6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Педагог һәм ғалим Шәриф Сюнчелей
03.11.06


       Ул Башҡортостанда халыҡ мәғарифын ойоштороусыларҙың береһе һәм күренекле ғилми хеҙмәткәр булараҡ билдәле.
       Шәриф Хәмиҙулла улы Сюнчелей 1885 йылдың 3 ноябрендә Һарытау губернаһы Шиков волосы Иҫке Мастяк ауылында донъяға килә. 1903 йылда Ҡазандың татар уҡытыусылары мәктәбенә уҡырға инә. Бында Чернышевский һәм Добролюбов
       хеҙмәттәре, шулай уҡ социал - демократик әҙәбиәт менән таныша. Беренсе рус революцияһы йылдарында Ҡазан уҡыу йорттарында уҡыусы йәштәрҙең революцион хәрәкәтендә әүҙем ҡа тнаша. 1905 йылдың ғинуарында Сюнчелей татар уҡытыусылар мәк тәбендә белем алыусыларҙың бер төркөмө менән революцион пропаганда алып бара, татар теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә һәм үҙе эшләгән гектографта листовкалар, прокламациялар баҫа һәм уларҙы эшселәр һәм йәштәр араһында т арата. 1906 йылдың мартында Шәриф Сюнчелейҙы был эшмәкәрлеге өсөн Әстерханға ебәрәләр. Ул 1907 йылда ғына Ҡазанға ҡайтып уҡыуын дауам итеүгә өлгәшә, һәм Пермь губернаһының Сараши ауылында рус - башҡорт теле уҡыта
       башлай. Уҡытыусы эше уға крәҫтиәндәр араһында агитация үткәреү мөмкинселеген бирә. 1915 йылда Сюнчелей Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылына китапхана эше буйынса инструктор итеп күсерелә. 1917 йылғы Февраль
       революцияһы көндәрендә ул революцион рухтағы крәҫтиәндәр, у ҡытыусылар һәм уҡыусыларҙы етәкләй, демонстрация һәм митингылар ойоштора.
       1917 йылдың мартында Сюнчелей Өфөгә күсеп килә һәм революцион ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәжит Ғафури менән бергә "Ирек" гәзитен нәшер итеүҙә ҡатнаша, уның мөхәррире Ғәлимйән Ибраһимов була.
       Октябрҙең еңеүенән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Шәриф Сюнчелей
       Өфө Советы башҡарма комитеты ағзаһы, мосолман эштәре буйынса коллегия ағзаһы, Өфө губернаһы советы эргәһендәге татар - башҡорт комиссариатының мәғариф бүлеге мөдире итеп һ айлана. 1919 йылдың йәйендә Өфө азат ителгәндән һуң,
       губернала халыҡ мәғарифы ойоштороусыларҙың береһе була.
       "Мәғариф фронты" журналы мөхәррире булып эшләй. Ошо уҡ ваҡытта татар телендә уның "Балалар баҡсаһында практик эштәр " педагогик брошюраһы сыға (1921).
       1922 - 1927 йылдарҙа Шәриф Хәмиҙулла улы Башнаркомпроста мәғариф наркомы урынбаҫары, социаль тәрбиә идаралығы мөдире, ғилми - методик академия үҙәге рәйесе һәм коллегия ағзаһы вазифаларын башҡара. Был осорҙа ул дөйөм белем биреү мәктәптәренең, техникумдарҙың һәм Өфө пединститутының алдынғы уҡытыусыларын халыҡ мәғарифы органдары тирәләй берләштерә, уларҙың тырышлығын ғилми - ғәмәли бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтә. Граждандар һуғышы, хужалыҡтың емереклеге шарттарында халыҡ мәғарифының өр - яңы ойоштороу формалары барлыҡҡа килә. 1923 - 1926 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан "Бәләкәй балалар менән әңгәмәләшеү", "Башҡортостан тураһында дөйөм мәғлүмәт" һәм "Башҡортостанда крайҙы өйрәнеү эше" яҙма хеҙмәттәре
       Сюнчелейҙың күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.
       1927 йылда Сюнчелей Халыҡ мәғарифы институты директоры, 1929 йылда - Башҡорт дәүләт педагогия институтының ( әлеге
       ваҡытта университет) тәүге директоры була. Ике йыл эсендә у ны квалификациялы кадрҙар менән нығыта.
       Сюнчелей Башҡортостандың халыҡ мәғарифы өлкәһендә ун йыл дауамында уңышлы эш алып бара. Был ваҡыт эсендә ул педагогика, тарих, крайҙы өйрәнеү һәм башҡа темаларға бик кү п ғилми - ғәмәли эштәр яҙа һәм татар һәм башҡорт телдәренә тәржемә итә.
       1930 -1934 йылдарҙа Сюнчелей - сәйәси иҡтисад буйынса Коммунистик академия аспиранты. Уны тамамлағас, Көнсығыш халыҡтарының Ғилми - тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
       Мәскәүҙә йәшәгән ваҡытында Сюнчелей төрлө мәсьәләләр буйынса бик күп хеҙмәттәр яҙа, шул иҫәптән 1947 йылда Мәскәүҙә "Башҡорттарҙың этнографик үҙенсәлектәре" брошюраһын сығара. 1959 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал