6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Йылдамдар һәм ҡыйыуҙар
27.10.06


       Йәкшәмбе көнө, 29 октябрҙә, Эске эштәр министрлығы системаһындағы иң хәрәкәтсән һәм техник йәһәттән камил хеҙмәт - ведомствонан тыш һаҡ үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Уға башланғыс 1952 йылда, СССР Хөкүмәтенең "Һаҡ хеҙмәтенән бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙе сәнәғәттә, төҙөлөштә һәм халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында файҙаланыу, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың хужалыҡ объекттарын һаҡлауҙы ойоштороу э шен яҡшыртыу саралары тураһында" ҡарары сыҡҡас, һалына.
       Бөгөн республикала ведомствонан тыш һаҡтың 38 бүлеге эшләй, уларҙа өс меңдән ашыу милицинер хеҙмәт итә, тип хәбәр
       итте БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге ведомствонан тыш
       идаралыҡтың матбуғат хеҙмәткәре Ирина Варламова. Хоҡуҡ һаҡсыларының гвардияһына милиция полковнигы Александр Гаврилов етәкселек итә. Үҙҙәренә талапсан ҡараш идаралыҡҡа башҡа төбәктәрҙәге подразделениелар араһында лайыҡлы урын би ләргә мөмкинселек бирҙе.
       Тәүлек һайын республиканың ҡала һәм ауыл урамдарында 166 төркөм патруллек итә, улар хәүеф сигналын ишеткән минутта уҡ ваҡиға булған урынға сығырға әҙер. Норматив буйынса сигналды
       алған ваҡыттан алып урынға барып еткәнгә тиклем өс минуттан да күберәк ваҡыт үтергә тейеш түгеллеге һәр бер хеҙмәткәргә мәғлүм. Оперативлыҡ өсөн экипаждар территориялар буйлап таратыла һәм "кем яҡыныраҡ, шул бара" принцибы буйынса эшләй. "Арго - Страж" заманса мониторинг системаһын файҙаланып, һәр бер машинаның әлеге ваҡытта ҡайҙа булыуын
       билдәләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: барыһы ла электрон картала күренә.
       Ғөмүмән, идаралыҡтағы техника, уның начальнигы Гаврилов әйтеүенсә, "фантастика сигендә", был хеҙмәттең Рәсәй Эске эштәр министрлығының 2005 йылда булдырылған "Охрана" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы менән тығыҙ
       хеҙмәттәшлек итеүенә лә бәйле. Әгәр аттестация үткән персон ал объекттарҙы һаҡ аҫтына алып, килгән хәүеф сигналдары
       буйынса оператив эшләргә тейеш булһа, "Охрана" хеҙмәткәрҙәре эштең техник өлөшө өсөн яуап бирә. Уларҙың уңышлы хеҙмәттәшлек итеүенең сағыу миҫалы тип сентябрь айында Өфөлә үткән биатлонды әйтергә була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә "Охрана" предприятиеһы башҡорт филиалының инженер - т ехник хеҙмәткәрҙәре проект - смета документацияһын әҙерләне һәм кәрәкле ҡорамалдарҙы урынлаштырҙы, был милицияға спорт комплексы территорияһын даими күҙәтеү аҫтында тоторға мөмкинселек бирҙе.
       Ведомствонан тыш һаҡтың өҫтөнлөклө бурыстары иҫәбендә торлаҡ һәм мөлкәтте һаҡлау бурысы ла бар. Бөгөн ул 56 меңгә яҡын фатир, гараждар, граждандарҙың шәхси мөлкәте һаҡланған a`x:` урындар, шулай уҡ банкылар, музейҙар һ. б. - бөтәһе 15
       меңгә яҡын объектты һаҡлай. Йыл һайын ике меңгә яҡын фатир хужалары юҡҡа ғына "хәүеф төймәләре" ҡуйҙырмай: һуңғы бер нисә йылда енәйәтселәр ошондай ысул менән һаҡланған бер фатирҙы ла баҫа алмаған.
       Туғыҙ ай эсендә БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге ведомствонан тыш идаралыҡ милиционерҙары 1793 енәйәтте
       асыҡлаған, 1977 енәйәтсене ҡулға алған. Октябрь айы башында
       Орджоникидзе районы эске эштәр бүлегенең ведомствонан тыш һ аҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәүефле енәйәтсе Олег Заикинды эләктерҙе.
       Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Чечняла өлгөлө хеҙмәт иткән өсөн дәүләт наградаларына эйә. Хеҙмәт бурысын үтәү ваҡытында һәләк булған өлкән сержант Зөлфир Әхтәмов һәм сержант Айрат Ғәлиев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал