6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тормошобоҙ - уйын...
31.10.06


       Үҙең дә аңғармаҫтан, ошо фразаны тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә ҡабул итә башлайһың. Хәүеф тойғоһо, ҡомар, күңел
       асыу етмәй беҙгә, буғай. Тирә - яҡҡа күҙ һалығыҙ: төрлө төҫ тәге сағыу уттар һәм иҫ киткес ҙур джекпот менән балҡыған у йын автоматтары бар көсөнә үҙенә йәлеп итергә тырыша. Бына мине лә "әүрәтте". Үҙемдең ошо туралағы тәьҫораттарым менән уртаҡлашырға һәм фекеремде еткерергә рөхсәт итегеҙ.
       Кешеләрҙе бында йыш килергә нимә мәжбүр итә Хәйер, ә ниңә килмәҫкә, - тип уйлайым мин. - Дизайн насар түгел, еңел көйҙәр яңғырай, оператор ҡыҙҙар йылмайып ҡабул итә, һаҡсылар
       ҙа бына тигән, ҡыҙыҡлы мөхит, барыһы ла үҙ - ара таныш кеүе к, көн дә килеп танышып бөткәндәрҙер, моғайын". Дуҫым менән уйнап ҡараныҡ, хатта бер аҙ оттоҡ та. Тик... бында нимәлер хәүефкә һалғандай була. Мин тирә - яғыма ҡаранам һәм КҮРӘ башлайым. Йәш егет, ә эргәһендә әсәһе. Бахыр ҡатын, яфаланыуы йөҙөнә сыҡҡан, ул бар көсөнә улын бынан алып китергә тырыша, һөйрәп тә ҡарай, ә уныһы: "Бәйләнмә, мин хәҙер отам!"- тип ҡул һелтәй. Башымда игроман - наркоман ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Бына 40 - 45 йәштәрҙәге ике ҡатын уйнай. "Сәғәт төнгө ун икенсе, һеҙ уйнайһығыҙ, өйҙә балаларығыҙ көтәлер!" - әсә кешенең балаһына еләк - емеш алы у урынына аҡсаһын уйын автоматына тығыуы башҡа һыймай.
       Өс йыл тирәһе элек мин әхирәттәремдән бер тарих ишеттем. Бер көнө улар уйын клубы алдында бер ҡатынға тап була. Ул ил ай - илай эш хаҡын тулыһынса уйнап бөтөрөүе, өйҙә балалары көтөп ултырыуы хаҡында һөйләй, ярҙам һорай. Ҡыҙҙар оҙаҡ уйлап тормайынса кеҫәләрендә булған аҡсаларын сығарып бирә һ әм адресын да һорап алалар, һәм икенсе көнөнә ҡарабойҙай ярмаһы, туҡмас, һөт һәм шәкәр ҙә алып барып бирәләр. Мин ул ваҡытта әхирәттәрем менән ғорурланғайным. Хәҙер иң мөһиме икенселә булыуын аңлайым.
       Барыһы ла шул тиклем насармы ни Юҡ! Мәҫәлән, булған аҡсаһын уйнап бөтөргән әбейҙе хәтергә төшөрөгөҙ. Һуңынан ул юлға тип ҡалдырған ун һумын сығара һәм 10 мең һум ота!
       Кешеләр уйнай. Ота һәм отола, аҡсаһынан ғына түгел, мөһимерәк нимәһенән дә яҙа... Был ваҡиға бер йыл элек N ҡалаһында була. Яҙ, 11 - се синыф уҡыусылары имтиханға әҙерләнә, киләсәккә пландар ҡора. Һәм был егетте лә матур киләсәк көтөүе мөмкин булғандыр ҙа бит. Ата - әсәләре иһә улдарын нимәлер борсой тип башына ла килтермәй. Ә ул бурысҡа алған аҡсаһын оттора ла үҙ - үҙенә ҡул һала.
       Мин быларҙы нимә өсөн яҙам Уйын автоматтары янында йышыраҡ кемдәрҙе осратырға була 18 - 30 йәшлек йәш кешеләрҙелер, моғайын. Улар бында бәхетен һынап ҡарарға тип jhkә. Ҡайһы ваҡыт хатта сәйер ҙә булып китә: кемде генә алма , ул бер тапҡыр булһа ла уйнап ҡараған. Был исемлеккә минең дуҫтарым һәм таныштарым да инә. Йәғни миҫал артынан алыҫҡа йөрөргә тура килмәй. Мин үҙем өсөн ярайһы уҡ яҡын кеше менән ошо темаға һөйләшеп, ниндәйҙер һығымталар яһарға булдым. Уның кеүектәр уйын автоматтары донъяһында күпселекте тәшкил итә. Ғәҙәти ғаиләнән сыҡҡан ғәҙәти кеше. Бөгөн уға 20 йәш, сауҙа - сервис комплекстарының береһендә һаҡсы булып эшләй, уҡыуын дауам итә һәм һөнәре буйынса эш табырға хыяллана.
       - Мин бына әлеге ваҡытта уйын автоматтарына бәйле проблем а тураһында мәҡәлә яҙам.
       - Ҡыҙыҡ...
       - Эйе. Мәҡәлә әҙер тип әйтергә була, тик иң мөһиме: тере
       миҫал ролен үтәүсе кеше генә юҡ. Уйланым - уйланым да һинән
       дә яҡшыраҡ әңгәмәсе таба алмаҫмын, тигән фекергә килдем.
       - Миңә нимә һөйләргә кәрәк
       - Юҡ, улай эш бармаясаҡ! Әйҙә беҙ һинең менән ябай уйын автоматтары тураһында һөйләшәйек.
       - Һуң әйҙә! Әйткәндәй, элекке көн мин 3500 һум оттом. Аҙн а эсендә ун мең тирәһе йыйылғандыр.
       - Ҡотлайым! Ә һин, ғөмүмән, күптән уйнайһыңмы
       - Йылдан артыҡ, дөрөҫөрәге, үткән йәйҙән башлап.
       - Аҙнаһына нисә тапҡыр
       - Төрлөсә була...Был аҙна бөтмәгән әле, ә мин өс тапҡыр уйнаным да инде. Ҡайһы ваҡыт бөтөнләй уйнамайым.
       - Мин материал әҙерләгән арала был тема тураһында бик күп нимә тураһында белдем. "Игроманияны" хәҙер хатта махсус
       клиникаларҙа дауалайҙар икән...
       - Эйе, мин был турала беләм. Таныш бер егет дауаланып та
       ҡараны, тик файҙаһы теймәне... Кисә генә күрҙем. Бер йыл эл ек машинаһын емергәйне, уға ремонтҡа 30 мең бирҙеләр. Ә ул барған да аҡсаһын рулеткала отторған, һуңынан тағы 30 мең
       алған... Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн машинаһы ла, аҡсаһы ла юҡ.
       - Ошондай хәлдәр һине ҡурҡытмаймы Бик күп аҡсаһын, хатта
       фатирын да оттороусылар бар бит!
       - Мин ундай кешеләр менән арашҡаным булды. Белмәйем... Был турала уйлағаным юҡ. Минең менән ундай хәл булмаҫ, тип
       уйлайым. Бәлки, әгәр икенсе урында эшләһәм, уйнамаҫ та инем .
       - Тейешле ваҡытта үҙеңә "туҡта" тип әйтә алаһыңмы
       - Юҡ...
       - Һине уйын автоматына нимә этәрә: аҡса эшләү теләгеме әл лә уйын ҡомарымы
       - Аҡса эшләү теләге...
       - Ә бәхетле булыр өсөн һиңә күпме аҡса кәрәк
       - Үҙемдең эшемде асыу өсөн кәм тигәндә лә миллион һум.
       - Ә миллион һум отһаң, уйнауҙан туҡтар инеңме
       - Бер аҙ ваҡытҡа туҡтар инем, моғайын.
       - Ә, дөйөм алғанда, һин уйын автоматтарына ҡаршымы Бына хәҙер уларҙы бөтөнләй тыйыуҙы талап итәләр, һин бының менән килешәһеңме
       - Эйе, мин килешәм! Тулыһынса килешәм! Мин уйын автоматтарына ҡаршы!
       - Ә кем йәки нимә һине уйнауҙан туҡтатырға һәләтле
       - Ҡала ситендә эшләү! Бына тиҙҙән унда эшкә урынлашһам,
       бөтөнләй уйнамаясаҡмын. Ә былай мин бер кемдең дә әйткәнен тыңламайым.
       - Тимәк, һин уйын автоматтарын йыш ҡына наркотик менән сағыштырыуҙары менән ризалашаһың
       - Эйе, улар үҙҙәренә йәлеп итә. Улар кеше өсөн үҙенсәлекл е наркотик кеүек.
       Минән "Уйын автоматтарына ҡаршыһыңмы, юҡмы" - тип һораһағыҙ, мин "Юҡ", - тип яуап бирәсәкмен. Автоматтар булмаһа, башҡа берәй нимә килеп сығыуын көт тө тор. Иң мөһиме, уларға ниндәй ҡарашта булыуың. Асылда, уйын автоматтары - сираттағы һынау бит ул. Наркотиктарҙы алып ҡарағыҙ: беҙгә ләззәт вәғәҙә итеп, "тәмләп" ҡарарға ылыҡтыра улар. Кемдер был ҡармаҡҡа ҡаба, кемдер - юҡ. Хәҙер инде кеше үҙенең аҡыллы йән эйәһе булыуын онотмауына ғына өмөт тоторға ғына ҡала.

Екатерина Куданова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал