6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Думбыра тәмәке һәм һыранан ҡотҡарырмы
30.10.06


       Республиканың Милли халыҡ инструменттары ансамбле етәксеһе Р әмил Ғәйзуллин менән беҙ 2004 йылдан таныш. Ике йыл эсендә энергияһы ташып торған, ансамбленең уңышына ышанған етәксе у ны лайыҡлы кимәлгә күтәреүгә өлгәште. Халыҡ инструменттары а нсамбленең биш йыллыҡ юбилейына Урыҫ халыҡ инструменттарының академия оркестры ( Николай Некрасов), Үзбәкстан Республикаһының Т. Джалилов исемендәге Милли халыҡ инструменттары ансамбле (Форуҡ Садиҡав), В. Андреев исемендәге Дәүләт академия урыҫ оркестры (Дмитрий Хохлов) кеүек билдәле коллективтарҙың баш дирижерҙары килеүе лә уның мәртәбәһен раҫлай. Рәмил Мәүлит улы журналистар менән о срашыу ваҡытында билдәләүенсә, академиктарҙың килеүе ансамбль музыканттары өсөн ҙур бәхеткә тиң: аҡһаҡалдарҙың күп йыллыҡ тәжрибәһенең файҙаһы мотлаҡ тейәсәк.
       Миҫал өсөн, Үзбәкстан ансамбленә - 70 йыл. Әммә олпат йәш тә булыуына ҡарамаҫтан, алда эш етерлек әле, ти Форуҡ Садиҡо в.
       - Беҙҙең өсөн иң мөһиме - милли оркестрыбыҙҙы һаҡлап ҡалы у, - тине дирижер һәм уны арыҡтағы һыу менән сағыштырҙы. - Көнсығышта һыу һәр ваҡыт ҡиммәт баһалана. Ә уның сығанағы - арыҡ. Ул булғанда - кешеләр ҡәҙерен белмәй, юҡҡа сыҡһа - һ ыу иҫтәренә төшә. Мәҙәниәт сығанағы булған оркестр менән дә шул уҡ хәл. Халыҡ тембрҙары аша һәр кешене донъя мәҙәниәтенә йәлеп итергә мөмкин. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны аңлаусылар күп түгел.
       - Беҙҙә кешеләр әлегә тиклем тормошонда иң мөһиме нимә булыуын аңлай алмай, - тип өҫтәй Николай Некрасов. - Ошо
       арҡала күп кенә оркестрҙар юҡҡа сыға.
       - Беҙҙең Андреев оркестры, мәҫәлән, тик сит илдәрҙә генә сығыш яһай. Сөнки унда беҙҙең юлға түләүҙән баш тартмайҙар. Мин Андреев үҙ оркестрын халыҡ өсөн төҙөгән һәм халыҡ уны тыңларға тейеш, тип һанайым. Беҙ башта Андреев фондын булдырҙыҡ һәм бер аҙ ваҡыт Рәсәй буйлап яҡшы ғына сығыш яһаныҡ. Әммә артабан - ғәфү итегеҙ, аҡса юҡ, тинеләр. Ватаныбыҙ өсөн аяныс. Илебеҙҙең һаман да һағыҙ, һыра һәм тәмәкенән туя алмауы үкенесле, - тип борсола Дмитрий Хохлов.
       - Ә музыка тыңлағандан һуң был алама ғәҙәттәр юҡҡа сығыуы мөмкин. Бына беҙҙә, музыканттарҙа, тартыу, эсеү теләге бөтөнләй юҡ! - тип шаяртты дирижер. - Бөгөнгө юбилейға килгәндә, беҙ уның булыуына бик шатбыҙ. Бының өсөн Рәмил Ғәйзуллинға рәхмәт. Ул үҙен талантлы музыкант булыуҙан тыш, бына тигән ойоштороусы ла итеп күрһәтте: халыҡты йыйыу - оркестр йыйыу тигән һүҙ түгел әле, уның өсөн айырым талант кәрәк. Оркестрҙың юбилейы һеҙҙең республика ғына түгел, дөйөм музыкаль берләшмә өсөн дә ҙур байрам.
       Әлбиттә, биш йыл - 70 түгел, әммә оркестрҙың уны билдәләр гә баҙнат итеүе, Николай Некрасов әйтеүенсә, уның күптән инд е өлгөрөп етеүе һәм халыҡ һөйөүен яулауы тураһында һөйләй. Башҡорт халҡының уйын ҡоралы ҡурай ( оркестарҙа улар унау) - оркестрҙың үҙенсәлеге булып тора. Яҡын арала тағы биш ҡурай
       өҫтәләсәк. Ҡурайҙан тыш музыканттарҙың арсеналында алты башҡорт думбыраһы, дүрт урыҫ думбыраһы, өс ҡыл ҡумыҙ, дүрт б аян, алты ударник һәм башҡорттарҙың тағы бер һирәк осраусы и нструменты - дөңгөр бар.
       Ҡурайҙы Николай Некрасов үҙенсәлекле тембрлы инструмент булараҡ билдәләне: ул оркестрҙың милли асылын барлыҡҡа килтерә. Әммә оркестрҙы төҙөү, уның етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттарҙың яратҡан музыка ҡоралын данлау ғына түгел, ә уны беҙҙең өсөн һаҡлап ҡалдырған ата - бабаларыбыҙ
       иҫтәлеген хөрмәтләү ҙә булып тора.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал