6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Сәләмәтлек" һандарҙа һәм факттарҙа
02.11.06


       Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илдәге төп приоритеттар хаҡында иғлан итеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Рәсәйҙә дүрт милли проекттарының береһе "Һаулыҡҡа" арнала. Әле ул ваҡытта уҡ дәүләт башлығы һаулыҡ һаҡлау системаһындағы хәл - тороштоң имен булмауы һәм уны тамырынан үҙгәртеү талап ителеүен билдәләгәйне.
       Программа идеологтарының төп иғтибары нимәгә йүнәлтелә
       Беренсел медицина звеноһы, беренсел медицина ярҙамы үҫеше, халыҡ араһында вакцинация һәм һөҙөмтәле диспансеризацияны ла
       иҫәпкә алып, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Инфекцион ауырыуҙар, шул
       иҫәптән ВИЧ - инфекция һәм башҡа сирҙәрҙең таралыуын кәметеү, яңы тыуған балаларҙы медицина тикшереүенең яңы программаларын индереү планлаштырылды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн бүлергә ниәтләгән сумма миллиардлап иҫәпләнде. У ның ҡарауы һөҙөмтәлә, проектты әҙерләүселәр күҙаллауынса, һаулыҡ һаҡлау системаһын ыңғай үҙгәрештәр көтә, ә ул, үҙ сиратында, мотлаҡ милләттең сәләмәтлек күрһәткесендә сағылыш табасаҡ. Һәм нәҡ ошо йүнәлеш киң күләмдә башҡарылған был эштең төп критерийы булыр, моғайын. Сөнки милли проекттың бурыстары - һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре башҡарған эштең абруйын күтәреү, дауалау учреждениеларын заманса диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырыу һәм "тиҙ ярҙам" паркын яңыртыу ғына түгел, халыҡ араһында өҫтәмә бушлай иммунизация үткәреү, яңы тыуған балаларҙы төрлө яҡлап тикшереү һәм башҡалар.
       Һәм, шулай итеп, ҡайһы бер һөҙөмтәләр яһарға ла ваҡыт етт е. Башҡортостанда "сәләмәт" милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә нимә эшләнгән һәм нимә эшләргә кәрәк - төбәктең медицина хеҙмәткәрҙәре тармаҡ эшмәкәрлегенең туғыҙ айлыҡ
       йомғаҡтарына арналған коллегияла ошо турала һүҙ алып барҙы.
       Тәүге йомғаҡлауҙар ярайһы уҡ өмөтлө - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ыңғай һөҙөмтәләр етерлек. БР һаулыҡ һаҡлау
       министры урынбаҫары Валерий Шакировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, амбулатория - поликлиникаларҙың беренсел звеноһында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре һаны туғыҙ ай эсендә алты процентҡа, шул иҫәптән врачтар - 11 процентҡа, шәфҡәт туташтары һаны - 1,5 процентҡа артҡан. Участка хеҙмәт е врачтарының уртаса эш хаҡы 18 233 һум, шәфҡәт туташтарының
       - 10 411 һум тәшкил иткән.
       Амбулатория - поликлиника учреждениеларына 338 миллион
       һумлыҡ 327 берәмек диагностика ҡорамалдары ҡайтарылған. 2007 йылға ҡорамалдар ҡайтарыу буйынса план төҙөлгән дә инде . Валерий Фридович әйтеүенсә, 107 учреждение өсөн 400, 6 миллион һумлыҡ 459 берәмек ҡорамал ҡайтарыласаҡ. Тиҙ ярҙам х еҙмәтенең автомобиль техникаһы паркы ла яңыртылған - Башҡортостанға 98,8 миллион һумлыҡ 148 автомобиль ҡайтарылған.
       ВИЧ - инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау саралары сиктәрендә
       393 пациент антиретровируслы препараттар ҡабул итә.
       Октябрь айында полиомиелитҡа ҡаршы вакцинация башланды, иммунизация үтергә тейешле халыҡтың 16 процентына, 63,3 мең кешегә - грипҡа ҡаршы прививка яһалған. Ҡыҙамыҡҡа ҡаршы вакцинация - йөҙ процент тәшкил итә.
       Йыл башынан 35 270 яңы тыуған сабыйға нәҫелдән килгән ауырыуҙарға, 15,5 мең балаға - адрегениталь синдром һәм муковисцидозға тикшереү үткәрелгән.
       Социаль страховкалау фондынан бала табыу сертификаты буйынса дауалау - профилактика учреждениеларына 224,8 миллион һум күсерелгән.
       Бюджет өлкәһендә эшләүсе 63 мең кешегә өҫтәмә диспансерлаштырыу үткәрелгән, был маҡсатҡа дауалау - профилактика учреждениеларына республиканың мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан 30,5 миллион һум күсерелгән.
       Федераль бюджет иҫәбенә федераль клиникаларҙа күрһәтелгән юғары технологик медицина ярҙамына квоталар һаны артҡан. 2006 йылдың ғинуарынан октябрь айына тиклем 733 пациент, шул
       иҫәптән 46 кеше республика бюджеты иҫәбенә, дауалауға йүнәлтелгән.
       Бөгөнгө көнгә өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыуға
       федераль бюджеттан 1 414 055 000 һум, БР бюджетынан - 787 325 000 һум, муниципаль берәмектәр бюджетынан 34 081 000 һум күсерелгән.
       Шулай итеп, туғыҙ ай эсендә республиканың идара итеү һәм дауалау учреждениелары медицина ярҙамын үҫтереү һәм камиллаштырыу өсөн һиҙелерлек эш башҡарҙы, тип һығымта яһаны Валерий Шакиров.
       Әммә был эштең дауам ителәсәге аңлашыла. 2006 йылдың ҡалған өлөшөндә тармаҡтың төп бурыстары - медицина - санитар
       ярҙамдың ресурстар базаһын нығытыуҙы дауам итеү, һаулыҡ һаҡлауҙың профилактик йүнәлешен көсәйтеү, бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мөмкинселектәрҙе киңәйтеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең яуаплылығын арттырыу һ.б.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал