6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Эт тә ашамаҫлыҡ телевидение
30.10.06


       Мин ваннала йырларға яратам. Әммә бөгөн һүҙем йыуыныу процедуралары хаҡында түгел. Бер көнө ҡыҙым былай тип әйтеп һалды: "Әсәй, бына һин һәр ваҡыт элекке йырҙарҙы көйләйһең. Ә мин, һинең йәшкә еткәс, һыу ҡойонғанда нимә тип йырлармын икән" Ихлас күңелемдән бөгөнгө йәштәрҙе ҡыҙғанып ҡуям - ысынлап та уларҙың репертуары матур көйҙәр һәм аҡыллы текстарға бай түгел шул. Әммә иң ҡыҙығы түбәндә: күңел өсөн мин, беренсе сиратта, кинофильмдарҙа яңғыраған йырҙарҙы йырлайым. Хәйер, 70 - 80 - се йылдар эстрадаһы ла насар түге л. Бер һүҙ менән әйткәндә, баламдың һорауы миндә төрлө уйҙар тыуҙырҙы. Насар кинола, билдәле булыуынса, яҡшы йырҙар булыуы мөмкин түгел. Һәм - киреһенсә. Ә бөгөн беҙҙең көндәле к тормошобоҙҙо сериалдар баҫып алды.
       Хәйер, беҙҙә улар һәр ваҡыт булды. Хәтерегеҙгә төшөрәйемм е "Семнадцать мгновений весны", "Место встречи изменить нельзя", "Вечный зов", "Тени исчезают в полдень" - был әле и ҫкә төшкәндәре генә. Шунда уҡ һәр ҡайһыбыҙ яратҡан актерҙарҙ ың йөҙҙәре күҙ алдына баҫа, фильмды оҙатып барған көйҙәр яңғырағандай була. Эйе, уларҙы күңел асыу өсөн төшөрөлгән фильм тип әйтеү мөмкин түгел. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, сираттағы серия башланғанда, ғаилә тотош телевизор алдына йыйыла, урамдар бушап ҡала торғайны. Статистика был ваҡытта урамдарҙа ҡылынған енәйәттәр һанының кәмеүен дә билдәләне хатта. Әйткәндәй, күңел асыу хаҡында: Боярский - Смехов - Старыгин - Смирнитский ҡатнашлығындағы "Три мушкетера" сериалы нимәһе менән алама Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн улар кеүек мушкетер - актерҙар юҡ. Тәрән профессионаллек менән тәнҡитләүгә дәғүә итмәйенсә, ябай кино яратыусы күҙлегенән
       сығып, ошо хаҡта бер нисә һүҙ әйтергә теләйем.
       Шулай итеп, өҫтә әйтелгән кинокартиналарҙан тыш, әхирәттә р менән өҫтәл артында ултырғанда, беҙ тағы ла музыкаль фильмдарҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Маргарита Терехова һәм башҡа талантлы актерҙарыбыҙ ҡатнашлығында төшөрөлгән "Собака на сене" фильмын йәки төп ролде Константин Райкин башҡарған иҫ киткес "Труффальдино из Бергамо", тиңе булмаған Светлана Тома һәм "Табор уходит в небо" һәм тағы ла бик күп фильмдарыбыҙ бар. Нисек кенә булмаһын, бәхеткә ҡаршы, Рәсәй
       фильмдарының запасы ярайһы уҡ күп һәм юғары сифатлы. Әммә, күренеүенсә, телетамашасыны аҡрындап "диета" өҫтәле артына у лтыртып, рухи аҙығыбыҙҙы "төймәләр" менән алмаштырырға уйлайҙар, буғай,
       Хәтеремдә ҡалған һуңғы яҡты кино тип "Белые росы" һәм "Любовь и голуби" фильмдарын әйтә алам. Уларҙан һуң экранды "күбекле опералар" баҫты. Тарихи фильмдарҙың айҙарға һуҙылған сериалдарын төшөрөргә маташып ҡаранылар, әлбиттә ("Бедная Настя"). Әммә ул берәү генә булһа, бәлки, етди
       иғтибарға дәғүә итә алыр ҙа ине. Тик шундайыраҡ сериалдар
       бөтә каналдарҙа ла бер юлы пәйҙә булды...
       Яңы, асыҡтан - асыҡ үҙләштерелгән форма - драмедия - бер мәл халыҡ танылыуын яулай алды, әммә тиҙҙән ул да туйҙырҙы. Сценарий ярлылығы бер хәл, әммә фильмда ҡатнашыусы актриса һәм продюсерҙың шәхси мөнәсәбәттәрен дә көсләп
       тағыуҙары кәйефте ҡыра. Мин, мәҫәлән, шаршау артында ниндәй "бутҡа бешерелеүенә" битараф ҡарашта. Был йәһәттән шулай уҡ беҙҙең иҫке телефильмдарҙы ыңғай яҡтан иҫкә алырға мөмкин: кемдең кемде яратыуы - айырылышыуы, фильмда төшөү өс өн ниндәй алымдар файҙаланыуы тураһында беҙ бер нимә лә белмәнек. Күңелдә оҫталарҙың уртаҡ эше һөҙөмтәһендә
       булдырылған, уйларға һәм фекер йөрөтөргә мәжбүр иткән экран
       образы ғына ҡала торғайны. Бына һөйләшеүҙең иң мөһим өлөшөнә лә килеп еттек, буғай: диванда телеэкран алдында ял итеү мейенең һәм күңелдең тулыһынса "һүнеүен" аңлатамы Минеңсә, бөгөнгө телевидениеның ике яғы бар: ул ҡурҡыта һәм күңелде аса. Ҡурҡыуҙан телһеҙ ҡалаһың, башҡаса телевизорҙы
       бер ҡасан да ҡабыҙмау сигенә барып етәһең. Күңел асыу иһә
       миңрәүләнгәнсе дауам итеүе мөмкин. Тәүгеһенә бөтә донъя
       яңылыҡтарын үҙенсәлекле туплау һәм тотош криминалға бәйле тапшырыуҙар күрһәтеүҙәр ярҙамында өлгәшелә ("Криминальный сп ектр", "Суд идет", "Дежурная часть"" һ. б.). Икенсеһе иһә, һ әр бер мөйөштә телевидение белгестәренең халыҡ тотороҡһоҙ иҡтисадтан, ауыр тормоштан арыны - уға ярҙам итергә кәрәк, т ип ҡысҡырыуҙары арҡаһында барлыҡҡа килде. Һәм беҙ асыҡтан - асыҡ алйотлоҡ һәм әшәкелекте "йота - йота" "ял итә" башланыҡ . Театрҙа күңелен биреп эшләүсе актерҙың сериал төшөрөлгән студияға эш араһында ғына килеп китеүенән ниндәй фәтүә булыуы мөмкин. Уға хатта тексын ятларға ла кәрәкмәй, сөнки
       фильмдың тексы юҡ, тип әйтергә мөмкин.
       Ошо көндәрҙә күрһәтелгән анонс, фрагменттарында билдәле актриса Юлия Меньшованың күренеүе лә миндә бер ҙә яңы сериалды ҡарау теләге тыуҙырманы. Беренсенән, уның исеме күңелгә ятмай: "Все смешалось в доме...". Бөйөк яҙыусы Лев
       Толстойҙың "Анна Каренина" драматик әҫәре менән таныш рәсәйлеләр барҙыр әле, тигән уйҙамын. Ул нәҡ "Все смешалось в доме Облонских" һөйләме менән башлана, һәм юмористик сериалдың исеме был әҫәр менән сәйер рәүештә ауаздаш. Артабан, тағы ла: баҡһаң, нигеҙгә Ромео һәм Джульетта исемле
       ... эттәрҙең үҙенсәлекле һәм фажиғәле мөхәббәт тарихы һалын ған икән. Ошондайыраҡ дөйөм фонда "Кадетство" фильмы бер аҙ айырыла: уны ғаилә менән ултырып ҡарарға ла мөмкин. Хатта исеме лә, минең ҡарамаҡҡа, уңышлы һайланған: каДЕТСТВО! Хәйер, ул да бер аҙ еңелсәрәк, әлбиттә, әммә йәш быуынды ғын а түгел, Ватандың буласаҡ һаҡсыларын тәрбиәләү өсөн дә файҙаһы барҙыр, тип уйлайым.
       Ни өсөн Рәсәй телевидениеһына элекке сығанаҡтарына әйләнеп ҡайтмаҫҡа Яңы - ул онотолған иҫке булыуын һәр беребеҙ белә. "Күбекле опералар" жанрын уларҙың авторҙарына кире ҡайтарһаҡ бик шәп булыр ине. Юҡ шул, телеканалдарҙың
       береһенең етәкселеге хатта сериалдар өсөн яуап биреүсе махсус хеҙмәт тә булдырған. Ни өсөн Яуап бер генә: был йүнәлеш аҡса килтерергә тейеш. Ни өсөн Лев Толстой йәки Уильям Шекспирҙың әҫәрҙәре көлкөлө булып яңғырарға тейеш Ни ңә, мәҫәлән, аҫыл сатириктар Гоголь, Салтыков - Щедрин, Чеховтың үлемһеҙ әҫәрҙәрен бөгөнгө ысынбарлыҡҡа ҡайтарып
       төшөрмәҫкә Миңә ҡалһа, бына ҡайҙа ул сериалдар өсөн фантазия киңлеге! Уларҙы бөгөнгө тормошҡа һалып ҡараһаҡ...
       Был фекерҙең бер сценарийҙа ла күренгәне юҡ, бәлки телевидение хеҙмәтәрҙәре улар уңыш менән файҙаланмаясаҡ,
       тип уйлайҙыр - ул саҡта бит тамашасыға диванда ятып, "бишенсе нөктәһе" менән түгел, башы менән уйларға кәрәк буласаҡ...

Виола Иванова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал