6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Әрме көтә һалдаттарҙы
01.11.06


       Армияға көҙгө саҡырылыш дауам итә. Алдағы ике айҙа Башҡортостандан 5700 "срочник" хәрби хеҙмәт үтеү урындарына оҙатыласаҡ. Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондарының хәрби комиссариаттары 200 саҡырылыусыны оҙатырға әҙерләнә: улар
       быйыл йәй үткәрелгән оптималләштереү һөҙөмтәһендә берләштерелде, был саранан һуң ете военкомат урынына дүртәү ҡалды - Ленин, Совет һәм Дим военкоматтары ҡыҫҡартыуға эләкте. Республика райондарында алты военкоматты ҡыҫҡартылыу көтә.
       Шул уҡ реформаға ярашлы күп кенә военкомдар ҙа алмашынды.
       Мәҫәлән, Октябрь һәм Совет райондарының берләштерелгән
       военкоматына сентябрь айынан подполковник Юрий Алферов етәкселек итә. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә уның менән республиканың бөтә хәрби комиссариаттарында ла үткән
       Армияға саҡырылыусы көнөндә осрашып һөйләшеү насип булды. У л үҙгәрештәргә бәйле ойоштороу эшендә ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килеүе, әммә, дөйөм алғанда, военкомат
       "срочниктар" буйынса ла, "контрактниктар" буйынса ла планды
       үтәүен белдерҙе. Ә бына ул етәкләгән хәрби комиссариатта быйыл көҙ "альтернативсылар" юҡ.
       - Дини инаныстары арҡаһында альтернатив хеҙмәтте һайлаған
       бер егеттән ғариза бар, - тине Алферов. - Әгәр ул ихлас күң елдән икән (был әлеге ваҡытта тикшерелә), ул алдағы яҙҙа саҡ ырыу аласаҡ.
       - Ә, ғөмүмән, мин альтернатив хеҙмәт кәрәк, тип һанайым, юҡһа был турала закон да булмаҫ ине, әммә йәш егет өсөн ул яҡшы вариант түгел, - тип өҫтәне военком.
       Контракт буйынса хеҙмәт итеүгә килгәндә, ул "срочниктарҙа н" айырмалы рәүештә, йыл әйләнәһенә дауам итә. 2006 йылдың у н айында Өфөнөң Октябрь һәм Совет районы военкоматтары ун профессиональ һалдатты хеҙмәт итеү урынына оҙатҡан: был Федераль маҡсатлы программа талап иткәндән ике кешегә күберәк, тип билдәләне граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау буйынса пункт начальнигы Татьяна Никитина. Әлеге ваҡытта военкомат тағы ике кандидаттың ғаризаларын ҡарай.
       Башвоенкоматтың матбуғат хеҙмәткәре Раил Мөхәмәҙиев әйтеүенсә, армия сафына саҡырылыусыларҙы оҙатыу
       тантанаһының тәүгеһе һигеҙенсе ноябргә тәғәйенләнгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал