6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Үҙ йортом булһын тиһәң...
01.11.06


       Бөтә нимә лә бер ваҡыт йөҙәтә башлай. Әлеге ваҡытта ҡасандыр
       камиллыҡ өлгөһө булып күренгән быяла һәм бетон йорттарҙың
       сираты етте. Мода, шулай уҡ айыҡ аҡыл менән уйлау ҙа ергә яҡыныраҡ йәшәү һәм үҙеңде тәбиғи материалдар менән уратыу кәрәклеген иҫбатлай. Ауылда бәләкәй генә өйөң булһа шәп, ҡал а ситендә ҙур коттеджың булыуы тағы ла яҡшыраҡ. Ул ваҡытта инде эш көндәрендә ҡала тормошонда ҡатнашырға, ялда үҙ участкаңдағы ағас йортта ял итергә лә мөмкин. Унда тын алыуы ла еңел, стеналарҙан зыянлы формальдегид түгел, ә ылыҫ еҫе аңҡый. Тупһаңа сыҡһаң, күршеләрҙең машиналары теҙелмәгән, ә үҙең ултыртҡан сәскә түтәлдәре ҡаршы ала...
       Күптән түгел Өфөлә булып үткән "Күсемһеҙ милек. Көҙ 2006" күргәҙмәһендә өҫтөнлөк бирелгән тема нәҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағылды. Шунда уҡ махсус "Ҡала ситендәге йорт" проекты тәҡдим ителде һәм "Коттедж ҡасабалары баҙары һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү барышы һәм перспективалары" т емаһына "түңәрәк өҫтәл" үтте.
       "Түңәрәк өҫтәл" ултырышында Өфөлә һәм ҡала янында коттедждар төҙөүҙең бөгөнгөһө һәм иртәгәһе, йортто төҙөү һәм теркәү ваҡытында барлыҡҡа килеүе мөмкин булған юридик проблемалар тикшерелде.
       - Кешеләр ергә яҡыныраҡ булырға, уны тәрбиәләргә бурыслы,
       - тип һүҙ башланы күсемһеҙ милек буйынса консультант Наил Ғиләжев. - Идеалда һәр ғаиләнең бер гектар самаһы имениеһы булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡала янында коттедж ҡасабалары төҙөү мәсьәләһе буйынса республика күрше өлкәләрҙән ҡалыша, әммә 2007 - 08 йылдарҙа беҙ ҡала янындағы
       төҙөлөштөң йылдам артыуын көтәбеҙ.
       Өфөнөң Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса төп идаралығы начальнигы урынбаҫары Галина Чиглинцева август айында Өфөнөң үҫеше буйынса генераль пландың раҫланыуы хаҡында хәбәр итте. Әлеге ваҡытта ҡала майҙаны 75 мең гектар самаһы тәшкил итә, планға ярашлы рәүештә, ул 85 меңгә етәсәк. Шаҡша , Дим һәм Затондан тыш Өфөнөң территориаль сигендә 28 мең кеше йәшәгән 46 ауыл - ҡасабалар иҫәпләнә. Был ҡасабаларҙың ҡайһы берҙәрендә коттедждар төҙөлөшө йылдам бара. Төҙөлөш ар тһа ла халыҡ һаны шул көйө ҡала, сөнки, коттедждар күпселек осраҡта икенсе торлаҡ ролен үтәй. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны бер миллион 400 мең квадрат метр булыуы күҙаллана.
       Төҙөлөш процесында барлыҡҡа килгән төп проблема - йорттарға
       проект документацияһының булмауы. Йорттарҙың яртыһының ғына проекттары бар, сөнки, нигеҙҙә, ҡасабалар стихиялы рәүештә барлыҡҡа килә. Шуға күрә был ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, инженер тәьмин ителеше тураһында һүҙ йөрөтөү
       ҡатмарлы.
       Өфөнөң Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса төп идаралығының юридик хеҙмәт начальнигы Алексей Михайленко
       ер участкаһы бүлеү һәм йорт төҙөүгә бәйле процедуралар тураһында һөйләне. Федераль ҡануниәткә һәм Өфөлә шәхси торлаҡ төҙөү тураһында положениеға ярашлы, Башҡортостандың б аш ҡалаһында һәр кем ( даими йәшәү урыны мөһим түгел) шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектын, йәғни бер ғаилә өсөн өс ҡаттан да күберәк булмаған йорт төҙөү хоҡуғына эйә. Төҙөлөш өсөн участка булыуы - мотлаҡ шарт. Ер алыу өсөн Өфө хакимиәт е башлығы Павел Качкаев исеменә мөрәжәғәт итергә, әммә был мөрәжәғәтте Өфөнөң Архитектура һәм төҙөлөш буйынса төп идаралығына алып килергә кәрәк. Унда һайлау акты төҙөлә, төҙөлөш буйынса һығымта яһала һәм ер участкаһының планы төҙөлә. Артабан был ике документ "Күсемһеҙ милек үҙәгенә"
       тапшырыла. Участкаға заявка матбуғатта баҫыла. Әгәр участка ға тағы ла кемдер дәғүә итә икән, аукцион иғлан ителә, һәм сауҙалашыуҙа еңеүсе участкаға хужа була. Әгәр дәғүәсе берәү генә икән, дәғүә итеүсегә ергә хоҡуҡ биреүсе документтар тапшырыла.
       Яңы закондар буйынса ер хужаһының проект документацияһын тултырыу буйынса йөкләмәләре бөтөрөлдө, әммә төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙы бер кем дә тыйманы әле. Ул мотлаҡ кәрәк! Төҙөлөштө төрлө ысулдар менән - үҙаллы йәки подрядсыларҙы йәлеп итеп башҡарырға мөмкин. Әммә һәр осраҡта ла объектты эксплуатацияға индереүгә рөхсәт кәрәк.
       - Йортло булырға теләгәндәрҙең өс юлы бар. Иң еңеле - бер әй ҡасабаға барып, иҫке булһа ла йорт һатып алыу. Икенсеһе - ҡаралтыһыҙ, яланғас ер майҙаны һатып алыу. Һәр кеше ғүмерендә бер тапҡыр 15 сутыйлыҡ ошондай участка алырға хоҡуҡлы. Һәм өсөнсө юлы - коттедждар ҡасабаһында үҫеш проекты булған, алдан әҙерләнгән территоия һатып алыу. Эйе, был иң ҡыйбат, әммә иң перспективалы ысул - унда бөтә коммуникациялар ҙа бар: ут, һыу, газ һәм канализация үткәрел ә, инеү юлдары төҙөлә, сүп - сар сығарыла. Һеҙгә үҙегеҙ телә гән йорто һалып инергә генә ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал