6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡорт улы - сәйәси золом ҡорбаны
30.10.06


       Йыл һайын 30 октябрҙә Рәсәйҙә Сәйәси золом ҡорбандары көнө билдәләнә.
       Башҡортостандың күренекле партия эшмәкәре, сәйәси репрессия катогы аҫтына эләгеүселәрҙең береһе - Әхмәт
       Рыҫмөхәмәт улы Иҫәнсурин 1897 йылдың 30 октябрендә донъяға килгән ( 1938 йылдың 10 июлендә һәләк булған).
       Был репрессиялар үҙенең башланғысын ҡайҙан ала
       1937 йылда, партияның февраль - март пленумында, Сталин социализм позициялары нығыған һайын илдә синыфтар көрәше көсәйә барасаҡ, тип белдерә. Практикала был тезис илдә репрессиялар башланыуы өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә,
       һөҙөмтәлә бик күп күренекле партия, дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр бер ғәйепһеҙ үлемгә дусар ителә.
       Сәйәси золом тулҡыны Башҡортостанды ла ситләтеп үтмәй. Бөгөн һүҙ ҡорбандар исемлегенә ингән Әхмәт Иҫәнсурин хаҡында.
       Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы Ырымбур губернаһы Иманғол ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Хужалыҡта атаһына ярҙам итә, помещикка ялланып тир түгә. Февраль һәм Октябрь революцияһы осоронда Румыниялағы ғәскәрҙәр составында була. Артабан
       батша армияһында һыбайлы разведчиктар командаһында хеҙмәт и тә. 1918 йылдың февралендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Унда крәҫтиәндәрҙең помещик ерен һәм мөлкәтен бүлешкән ваҡыт тура килә. Һалдат Әхмәт Иҫәнсурин "байый": бер дөйә һә м ике гектар ер майҙанына эйә була. Әммә һалдатҡа өйҙә оҙаҡ ултырырға тура килмәй.
       1919 йылдың майында юлдар Иҫәнсуринды Ҡыҙыл Армияға алып килә. Август аҙағында республика Реввоенсоветы, Ленин ҡушыуы буйынса, башҡорт ғәскәрҙәрен Петроградҡа, Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтә. Иҫәнсурин хеҙмәт иткән полк та ҡыҙыл Петроград һағына баҫа, ҡаланы дошмандарҙан ҡурсалап алып ҡала.
       Революцияға тағы бер ҡурҡыныс дошман - аслыҡ янай. Әхмәт
       Иҫәнсурин продотряд составында Башҡортостан кантондарының б ереһенә йүнәлтелә. Ас Петроградҡа икмәк килә, ҡала был
       яуыздан да ҡотолоп ҡалыуға ирешә.
       Иҫәнсурин Дағстан бригадаһында комиссар урынбаҫары булып эшләй. 1922 йылда Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик университетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Башҡортостанда,
       Тамьян - Ҡатай канткомында мәҙәни - ағартыу бүлеге мөдире булып эшләй.
       Әммә тәжрибәле кадрҙар үҙәктә кәрәгерәк була. Иҫәнсурин республика мәғарифы наркомы итеп һайлана, артабан партия обкомында яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй. 1931 йылдың мартында башҡорт обкомының икенсе секретары итеп раҫлана. Һәм ул был вазифала һуңғы көнөнә, 1937 йылдың октябрь айына тиклем эшләй.
       Партия обкомында Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы республика тарихының ҡатмарлы осоронда эшләй башлай. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу дауам итә. 1930 йылдың июлендә үткән партия конференцияһында Иҫәнсурин ҙур әсенеү менән коллективлаштырыу практикаһындағы хоҡуҡ боҙоуҙар, уларҙы нисек төҙәтергә мөмкин булыуы тураһында сығыш яһай.
       Обкомдың икенсе секретары шөғөлләнгән һорауҙар даирәһе киң була. Ул мәҙәниәт һәм халыҡ мәғарифы өлкәһендә лә күп эш
       башҡара. Иҫәнсурин башҡорт театры һәм әҙәбиәте буйынса доклад менән сығыштар яһай, наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса эшкә
       етәкселек итә, яҙыусылар ойошмаһын үҙгәртеп ҡороуҙа - Башҡортостандың Яҙыусылар союзын булдырыуҙа ҡатнаша.
       Иҫәнсурин алдында күп төрлө бурыстар ҡуйыла, һәм барыһын да ул еренә еткереп башҡара. Уға ошондай характеристика бирелә:
       " ... Партия обкомында эшләгәндә Иҫәнсурин иптәш үҙен ҡат ы һәм ныҡышмал етәксе итеп күрһәтте. Лениндың милли сәйәсәте н дөрөҫ аңлай һәм уны эҙмә - эҙлекле рәүештә тормошҡа ашыра.
       Сәйәси яҡтан ярайһы уҡ үҫешкән белгес, обком секретары вазифаһында уңыштарға өлгәшә, мәсьәләләрҙе үҙаллы һәм үҙ ваҡытында хәл итә белә. Практик мәсьәләлә кәрәкле йүнәлеште
       таба, большевиктарса талапсан.
       Башобкомдың ВКП (б) секретары Быкин".
       1935 йылда Башҡортостан "ауыл хужалығында һәм сәнәғәт өлкәһендә бер нисә йыл рәттән өлгәшкән уңыштары өсөн" Ленин ордены менән наградлана. Орденды тапшырыу ваҡытында Иҫәнсурин сығыш яһай.
       Бына фажиғәле 1937 йыл етә. Сталиндың сығышынан һуң "халыҡ дошмандарына" ҡаршы көрәш кампанияһы шул иҫәптән Башҡортостанда ла башлана.
       Үҙәк һәм урындағы матбуғатта фашлаусы мәҡәләләр баҫыла башлай. 1937 йылдың 17 сентябрендә "Правда" гәзитендә "Башҡортостанда буржуаз милләтселәр төркөмө" мәҡәләһе сыға. Шул уҡ көндә "Известия" гәзите "Башҡорт буржуаз милләтселәре һәм уарҙы яҡлаусылар", 1937 йылдың 24 сентябрендә "Правда" "Сәйәси бюрократтар" мәҡәләһе менән сығыш яһай.
       1937 йылдың октябрендә Өфөгә репрессия ойоштороусыларҙың б ереһе - ВКП (б) Үҙәк комитеты секретары Андрей Жданов килә. Партия обкомы пленумында сығыш яһап, ул былай ти:
       - Үҙәк комитетҡа Башобком етәкселегенең халыҡ дошмандарына ҡаршы ысын большевиктарса көрәш алып бармауы тураһында сигнал килде. Ни өсөн обком иң мөһим һорауҙарҙан ситтә ҡала
       Үҙәк комитет Быкинды һәм Иҫәнсуринды обком секретары вазифаһынан бушатырға тигән ҡарар ҡабул итә.
       Яков Быков һәм Әхмәт Иҫәнсурин, атап әйткәндә, "халыҡ дошмандарын" ҡурсалауҙа ғәйепләнә.
       1937 йылдың 4 октябрендә Иҫәнсурин ҡулға алына.
       1938 йылдың 10 июлендә ул атып үлтерелә, ә 1956 йылдың сентябрендә реабилитациялана. Башта СССР Юғары судының
       хәрби коллегияһынан хәбәр килә:
       "Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы, 1897 йылда тыуған, 1938 йылдың 10 июлендә һәләк булған. СССР Юғары судының Хәрби ко ллегияһы тарафынан реабилитациялана".
       Һуңынан уны партия сафында ла тергеҙәләр.
       Башҡортостанда Иҫәнсуриндан башҡа ла йөҙләгән кеше сәйәси золом ҡорбандары исемлегенә эләгә.
       Бөгөн, Сәйәси золом ҡорбандарының хәтер көнөндә уларҙы иҫкә алайыҡ.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал