6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бөгөнгө көн хәбәрҙар булыуҙы талап итә
30.10.06


       Бөгөнгө йәмғиәт мәғлүмәтлерәк була бара. Электрон киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте арта. Ерҙе бөтә донъя селтәре уратып алды, тип әйтергә мөмкин. Халыҡҡа яңылыҡтар радио йәки телевидение аша тиҙ арала барып етә. Ә үҙен хөрмәт итеүсе һәр эшлекле кеше иртәһен интернеттағы яңылыҡтар менән танышыуҙан башлай. Шуға күрә мәғлүмәт буйынса байҙар һ әм ярлылар араһындағы айырма арта бара. Тәүгеләренең төпһөҙ ҡоҙоҡтан мәғлүмәт йыйыу мөмкинселеге бар, һуңғылары был мөмкинселектән мәхрүм.
       Был ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйырға ваҡыт. Сөнки хәбәрҙар кеше
       генә "ҡораллы" булыуы билдәле. Мәғлүмәт һәм белем мәғариф, мәҙәниәт һәм коммуникация үҫеше өсөн кәрәк. ЮНЕСКО был идеяны һәр яҡтан да хуплап ҡаршы ала. Һәм һәр йәһәттән хәбәрҙар йәмғиәт төҙөүгә мөмкин тиклем көслөрәк йоғонто яһау
       маҡсатында ЮНЕСКО "Барыһы өсөн дә мәғлүмәт" программаһын бу лдырҙы.
       Программаның уңышы уның төрлө илдәр менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүенә бәйле. Рәсәй ЮНЕСКОның "цивилизациялар диалогын" яҡлау һәм үҫтереү буйынса тотҡан позицияһын тулыһынса уртаҡлаша. Бөгөн илебеҙ ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында барған ҙур күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемерек ҡатнашыу өсөн кәрәкле ресурстарға эйә,
       "Электрон Рәсәй" программаһы эшләй.
       Башҡортостанда ла был йәһәттән күп эш башҡарыла. Республика Президенты Мортаза Рәхимов "мәғлүмәтләштереү Башҡортостандың конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн мотлаҡ ша рт булып тора" тип белдерҙе. 26 - 27 октябрҙә Өфөлә "Башҡортостан Республикаһында асыҡ, универсаль һәм киң ҡатлам халыҡ файҙалана алырлыҡ мәғлүмәт системаһы төҙөү" тигән исем аҫтында "түңәрәк өҫтәл" үтте. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының конференция залында үткән пленар өлөшөндә дәүләт власының республика органдары в әкилдәре, ЮНЕСКО бюроһының Мәскәүҙәге вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, республика ҡала һәм райондарының хакимиәт башлыҡтары, башҡа рәсми вәкилдәр, белгестәр ҡатнашты. Улар алдында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, ЮНЕСКО бюроһының "Мәғлүмәт һәм коммуникация" программаһы буйынса Мәскәүҙәге советнигы Мариус Лукошюнас, Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡтың мәҙәни мираҫ, художестволы белем биреү һәм фән идаралығы китапханалар бүлегенең өлкән инспекторы Ма ркс Усачев, БР Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе урынбаҫары, "Респект" компанияһы директоры Ольга Одинокова, "БР Президенты эргәһендәге стратегик эшләнмәләр үҙәге" дәүләт учреждениеһы етәксеһе, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт - аналитика идаралығы начальнигы Марат  Ямалов, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Андрей Назаров, БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Бо рис Мелкоедов һәм башҡалар сығыш яһаны.
       Улар Башҡортостандағы мәғлүмәтләштереү кимәлен тикшерҙе, проблемаларҙы билдәләне. 2004 йылдан башлап республикала "БР мәғлүмәт һәм мәғлүмәт ресурстары тураһында" закон тормошҡа ашырыла, быйылғы йылдың март айынан башлап һәр
       кем өсөн асыҡ китапханаларҙа компьютер селтәре булдырыу программаһы раҫланған. Был, үҙ сиратында, мәғлүмәт - коммуникация технологияларының уңышлы үҫешеүенә булышлыҡ итә . Илешев үҙенең сығышында республика гәзиттәренең компьютерлаштырыу кимәле ярайһы уҡ юғары булыуы тураһында х әтергә төшөрөп үтте - уларҙың байтағының үҙ сайттары ла бар.
       "Башинформ" агентлығының эшмәкәрлеген ул айырым билдәләне. Мәктәптәрҙе интернетлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. 705 мәктәп интернетҡа тоташтырылған да инде. Йыл аҙағына уларҙың һанын ике меңгә еткереү планлаштырыла - был республика мәктәптәренең яртыһынан күберәге тигән һүҙ. Әммә ҡала һәм ауылда йәшәүселәр араһындағы айырма ҙур булып ҡалыуын дауам итә. Әйтелгән категорияларҙың мәғлүмәт менән
       тәьмин ителешенең күләмен һәм сифатын сағыштырыу мөмкин түгел. Шуға күрә информацион йәмғиәтте дөрөҫ формалаштырыу б уйынса муниципаль китапханаларға ҙур иҫәп тотола.
       Һәр кем өсөн асыҡ китапханалар һаны һәм ҡеүәте буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Беҙҙә 1800 - гә яҡын муниципаль һәм һәр кем өсөн асыҡ булған китапхана бар. "Әммә, - Илешев әйтеүенсә, - проблемалар ҙа ю ҡ түгел - китапханалар менән файҙаланыу буйынса беҙ ни бары 69
       - сы урында". 160 китапхана компьютерҙар менән йыһазландырылған, 43 - ө - интернетҡа тоташтырылған, 30 - ын ың электрон почтаһы ла бар. 2003 йылдан муниципаль китапхана лар базаһында мәғлүмәт - консультация бюролары булдырыла башланы, 23 бюро асылған да инде, уларҙа "Консультант Плюс" белешмә системалары эшләй. Нигеҙҙә был бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ихтыяжы юғары булған район һәм бәләкәй ҡалаларға ҡағыла. Унда һәр кем булдырылған селтәр менән файҙаланыу хоҡуғына эйә, һәм эш, ҡануниәт һәм хоҡуҡи өлкәләр
       буйынса төрлө мәғлүмәт менән таныша ала.
       Артабан республикала асыҡ, универсаль һәм киң ҡатлам халы ҡ файҙалана алырлыҡ мәғлүмәт системаһы төҙөү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү планлаштырыла. Һөйләшеү аҙағында "түңәрәк өҫтәлде" ойоштороусыларҙың береһе Ольга Одинокова алда осраясаҡ проблемаларға туҡталып үтте, улар араһында райондарҙа консультация пункттары өсөн кадрҙар әҙерләүгә баҫым яһаны. Шулай ҙа башланғыс һалынған, тимәк, һәр кем файҙалана алырлыҡ мәғлүмәт системаһы төҙөү өсөн алға
       тағы бер аҙым яһалған, тигән һүҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал