6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милиционерҙар яңы фатирҙарға күсә
01.11.06


       12 милиционер һөнәри байрамын яңы фатирында ҡаршылаясаҡ. Һәм уларҙың фатир мәсьәләһе Милиция көнө алдынан хәл ителеүе осраҡлы хәл булһа, Эске эштәр министрлығының үҙ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итергә тырышыуы - законға
       ярашлы күренеш. Мәҫәлән, 2004 йылда Өфө милиционерҙары өсөн Цюрупа урамында йорт төҙөлдө, ә кисә Ленин урамында алты ҡатлы яңы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөлөштөң дүрттән бер өлөшөн тип әйтерлек Эске эштәр министрлығы финанслаған. Рәсәй Эске эштәр министрлығы 17 миллион һум, республика бюджеты - 10 миллион һум бүлде, тип билдәләне төҙөлөштөң тамамланыуы айҡанлы үткәрелгән тантанала Башҡортостандың эске эштәр министры Рафаил Диваев. Һөҙөмтәлә милиция ҡарамағына дөйөм майҙаны мең квадрат метр тирәһе тәшкил иткән 12 фатир тапшырылды.
       - Өфөнөң торлаҡ баҙарындағығы хаҡтар ябай халыҡ өсөн арты ҡ ҡыйбатҡа төшә. Шуға күрә ҡалала социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса бер нисә программа эшләй, ул предприятиелар, министрлыҡтар, ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла. Был йорт - шундайҙарҙың береһе. Әйткәндәй, эргәлә тағы бер йорт төҙөлә, унда Эске эштәр министрлығының өлөшө тағы ла ҙурыраҡ, - тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәлимов.
       Яңы фатир алыусылар араһында - БР Эске эштәр министрлығының айырым тәғәйенләнештәге милиционерҙар отряды буйынса начальник урынбаҫары Петр Иванов та бар. Кем - кем, ә уның яңы фатирға лайыҡлы булыуы шик тыуҙырмай. Ул алты тапҡыр Чечняла командировкала булған, күкрәгендә "Ватан
       алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы балҡый. Әммә Эске
       эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре социаль программа буйынса т орлаҡҡа ҡаҙаныштары буйынса түгел, ә сират тәртибендә эйә була, унда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисергән һәр кем яҙыла ала. Яңы фатир алыусылар араһында милиция хеҙмәткәре лә, пенсионер ҙа булыуы мөмкин.
       Хужалар яҡын арала яңы фатирҙарға күсә аласаҡ. БР Эске эштә р министрлығының капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Фәрит Йәнбирҙин әйтеүенсә, фатирҙар уларҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал