6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Голланд сыры сысҡан ҡапҡанында ғына түгел
02.11.06


       Тюльпандар иле тип аталған Голландия тураһында ишеткәнегеҙ
       барҙыр. Унда 16 миллионға яҡын кеше йәшәй, уларҙың дүрттән бер өлөшө спорттың берәй төрө менән шөғөлләнә. Миллион тирәһе - футбол, 800 меңе - гольф, 700 меңе - теннис, 150 ме ңе - үлән өҫтөндә хоккей уйнарға ярата, ҡалғандары ошо уҡ үл ән өҫтөндә ултырып ял итеүҙе хуп күрә. Һәм бына күптән түгел футболға битараф булмаған голланд халҡы бер аҙ ваҡытҡа тағы 20 кешегә артты. Быйылғы йылдың июль айында грантҡа лайыҡ булған балалар - үҫмерҙәр командаларының тренерҙарынан торған урыҫ десанты коллегаларының эше менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында Нидерландта булып ҡайтты. 20 "турист" иҫәбендә Өфө тренеры Александр Скоробогатов та бар. Һәм беҙ уға сәйәхәт - командировканың нисек үтеүе тураһында бер нисә
       һорау менән мөрәжәғәт иттек.
       - Александр, тюльпандар иленә осош нисек үтте
       - Мәскәүгә тиклем нимә менән барыуҙы һәр кем үҙе һайланы - мин поезда барҙым. Артабан инде барыһы менән дә
       командировканы ойоштороусылар шөғөлләнде. Амстердам ҡалаһынан 120 километрҙа урынлашҡан бәләкәй генә Доорверт ҡаласығына килеп төштөк. Ғөмүмән, унда төрлө ҡалалар араһында ике - өс километр ғына ара, бөтә илде машинала бер
       нисә сәғәттә урап үтергә мөмкин. "Голден тулип" ("Алтын тюльпан") ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Беҙ тигәнем - Калининградтан Владивостокка тиклем бөтә Рәсәйҙән йыйылған о тряд.
       - Кройф һәм данлыҡлы сыр иленәд экскурсия программаһы нимәнән ғибәрәт булды
       - Беҙҙе урындағы футбол белгестәренә ышанып тапшырҙылар, улар араһында Голландияның йәштәр йыйылма командаһы тренеры Ремми Райнинс, "Эйндховен" клубының физик әҙерлек буйынса тренеры Арно Филлипс та булды. Улар беҙгә лекциялар курсы уҡырға һәм уны практик күнекмәләр өлгөһөндә нығытырға тейеш ине. Тәржемәсе ролен бына инде 12 йыл Голландияла йәшәүсе Алексей Климов үтәне.
       - Был күнекмә - экскурсиялар нимәһе менән хәтереңдә ҡалды 
       - Беҙгә физик әҙерлек һәм теория, балалар һәм үҫмерҙәр араһында тренерлыҡ эшен алып барыу буйынса лекциялар уҡынылар, иң юғары сифатлы футбол яландарында практик күнекмәләр үткәрҙеләр. Был илдә күнекмәләр процесы футбол уйыны аша ғына барыуын билдәләргә кәрәк ( егеттәр кросс йүгермәй һәм махсус рәүештә мускулдарын да нығытмайҙар). Һәр тренер ике йәш категорияһындағы команданы алып бара, артабан уларҙы коллегаһына тапшыра. Йәштәр буйынса бүлеү уйнаусы командалар схемаһына ла ҡағыла: алты - һигеҙ йәшлек
       балалар дүрткә дүрт форматында, туғыҙ - ун йәшлектәр - етег Ь
       ете, артабан 11 - 12, 13 - 14, 15 - 16 категориялылар 11 - гә 11 форматында уйнай. Тағы ла Голландияла ете йәштең һәр береһе буйынса - 15, 16, 17, 18, 19, 21, 23 - илдең үҙ йыйылма командалары бар. Башта беҙ Голландияның "Витесса" юғары дивизионының футбол клубы базаһында булдыҡ. Бындағы дүрт яланда өлкән футболсыларҙың да, үҫмерҙәрҙең дә бер юлы шөғөлләнеүен ҡараныҡ. Артабан ҡасандыр һәр бер ҡапҡа һаҡсыһының ҡотон алыусы көслө уйынсы, бөгөн "Эйндховендың" т ренеры булып эшләүсе Рональд Куман менән осраштыҡ. Ул беҙҙең бөтә һорауҙарға ла яуап бирҙе, һуңынан бүләктәр тапшырҙы һәм беҙҙең менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
       - Нидерланд чемпионаты матчтарын ҡарай алдығыҙмы
       - 15 - 16 йәшлек егеттәр уйнаған "Номингем" - "Эйндховен" матчын ҡараныҡ. Ул 1 : 1 иҫәбенә тамамланды, артабан беҙгә уйын барышын энәһенән ебенә тиклем тикшерергә ҡушылды. Шулай уҡ өлкән футболсылар ҡатнашҡан "Виллем - 2" һәм "Рода " командаларының осрашыуын анализланыҡ.
       - Ә мәҙәни программа нисегерәк булды
       - Ял итеүгә артыҡ ваҡыт булманы. Уңайлы, тиҙйөрөшлө элект р поезында 40 минут эсендә Амстердамға барып еттек һәм экскурсияны дауам иттек. Ҡаланың үҙәк стадионында туҡталманыҡ, эргәһенән генә үтеп киттек. Ә ҡала бик матур - уны каналдар киҫеп үтә, уларҙа йылға трамвайҙары йөрөй. Төнө н Амстердам иллюминациялар утына күмелә.
       - Әммә вояж мәңгелек түгел, "Тыуған яҡ еҫен" ҡасан тойҙоғ оҙ
       - Ҡайта торған көндө иртә менән Ватан үҙе тураһында белдер ҙе. Сәйер яңғыраһа ла, Голландияла шулай уҡ автомобиль тығындары була икән. Һәм Доорверттан Амстердамға аэропортҡа юл тотҡанда беҙ шундай тығынға эләктек. Урындағы авиакомпанияның самолеты осоуына 40 минут ҡалғанда ғына килеп еттек, әммә был ваҡыт һуңлауға тиң һәм лайнер беҙҙе ҡалдырып осоп китте. Бөтәһе лә теүәл үҙ ваҡытында башҡарыла,
       хатта сит илдән килгән ҡунаҡтарға ла өҫтөнлөк бирелмәй. Беҙ гә Рәсәй яғы менән бәйләнешкә инергә тура килде, һәм туған "Аэрофлот" беҙҙе өйгә алып ҡайтты. Кем әйтмешләй, ҡунаҡта һәйбәт, ләкин өйҙә яҡшыраҡ.
       Һүрәттәрҙә: 1. Ниндәй үләнде хуп күрәһегеҙ
       2. Кумандың эргәһендә ҡасан торор инек әле...
       3. Бассейнда ла уйын тураһында онотмайҙар...
       4. ... ҡыуаҡта ла футбол туптары үҫә...
       5. ... ә Амстердамда йылға трамвайҙары гиҙә...
       6. һәм ҡаланы сағыу уттар биҙәй...
       7. Имтихан тапшырылды...

Дмитрий Слезин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал