғәжәпләнергә тура килмәй. Хәҙер инде үткәрелгән реформаларҙы уңышлы тамамлау өсөн стратегик планды тормошҡа ашырырға ғына ҡала.
       - Баҙар иҡтисадында инновациялар - конкурентлы көрәш ысул ы, уларҙы ҡулланыу һәр бер өлкәнең үҫеше өсөн этәргес көс булып тора, - тине парламент тыңлауҙарын асып республика Дәүләт Йыйылышының спикеры Константин Толкачев.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, парламент тыңлауҙары Башҡортостанда инновацион эшмәкәрлек перспективаларын оператив тикшереү майҙанына әйләнде. Уларҙа депутаттарҙан тыш министрлыҡ һәм ведомстволар, фәнни берләшмәләр вәкилдәре, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм башҡалар ҡ атнашты. Парламенттың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты башлығы Рафаил Мирсаев тәҡдимдәрҙең барыһы ла ноябрь аҙағындағы икенсе уҡыуҙарға планлаштырылған закон проектында иҫәпкә алыныуы мө мкин, тип белдерҙе.
       Фәнни - техник потенциал ярайһы уҡ ҙур булыуына ҡарамаҫта н, сәнәғәттә инновацион әүҙемлек кимәле етерлек түгел. Инновацион йәһәттән әүҙем предприятиелар һаны биш процент тирәһе тәшкил итә. Ойошмаларҙың үҙ средстволары етерлек булмауы, ә бюджет һәм бюджеттан тыш финанслауҙың сикле булыуы аңлашыла.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш
       һәм сәнәғәт министры Юрий Пустовгаров Кулибиндар булып та, беҙ уларҙың иҫ киткес таланттарын файҙалана алмайбыҙ, тип
       белдерҙе.
       - Республикала 70 - кә яҡын фәнни ойошма бар. 70 академик һәм Фәндәр академияһының ағза - мөхбире, 600 - гә яҡын докто р һәм дүрт мең тирәһе фән кандидаттары. Патенттар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алтынсы урында. Нефть эшкәртеү һәм ауыл хужалығында донъя кимәлендәге етештереү өлгөләренә эйәбеҙ. Быны файҙаланмау гөнаһҡа тиң.
       Юрий Пустовгаров үҙенең ведомствоһы исеменән "Инновацион эшмәкәрлек тураһында" закон проектына бер нисә үҙгәреш тәҡдим итте. Шул иҫәптә өс йылдан да кәм булмаған маҡсатлы дәүләт программаларын гарантиялау, законға тармаҡтың үҙкөйләнеше һәм туғандаш технопарктарҙы профилле комплекстарға берләштереү тураһында статья өҫтәү ҙә бар.
       - Этәргес көс бирергә һәм ситкә тайпылырға, сөнки дәүләт инновацион проектҡа һөҙөмтәле етәкселек итә алмаясаҡ, - тип кәрттәрҙе асты Юрий Леонидович, әммә "проектты тулыһынса
       шәхси ҡулдарға" шулай уҡ бер кем дә бирмәйәсәк, тип киҫәтеп
       ҡуйырға ла кәрәк тапты. Ләкин Кулибиндарҙың ҡаршыһына Строгановтар, Морозовтар йәки Демидовтар сығырға тейеш. 2005 йылдан 2010 йылға тиклем Башҡортостанға йәлеп ителгән
       раҫланған инвестициялар 54 миллиард һум күләмендә көтөлә, тип иҫәпләйҙәр БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығында.
       Инновацион һәм инвестицион эшмәкәрлеккә килгәндә, вице -
       премьерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәк башлығының хөкүмәттә инновацион һәм инвестицион эшмәкәрлекте көйләү буйынса айырым ведомство бүлеү тураһында Указы әҙер. Уның, мәҫәлән, күптән түгел булдырылған БР Президенты эргәһендәге Стратегик
       эшләнмәләр үҙәге менән нисек конкурентлыҡ итеүен күҙалларға
       ғына ҡала.
       БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы рәйесе Борис Бондаренко яҡшы уҡыусы мәктәп балалары һәм студенттарҙы яҡлап сығыш яһаны. "Юный техник" йәки "Техника молодежи" журналдарында сығыш яһ арға хаҡлы булған хәрәкәтте депуттар бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырҙы, тине ул. Рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге лә ҙур иғтибарға лайыҡлы. Һәм, ниһәйәт, дәүләттең барыһына ла аҡса еткерә алмауы ла аңлашыла. Күрәһең, ошондай "пионер" компаниялары өсөн инновацион кредиттар механизмы тураһында у йларға ваҡыттыр.
       Сығыш яһауҙар күп булды. Эшләнмәләр һәм уйлап табыуҙар иҫкә төшөрөлдө. Һөҙөмтәлә депутаттар мөмкин тиклем тиҙ арала
       республика законын ҡарарға һәм РФ Дәүләт Думаһына ошондай уҡ федераль закон ҡабул итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итергә,
       тигән ҡарарға килде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал