6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Борис Шнейдер: бер роль өсөн дә артист булырға мөмкин
02.11.06


       П. А. Шеин етәкселегендәге Халыҡ театрын Борис Аронович
       Шнейдерһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. 24 йыл эсендә 35 спектакль ҡуйылған, дөйөм алғанда, театр менән мауығыуы ярты
       быуаттан ашыу дауам итә.
       - Минең өсөн нимә мөһимерәк булыуын белмәйем. Икмәк - тоҙлоҡ эшләргә мөмкинселек биреүсе хеҙмәтемдер, моғайын. Ә театр - күңел өсөн. Ижади һәләттәрем ҡайҙан киләме Әсәйем, моғайын, инәйеңдәндер, ти торғайны. Атайым яғынан инәйем - Бася инәй кем булып ҡыланып та килештерә торғайны. Ижади натура, ысын еврей ҡатыны - изге күңелле, яғымлы кеше, бик тәмле итеп бешеренә ине.
       Унынсы синыфта уҡығанда, беҙҙең 10 - сы һанлы мәктәп ир балалар мәктәбенән ҡатнаш уҡыу йортона әйләнде. Ҡыҙҙар уҡырға килде, һәм уҡытыусыларҙың береһе мәктәптә драма түңәрәге ойошторорға ҡарар итте. Беҙ Чеховтың "Юбилейын" ҡуйҙыҡ, миңә тәүге тапҡыр роль ышанып тапшырҙылар. Был хәл 51 йыл элек булды. Ә 1956 йылдың көҙөндә мин Офицерҙар йортонда Рус драмаһының аҡһаҡалы Николай Дроздов етәкселегендәге драма түңәрәгенә килдем. Бер юлы институтта
       ла уҡыным, түңәрәккә лә йөрөнөм, унда үҙемдең буласаҡ ҡатынымды ла алып килдем, беҙ бергә уйнаныҡ, һуңынан Төркмәнстанға киттек, унда мин Халыҡ театрында эшләнем. Ҡайтҡас, бында ла уйнаным, һәм 1982 йылда Халыҡ театрына тиклем "барып еттем".
       "Поминальная молитва" - иң яратҡан эшем, сөнки унда туғандарымдың образдарын - уларҙың манераларын, һөйләшеүен, боронғо еврей аҡылының рухын туплауға өлгәшелде. Мин бер
       кемде лә ҡабатламаным, әммә айырым өҙөктәрҙә иҫтәлектәр файҙаланылды. Хаим - Зелик исемле алыҫ ҡына туғаныбыҙ бар ине. Һәм уның бер үҙенсәлеген хәтерләйем - ул бик һуң, барыһ ы ла йоҡларға ятҡас тип әйтерлек килергә ярата торғайны. Ул тәҙрә йөҙлөгөнә шаҡый, һәм Бася инәйҙең ире Моисей: "Тағы ла
       Хаим - Зелик килде! Хәҙер уның менән һөйләшергә кәрәк булас аҡ!" - тип тороп ултыра. Бына роль ошондай киҫәктәрҙән йыйылды ла
       инде. Әммә беренсе урында Григорий Гориндың күҙ йәштәренә л ә, көлкөгә лә бай талантлы пьесаһы тора. Әлбиттә, Тевье - иң яратҡан ролем. Ошо бер роль өсөн генә лә артист булырға мөмкин.
       Иҫтә ҡалған образдарҙың береһе - Венедикт Ерофеев пьесаһы
       буйынса "Вальпургиева ночь, или Шаги командора" спектакле. Был әйбер "Полет над гнездом кукушки" әҫәренә тиң. Пьесала ҡәҙимге еврей кешеһе Гуревичтың психиатрия поликлиникаһына э ләгеп, аҡылдан яҙғандарҙың - нормаль кешеләр, ә
       хеҙмәтләндереүсе персонал - санитарҙар, врачтар һәм башҡаларҙың ҡәбәхәт булыуҙарын асыҡлауы хаҡында. Спектаклдә мин урыҫ кешеһен, ә Алексей Ходоров - Гуревичты уйнаныҡ. Фажиғәле, иҫ киткес көслө пьеса. Петр Шеин уны 1989
       йылда, илдә һынылыш барған осорҙа ҡуйҙы.
       Театрҙың бәләкәй сәхнәһендә өс кешелек, бик талантлы итеп яҙылған "Вторая смерть Жанны Д, Арк" спектаклен ҡуйҙыҡ. Был Орлеан ҡыҙының тормошо тураһындағы версияларҙың береһе, уның Алла һәм йәлләт менән осрашыуы тураһында. Мин Алланы уйнаным, Юра Стульников - йәлләт, Ольга Буслаева Жанна булды . Спектакль бик шәп килеп сыҡты.
       Телевидениеға килгәндә, унда ла бер нисә тапҡыр саҡырҙыла р. Унда Алексей Ходоров оҙаҡ йылдар эшләне, хәҙер әйҙәүсе актрисаларыбыҙ Ева Щелчкова һәм Ольга Полянских эшләй. Берәй сюжет кәрәк була ҡалһа, улар, әлбиттә, коллегаларына мөрәжәғәт итә. Саҡырһалар, мин дә баш тартмайым.
       Киноға ла төшөргә тура килде - "День хомячка" фильмында. Мин унда академик ролен уйнаным.
       Театрҙың алдағы пландары араһында - февраль айына шат күңелле "Ханума" спектаклен тергеҙеү тора.
       "Поминальная молитва" спектакленән онотолғоһоҙ Тевье, "Шу т Балакиревта" карьерасы Ягужинский, Эзоп һәм башҡалар - был
       ролдәр барыһы ла сағыу, иҫтә ҡалыусан. Борис Шнейдер тыуҙырған образдар ерҙә ныҡ баҫып тороусы кешенең бай тәжрибәһен, аҡылын һәм күп мәғәнәлелеген үҙендә сағылдыра.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал