6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тамамланмаған осош
02.11.06


       Һоҡланғыс кеше Афзал Таһировтың ( 1890 йылдың икенсе ноябрендә донъяға килә) ғүмере 48 йәшендә өҙөлә. Күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан яҙыусыһының осошо шулай итеп к өтмәгәндә өҙөлә.
       Афзал Таһиров Бөгөлмә өйәҙе Әлмәт волосының Абдрахман ауылында (әлеге ваҡытта Татарстан Республикаһы территорияһы)
       башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә донъяға килә.
       Улының тыуған көнө атаһының хәтерендә ҡала, һәм бына ни өсөн. Афзал Таһиров был турала үҙенең "Мин нисек үҫтем" яҙмаларында әйтеп ҡалдыра.
       "Ҡырауҙан һуң тәүге ҡар төшөүенән файҙаланып, ул таң менә н һунарға сығып китә. Ул йылдарҙа киң яландарҙа, ҡуйы урмандарҙа йәнлек күп булғанлыҡтанмы, әллә мәргәнлеге арҡаһындамы, ул ҙур һаҙлыҡ эргәһендә 15 ҡуян, ике ҡор атып ала. Урманға ингәс, һыуһар эҙенә төшә һәм эҙ буйлап барып, имән ағасындағы ҡыуыш янына килеп сыға. Даланлығы үҙенекен и тә - һыуһар менән бергә ул ярты бот балға ла эйә була. Йәйҙә н был ҡыуышта бал ҡорттары күсе оялаған, ә ҡышҡа табан туңып һәләк булғандыр, күрәһең.
       Ошо уңышлы һунарҙан ҡайтыуына мин дә донъяға килгәнмен. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә яратып уҡыған "Ҡырҡ вәзир" китабының
       битенә ул үҙ ҡулы менән түбәндәгеләрҙе яҙған: "Эҙенә төшкән аҫты эләктерә алырмын тип уйламағайным. Эләктерҙем. Һәм улым да ниәтләгән эшенән тайпылмаһын өсөн, уға Афзалетдин - лайыҡлы, бик яҡшы дин кешеһе тигән исем бирергә ҡарар ҡылам" .
       Афзал Таһировтың тормошо бала сағынан уҡ еңелдән булмай. 11 йәшенән ул кулакта тир түгә, мал көтә, таш ватыусы, ауыл хужалығы эшсеһе булып эшләй, ата - әсәһенән иртә етем ҡала. Батша армияһында хеҙмәт итеү ҙә уны ситләтеп үтмәй, 1917 йылға тиклем хеҙмәт итә. Партия сафына баҫа, һалдаттар араһында һуғышҡа ҡаршы өгөтләү менән шөғөлләнә, листовкалар таратыуы өсөн бер нисә тапҡыр язаһын да ала. Армиянан һуң тыуған яғына ҡайта һәм ауылында ялҡынлы агитаторға әйләнә. Яҡташтары уны Әлмәт волисполкомы ағзаһы итеп һайлай. 1918 йылда Бөгөлмә янында аҡ чехтарға ҡаршы көрәшкән хәрби
       отрядҡа етәкселек итә. Һуңынан Ырымбур халыҡ мәғарифы бүлеген етәкләй, "Юҡһылдар һүҙе" гәзитендә мөхәррир, 1 - се армияның сәйәси мәктәбе начальнигы булып эшләй.
       Сәйәси эшмәкәрлектә, яңы тормош өсөн көрәштә кәрәкле билдәле күнекмәләрҙе ул әйтелгән ойошмаларҙа ала, әлбиттә, әммә дәүләт һәм партия эшмәкәре, яҙыусы булараҡ ул үҙе ҡаты тормош мәктәбе үткән Урта Азияла өлгөрөп етә. 1921 - 1928 йылдарҙағы йәшәйешендә туҡталып китергә теләйем. Бында беҙгә Ташкенттың тарих фәндәре кандидаты, Афзал Таһировтың т ормошон һәм ижадын өйрәнеүсе Л. Басирова ярҙам итәсәк.
       "1921 йылдың майында Төркөстанға командировкаға барҙым һәм Сәмәрҡәнд облоноһы ҡарамағына йүнәлдем, гәзиттә эшләнем, партия мәктәбендә һәм Үзбәк институтында лекциялар уҡыным, - тип яҙа А. М. Таһиров автобиографияһында. - Бер йы л Сәмәрҡәндтә эшләгәндән һуң, 1922 йылдың июнендә, Хорезмға командировкаға ебәрҙеләр. Хорезмда совет - партия мәктәбе
       ойошторҙом, унда инде өсөнсө состав белем ала..."
       Сәмәрҡәндтең партия обкомы Афзал Таһировты юғары баһалауын һәм үҙендә ҡалдырырға теләүен билдәләргә кәрәк. Быны архив документтары ла дәлилләй.
       Әммә Валериан Куйбышев тәжрибәле һәм ышаныслы хеҙмәткәрҙе яңы эш урынына ебәрә. Унда Афзал Таһиров беренсе совет - партия мәктәбен ойоштороусы һәм уның директоры булыуҙан тыш, агитпромотдел мөдире, "Азатлыҡ ҡояшы" гәзите мөхәррире, Үҙәк иҫәпләү комиссияһы рәйесе
       вазифаһын да башҡара.
       1928 йыл аҙағында ВКП (б) - ның Үҙәк Комитеты уны Башҡортостанға эшкә оҙата. Был тәғәйенләнеш алдынан ҡыҙыҡлы документ - баһалама килә.
       "... Беҙ иптәш Таһировты Урта Азиянан уның туберкулез һәм тапма менән етди ауырыуы арҡаһында ғына ебәрҙек, ә Урта Азия
       шарттарында эшләү уның өсөн үлемгә тиң. Хеҙмәт итеү күҙлегенән сығып ҡарағанда, ул, һис шикһеҙ, файҙалы, эшлекле
       иптәш һәм ошо баһаламаны аҡлай.
       Әгәр ҙә ул ауырымаһа, һәм бында ете йыл эшләү факты булмаһа, беҙ уны ебәрмәҫ инек. Уға дауаланыуын тамамлау мөмкин булған урында эш тәҡдим итеүеңде һорайым, өҫтәүенә уның сире эштән китеүен талап итмәй. Ул Урта Азиялағы эшмәкәрлеге, белеме һәм көслө большевик булып ҡалыуы менән ҙ урыраҡ урынға күсереүгә лайыҡлы. Уны Ҡырымға эшкә ебәреү
       мөмкин булһа, бик яҡшы булыр ине. Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса был мөмкин булмаһа, ул саҡта Башҡортостан йәки
       Татарстанда ла һәйбәт. Һау булып тор. 11/11". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, адресат һәм ҡултамға танырлыҡ түгел.
       ВКП (б) - ның Үҙәк комитетына ебәрелгән хат - баһалама ү ҙ
       ролен уйнай. 1929 йылдың ғинуарында Таһиров Башҡортостанда була. Ул Башҡорт өлкә контроль комиссияһының партколлегия секретары урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ә 14 - с е партия конференцияһында өлкә контроль комиссия рәйесе урынбаҫары һәм яуаплы секретарь итеп һайлана.
       1931 йылдың февралендә 8 - се Бөтә башҡорт советтары съезында Афзал Мөхөтдин улы Таһиров БашЦИК рәйесе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул ҡулға алынғанға тиклем эшләй.
       Афзал Таһировтың Башҡортостандағы тормошо һәм эшмәкәрлеге нескәлектәренә тиклем билдәле. Ул республиканың Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең
       береһе, атҡаҙанған әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәре була.
       Тағы ла Таһировтың тормошоноң һуңғы осорондағы документтарға иғтибар итәйек. Уның автобиографияһы ла һаҡланған:
       "... 1935 йыл башында ССР Союзы Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы һәм ВЦИК ағзаһы итеп һайландым.
       1907 йылдан башлап әҙәби хәрәкәттә ҡатнаштым. Әлеге ваҡытҡа тиклем 70 китап ( романдар, повестар, хикәйәләр һәм пьесалар) сығарҙым. Уларҙың бишәүһе Октябрь революцияһына тиклем, ҡалғандары революциянан һуң совет нәшриәттәрендә
       баҫылды.
       Бөтә союз совет яҙыусылары ойошмаһының идара ағзаһымын. Я ңы алфавит комитеты рәйесе һәм Бөтә союз яңы алфавит комитеты ағзаһы булып эшләйем. 1917 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем төрлө тематика буйынса матбуғатта ҡатнашам. Партия һәм совет темаларына 2673 мәҡәлә яҙҙым.
       ВКП (б) обкомы бюроһы һәм Башҡорт хөкүмәте ҡарары буйынса атҡаҙанған әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәре тигән исем бирелде. 1937 йыл, дүртенсе март. А. Таһиров".
       Алда бер ниндәй ҙә фажиғә көтөлмәгән кеүек. Туберкулез менә н сирләүсе А. Таһиров июнь айында Кисловодск шифаханаһына дауаланырға китә. Башҡаса әйләнеп ҡайтмай. НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ҡулға алыу өсөн нигеҙ булып Нурликов фамилиялы кешенең Таһировты совет власына ҡаршы эш алып барыуҙа ғәйепләүсе күрһәтмәләре тора.
       1937 йылдың 11 авгусында Башҡорт партия обкомы бюроһы
       ҡарары менән А. М. Таһиров халыҡ дошманы тип иғлан ителә һәм ВКП (б) сафынан ҡыуыла.
       Күренекле революционер, дәүләт эшмәкәре, яҙыусының осошо шулай итеп өҙөлә. А. М. Таһировтың тормошона ҡурғаштан нөктә
       ҡуйыла. Енәйәт составы булмауы сәбәпле Афзал Мөхөтдин улы 1956 йылдың 12 майында реабилитациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ө фөлә һәм республика территорияһында әлеге ваҡытта Афзал Таһировтың иҫтәлеген мәңгеләштереүсе бер билдә лә юҡ.
       1990 йылдың ноябрь айында Өфөнөң Коммунистик урамында бронзанан ҡойолған, Таһировтың барельефы ҡуйылған һәм урыҫ һ әм башҡорт телдәрендә "Был йортта 1931 - 1935 йылдарҙа күренекле дәүләт эшмәкәре, билдәле башҡорт яҙыусыһы Афзал Таһиров йәшәгән" тип яҙылған мемориаль таҡтаташ асыла. Әммә был таҡтаны күптән инде урлағандар, металл артынан һунар итеүселәрҙер, тип уйларға ҡала. Һәм был юғалтыуға бер кем дә иғтибар итмәй...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал