6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Барыһын да белеүсе сатириктар тураһында
07.11.06


       Бик борон заманда, туҡһан йыл самаһы элек, сатирик Аркади й Аверченко "Резина" тигән хикәйә яҙған. Хикәйә башына автор ошо фразаны сығарған: "Ҡарттар әле быуат башында уҡ баҙар
       мөнәсәбәттәре парадокстарынан көлгән". Ул быуат - егерменсе . Әлеге ваҡытта яңы - егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫтыҡ. Һәм тағы ла баҙар мөнәсәбәттәре парадоксҡа тиң. Дөрөҫ, ҡарттар хәҙер уларҙан көлмәй. Улар үҙҙәренең тормошон социализмда
       үткәрҙе, шуға күрә баҙар мөнәсәбәттәре уларға аңлашылып етмәй һәм көндәрен пенсия тиндәрен һанау һәм элекке йәмғиәт ҡоролошон һағынып хәтерләү менән үткәрәләр. Ҡалғаны иһә туҡһан йыл элек булған кеүек үк.
       "Ул осорҙа, 1917 йылда, Максим Сорокапудовтың үҙ бакалея кибете була. Йыш ҡына кисен, йоҡларға әҙерләнгәндә, Максим, хәйләкәр йылмайып, ҡатынынан:
       - Нисек уйлайһың, Кондратьевна, һарымһаҡлы "полтавскийҙы" тағы егерме биш тингә күтәреүгә ул түҙерме - тип һорай.
       - Һарымһаҡлы - тип һорауға һорау менән яуап ҡайтара Кондратьевна аяғын тырнай - тырнай. - Минеңсә, сыҙаясаҡ. Шартламаҫ әле.
       - Самалап ҡарарғамы икән - ти Максим. - "Азиатскийҙа" беҙҙең күпме ята әле
       - Йөҙ ҙә егерме һигеҙ.
       - Эх, өс йөҙгә тиклем еткерергә!
       Һәм - мөғжизә! "Ул" - йәғни, һатып алыусы - түҙә. Егерме биш тингә күтәргәнде лә, иллегә лә, бер һумға ла - барыһын ла.
       - Ҡыйбат, - тип икеләнә ул, - һуң... бирегеҙ.
       Был йөҙөнән нур ҡасҡан, иҫке башмаҡтар кейгән һатып алыусы тәжрибәле ҡулдарға эләккән резинаны хәтерләтә: әгәр уны ҡапыл түгел, ә аҡрынлап һуҙһаң, ул бик оҙаҡ тартылырға
       мөмкин. Тик нәҙегерәк, үтә күренмәлерәк була барасаҡ".
       Рәсәйҙең бөгөнгө һатып алыусылары элеккеләренән бер нимә менән дә айырылмай. Уларға, йәғни, беҙгә, көн һайын тип әйтерлек тарифтарҙың артыуы тураһында хәбәр итәләр. Тимер
       юл транспортында йөрөүгә, коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡ арта - парадокс, шул уҡ ваҡытта уларҙың сифаты үҙгәрмәй бит. Маршрут таксиҙарында йөрөү яғыулыҡ - майлау материалдарына х аҡтар артыуға бәйле күтәрелә - парадокс, ә нефть хаҡы кәмей. Газға хаҡты ике тапҡыр арттырырға вәғәҙә итәләр - парадокс, газ бит беҙҙә, Рәсәйҙә, табыла һәм уның запасы етерлек. Аҙыҡ
       - түлек һәм дарыуҙарға хаҡ арта. Юғары уҡыу йорттарында белем `k{s өсөн хаҡтар күтәрелә - парадокс, түләгән студенттарҙы сығарырға кәрәк бит, шуға күрә уҡытыусылар улар өсөн диплом яҙа.
       Уларға, йәғни, беҙгә, нимә эшләргә ҡала һуң Ашарға, фати р өсөн түләргә, балаларҙы уҡытырға, ниһәйәт, эшкә йөрөргә кәрә к бит. Һәм барыһы ла "һуҙыла", "маршруткаларҙа" күндәм генә кисәге ун һум урынына бөгөн 15 - те һуҙа, кисәге 120 һумлыҡ колбаса өсөн 150 һум сығарып һала.
       "- Ә нимә, - ти йоҡлап китер алдынан Максим, - бәлки ул и ке һумлыҡ сырға ла түҙер
       - Голландтыҡынамы Арттырып ебәрмәйһеңме һин Кисә генә бер һум ете тиндән һаттыҡ бит. Ҡурҡынысыраҡ.
       Әммә хаҡты күтәрәләр. Һатып алыусы һаман һуҙыла, йоҡара бара, көл төҫөнә инә, ә Азиат банкындағы аҡса сүлмәге ҡабарыуын дауам итә.
       - Күпме - тип һорай Максим бер көндө ҡатынының арҡаһынан
       һыйпап.
       - Ике йөҙ алтмыш һигеҙ.
       - Бик шәп. Өс йөҙгә тиклем ҡул һуҙыр ара ғына ҡала. Ә унд а шабаш! Тын урамда йорт һатып алырбыҙ, бер - ике ат алып ебәрһәк Күсер - бына, һинән дә киңерәк, һаҡалы - минекенән д ә киңерәк, һәм ҡырағай тауыш менән ҡайһы бер йәйәүлеләргә ҡысҡырһын. Бик шәп буласаҡ. Йәйгә Ҡырымда үҙебеҙҙең дачабыҙ буласаҡ. Балаларға француз уҡытыусыһы, кухняға - аш - һыу оҫтаһы алырбыҙ... Нисек уйлайһың, дүрт ҡырҡлыҡ сардина ға түҙерме икән
       - Һуҙылыр. Ул резина һағыҙ бит ул, кеше түгел.
       Һәм туҡ һыртландарҙы хәтерләтеп көләләр".
       Хәҙер халыҡтың килеме лә шулай уҡ арта бара, матбуғатта эш хаҡының күтәрелеүе тураһындағы шатлыҡлы хәбәрҙәр баҫылып тора. Халыҡтың килеме үҫешенә бәйле биш меңлек купюра сығарыла башланы - нимә тип янсыҡтарҙа ваҡ аҡса ташырға, ә бер һәм биш тинлектәрҙе файҙаһыҙ булыуҙары сәбәпле әйләнештән алыу планлаштырыла. Участка врачтары, синыф етәкселәре, башҡа бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы күтәрелә. Шәхси фирма етәкселәре шулай уҡ хеҙмәтләндереү хаҡын арттырыу иҫәбенә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрә. Легаль килемдәрен тиҫтәләрсә миллионлап иҫәпләгән министрҙар тураһында әйтергә лә түгел. Уларға ла йәшәргә кәрәк: Мәскәү янында йорт алғылары килә, бер - ике лимузин д а ҡамасауламаҫ... Балаларға - француз уҡытыусыһы, өлкәндәрен
       - Оксфордҡа оҙатырға ваҡыт.
       "Һәм бына күптән көтөлгән көн. Сауҙа ябыла, кибет тапшырыла, Азиат банкыһындағы аҡса сүлмәге лә тулды - өс йөҙ мең.
       - Мошка, - тип мөрәжәғәт итә Максим етеҙ комиссионерға, - хәҙер һинең сират. Беренсе сиратта, миңә смета төҙө - йорт,
       аттар, дача, француженка һәм повар.
       Икенсе көнгә смета әҙер була. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Максим ҡағыҙҙы алып күҙ һала... Һәм ишетелер - ишетелмәҫ кенә ҡысҡырған һәм ергә ниндәйҙер ауыр нимәнең ҡолаған тауышы ишетелә. Ҡото осҡан Кондратьевна һөйөклө иренең кәүҙәһенә ташлана. Һыуынып ҡатҡан бармаҡтарҙан Мошканың "баҙар хаҡтары нигеҙендә" төҙөгән "сметаһын" тартып алғас,
       ҡатын унда "Аттар - санаһы һәм экипажы менән - 300 000 мең һум. Йорт...һ. б." - тип уҡый".
       Күренеүенсә, Максим тәүге һөйләмдән ары уҡый алмағандыр. Һәм бына - кеше һәләк була. Ни өсөн Барыһы ла ябай ғына: ул
       резина һуҙғанда башҡалар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған һәм үҙ резинаһын һуҙған. Кемдер сардина һәм Полтава колбасаһы менән, ә кемдер аттар һәм йорттар менән эш итә шул.
       - Донъяла алйоттар етерлек, - тип яҙа Аверченко, айырыуса улар Рәсәйҙә күп.
       Бер нисә йылдан Рәсәйҙә ниндәй хәл булырын әйтеүе ҡыйын, әммә сатириктар - ҡыҙыҡ кешеләр - улар барыһын да белә һәм, күрәҙәселәр кеүек, киләсәкте күҙаллай ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал