6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ун һум йөҙөн үҙгәртә
02.11.06


       Аҡса янсыҡтарыбыҙ тиҙҙән ауырая төшәсәк. Әммә быны артыҡ
       шатланыу өсөн сәбәп тип ҡабул итмәгеҙ. Һүҙ эш хаҡын күтәреү тураһында бармай. Ошо көндәрҙә Рәсәй Банкы 10 һумлыҡ аҡсаны шундай уҡ дәрәжәләге тәңкәләр менән алмаштырырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Ҡағыҙ 10 һумлыҡтар аҡрынлап әйләнештән сыға башлаясаҡ, уларҙы сығарыу күләме байтаҡҡа
       ҡыҫҡартылған да инде.
       Янсыҡтар ауыраясаҡ тигәндә, мин бөгөн ун һумлыҡтарҙың айырыуса һорау менән файҙаланыуын күҙ уңында тотам. Әйткәндәй, нәҡ ошо сәбәп финанс властарын ҡағыҙ аҡсаны металл тәңкәләр менән алмаштырыу тураһында ҡарар ҡылырға мәжбүр иткән. Сөнки ун һумлыҡ купюралар ярайһы уҡ тиҙ иҫкерә . 10 - 50 һумлыҡ банкноттарҙың хеҙмәт итеү ваҡыты ни бары ал ты - ете ай, ә тәңкәләр 10 - 15 йыл буйына файҙаланыла. Шула й итеп, 10 һумлыҡ тәңкәләр һуғыу байтаҡ аҡсаның янда ҡалыуын а булышлыҡ итәсәк. Был ҡарарҙың нигеҙле булыуы аңлашыла: ярты
       йыл һайын банкноттар эмиссияһына ҡарағанда, ун йылға бер тапҡыр тәңкәләр сығарыу отошлораҡ.
       Бер һәм биш тинлек аҡса сығарыуҙан баш тартыу ҙа экономия
       йәһәтенән маҡсатлы ярашлы, сөнки уларҙың әйләнеш интенсивлығы юғары түгел. "Гознак" федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Аркадий Трачук "бер һәм биш тинлек аҡса кире әйләнеп ҡайтмай" тип һанай - "... әгәр тауар һатып алған ваҡытта ҡайтарылған аҡса ошондай номиналда
       бирелә икән, артабан был аҡсаны бер кем дә тауар алыу өсөн файҙаланмай - уны банка йәки йәшниккә һалып ҡуясаҡтар". Әммә
       был аҡсаны сығарыуҙы туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән әле.
       Әгәр ун һумлыҡтар нумизматика күҙлегенән сығып ҡарағанда һирәк осрай торған аҡсаға әйләнһә, әйләнештә 500 һәм 1000 һумлыҡ купюраларҙың һаны кәмейәсәк. Был биш мең меңлек купюраларҙың сағыштырма ауырлығы артыуына бәйле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал