6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Бәләнән бер кем дә страховкаланмаған
03.11.06


       Булат Йосоповтың "Дурь" исемле яңы картинаһы тамашасылар араһында төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Талантын социаль юҫыҡҡа йүнәлтергә ҡарар итеп, режиссер беҙгә берҙән - бер улдары наркоманға әйләнгән бөгөнгө заман ғаиләһе хаҡында бәйән итә.
       Ҡыҫҡа метражлы таҫманың сценарий авторы Флорид Бүләков егеткә нормаль тормшҡа әйләнеп ҡайтыу өсөн бик аҙ мөмкинселек ҡалдыра, һәм ошоноң менән бик үк ыңғай булмаған баһаламалар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Әммә ләкин ысынбарлыҡта ла һәр ваҡыт матур финалға өмөт итеүе ҡыйын, уның менән иҫәпләшергә тура килә. Хатта ижад кешеһенә лә.
       Һуңғы ун йылда рәсми статистика буйынса ғына ла наркоманда р һанының туғыҙ тапҡыр, наркотиктарға бәйле енәйәттәр һаны -
       15 тапҡыр артыуы билдәле. Булат Йосопов перзентация ваҡытын да билдәләүенсә, фильм ысынбарлыҡта булған факттарға нигеҙләнеп төшөрөлгән.
       - Беҙ бөгөнгө көндө һәм заман проблемаларын асып һалыусы продукт сығарырға ҡарар иттек. һауығып социумға кире әйләнеп
       ҡайтыусы наркоман - бик шәп, әлбиттә. Тик тормошта бындай финалды йыш күрергә тура килмәй.
       Һәм уның һүҙҙәрен наркоман тиреһендә булып ҡараған актерҙар ҙа раҫлай.
       Төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Дмитрий Широнин:
       - Наркомания сирле кеше эргәһендә булғанда алған тәьҫораттарҙан уҡыған китаптарҙы ла, матур һүҙҙәрҙе лә оното п бөтөргә мөмкин... Наркодиспансер, дөрөҫөн әйткәндә, бик ау ыр тойғолар ҡалдыра.
       Фильмды төшөрөү инициативаһы менән ижади төркөмгә "Башкиновидеопрокат" идаралығы директоры Кинйә Ҡускилдин һәм БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай И льясов мөрәжәғәт итә. Һәм фильм Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башкиновидеопрокат ярҙамы менән төшөрөлә һәм РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса наркотиктар ә йләнешен контролдә тотоу буйынса идаралыҡта экспертиза үтә. Кино төшөрөүгә дәүләт ҡаҙнаһынан бер тин дә тотонолмаған, барыһы ла фильм авторҙарының энтузиазмы һәм средствоһы иҫәбенә башҡарылған.
       Ауыр хис - тойғолар менән бергә фильм ыңғай тәьҫораттар ҙ а ҡалдыра. Был уның авторҙарының йәмғиәтебеҙҙең иң ҙур проблемаһын ситләтеп үтмәүе һәм уны эстән яҡтыртырға тырышыуына бәйле барлыҡҡа киләлер. Һәм бөгөн республиканың у тыҙҙан ашыу киноустановкаһы кино проектын күрһәтеүҙә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бынан тыш таҫманы Рәсәй һәм халыҡ - ара фестивалдәргә лә сығарыу планлаштырыла. Тиҙҙән у л DVD форматында һатыуға сығасаҡ һәм һәр тамашасы фильмды һатып алып ҡарау мөмкинселегенә эйә буласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал