6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Маскалар! Беҙ һеҙҙе таныйбыҙ
27.01.04


       Рәсәй һәм Донъя киң мәғлүмәт саралары бөгөн ғәҙәти булмағ ан яңылыҡ менән мәшғүл. Британия властәре хәбәр итеүенсә, би лдәле Рәсәй олигархы Борис Березовский үткән кесе йома көнө рәсми рәүештә Платон Еленин исеменә документтар алған. Был д окументтар уға 1951 йылғы Конвенцияға ярашлы тапшырылған.Мат буғат хәбәрҙәренән эшҡыуарҙың Платон исемен "Олигарх" фильмы ның төп геройы исеме буйынса, ә фамилияһын ҡатыны исеменән а лғаны билдәле. Березовскийға яңы паспорт, билдәле, донъя буй лап йөрөгәндә Рәсәй хоҡуҡ органдарынан йәшенер өсөн кәрәк. Ә йткәндәй, яңы паспорт менән Березовский - Еленин үткән йылды ң ноябрь айында блиц сәфәр менән Грузияла булып китте, Мәскә үҙә был турала һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Үткән ял көндәрендә иһә о шо уҡ паспорт менән Израилгә барып ҡайтҡан. Ғөмүмән, олигарх ҡа килгәндә, барыһы ла аңлашыла. Тик бына беҙҙең урындағы сә йәсмәндәрҙе исем - шәрифтәрен алмаштырырға нимә этәрә икән, аңлашылып етмәй. Быйыл, 15 ғинуарҙа Республика Дәүләт Йыйылы шының беренсе кәңәшмәһендә депутат Эдуард Хөснөтдиновтың исе м - фамилияһын алмаштырыуы барыһын да аптырашта ҡалдырҙы. "Б өгөндән башлап мине Эдвин Мурзин тип атауығыҙҙы үтенәм" , -т ине депутат. Парламент башлығы Константин Толкачев быны иҫәп кә ала, әлбиттә, әммә Хөснөтдинов - Мурзин бер нисә тапҡыр һ үҙ биреүҙәрен һорағас спикер уны Эдуард тип тә, Эдвин тип тә
       атап буталып бөтә. Аптырағас:" Һеҙҙе кем тип әйтергә һуң, я ңы исемегеҙ менән икән, атайығыҙҙың исемен нисек тип әйтергә ", - тип һорай. Хөснөтдинов - Мурзин иһә:" Эдвин тип кенә өндәшегеҙ", - тип яуап бирә.
       Спикерҙың Эдуард Хөснөтдиновтың яңы исеменә өйрәнә алмағ анлығына аптырарға кәрәкмәй. Был депутаттың ғауғасыл даны ул
       "Киске Нефтекама" гәзите мөхәррире булып эшләгән ваҡытта уҡ
       башланғайны. Үҙ баҫмаһын ул ғорур рәүештә оппозиция гәзите тип йөрөттө Хөснөтдинов. Республика етәкселеге, шул иҫәптән Президент исеменә яла яғыусы материалдар ҙа баҫтырғаны булды
       уның.
       Дәүләт Йыйылышы кәңәшмәһендә тәнәфес ваҡытында журналиста р депутаттың яңы исеме хаҡында һүҙ көрәштерергә кереште. Кем еһелер депутаттың Америкала булған ваҡытта, һуңынан тағы ла океан аръяғына юл тотоу маҡсатында грин - карта алыуы менән фаразланы. Американлыларға "Эдуард Хөснөтдинов" тип әйтеүе һ әм яҙыуы ауыр булғанлыҡтан депутат Эдвин Мурзин булырға телә к белдергән дә инде йәнәһе. Унда ине Эдвин Мур тип кенә йөрө тәсәктәр. Һәр хәлдә бында криминал тип иҫәпләрлек бер нимә л ә юҡ. Кеше фамилияһын алмаштырырға теләгән икән, рәхим ит, з акон быға ҡаршы төшмәй.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал