6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Йөҙ йыл элек мәҙрәсәлә...
27.10.06


       Рәсәйҙә дини уҡыу йорттары йыш ҡына доньяуи мәктәптәр өсөн дә өлгө ролен уйнай. Өфөнөң иң билдәле мосолман уҡыу йорттарының береһе - "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә йөҙ йыл тулыуға бе р айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Был юбилей, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев билдәләүенсә, "дәүләт һәм конфессиялар араһындағы диалогтың артабан да нығыуына булышлыҡ итергә тейеш".
       Юбилей тантаналары алдынан - улар буйынса тулы бер исемле к төҙөлгән, сөнки республика Хөкүмәте был турала махсус ҡара р сығарҙы - "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында матбуғат
       конференцияһы үтте. Әммә сара алдынан бер быуат элек "Ғәлиә" мәҙрәсәһенең ниндәй хәлдә булыуын иҫкә төшөрәйек. 18 быуат аҙағынан башлап Рәсәйҙә мосолман руханиҙарын
       әҙерләү өсөн дини уҡыу йорттары - мәсет эргәһендәге мәҙрәсәләр ( юғары һәм урта белем биреү йорттары) һәм мәктәптәр асыла башлай. Руханилыҡ кадрҙары, нигеҙҙә, мәҙрәсәлә әҙерләп сығарыла. Өфө мосолмандарының инициативаһы һәм тырышлығы менән 1906 йылдың 15 ноябрендә "Ғ әлиә" мәҙрәсәһе асыла. Унда уҡыу алты йыл дауам итә.
       Уҡыу программаһында ислам тарихы һәм фәлсәфәһе, Ҡөрьән, М өхәмәт Пәйғәмбәрҙең тормошо, шулай уҡ ғәрәп, фарсы, урыҫ һәм татар телдәренә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Математика,
       физика, химия, биология, педагогика, психология, дидактика фәндәре, таҙа яҙыу өйрәнелә. Мәҙрәсәлә уҡытыу ислам илдәрендәге дини факультеттар кимәленә ҡуйыла. Бында Египетта, Сирияла, Төркиәлә белем алған билдәле дин белгестәре - ғалимдар эшләй. Улар төрлө милләткә ҡараған
       шәкерттәрҙе - башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәктәрҙе уҡыта. Мәҙрәсәнең ун йыл эшләү осоронда ул байтаҡ күренекле мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре әҙерләп сығара: Мәжит Ғафури, Шәйхзада Бабич, Хәсән Туфан, Сәйфи Ҡудаш һәм башҡалар. Мәҙрәсәнең 250 сығарылыусыһы башланғыс һәм урта мә ктәптәрҙә уҡытыусы булып эшләй, 300 - ҙән ашыуы - врач һәм и нженерҙар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, агрономдар булып китә. 1919 йылдың мартында Колчак ғәскәрҙәре бинаны яндыра. Һуңынан "Ғәлиәнең" тергеҙелгән бинаһында 22 - се һанлы интернат - мәктәп урынлаша. 2001 йылдың ғинуарында Өфө ҡала советы "Ғәлиә" мәҙрәсәһенең элекке бинаһын Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының ислам университетына тапшыра.
       - Беҙ билдәле мәғәнәлә данлы мәҙрәсә йолаларын дауам итәбеҙ, университетта һәм уның Октябрьский, Ырымбур һәм Әстерхандағы филиалдарында бөгөн 700 - ҙән ашыу студент белем ала, - тип журналистар менән уртаҡлашты университет ректоры Ринат Раев. - Элекке Рәсәй мәҙрәсәләрендә уҡытыуҙа файҙаланылған ғилми хеҙмәттәрҙе ҡайтанан баҫабыҙ. Ул ғына ла
       түгел: уҡыу программаларның өстән ике өлөшө әйтелгән мәҙрәсәләргә нигеҙ һалыусылар һәм унда уҡытыусыларҙың ғилми хеҙмәттәренә нигеҙләнеп төҙөлгән.
       - Был юбилей барыһынан бигерәк сифатлы дини белем биреүгә битараф булмағандарҙы бергә йыйыу өсөн бына тигән сәбәп. Беҙҙең беребеҙ ҙә изоляционизм тактикаһын хупламай, - тине
       Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты хакимиәте етәксеһе Мөхәммәт Таджетдинов. - Әйткәндәй, беҙҙең күптән инде мәҙрәсәнең музейын булдырыу тураһындағы пландар йәшәп килә, матди проблемалар комплексын йырып сыға алырбыҙ, тип уйлайым.
       БР Хөкүмәте эргәһендәге дин мәсьәләләре буйынса совет
       рәйесе Вячеслав Пятков журналистарға юбилей планының төп
       сараһы "Революцияға тиклемге дини уҡыу йорттарының халыҡ мәғрифәтселегендәге роле" ғилми - ғәмәли конференцияһы буласағын белдерҙе. Унда дин белгестәренән тыш Татарстан,
       Ырымбур, Ҡурған өлкәһе, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ғалимдар, дәүләт идарасылары ҡатнашыуы көтөлә. БР Милли
       музейында "Ғәлиә" мәҙрәсәһенең тарихи эшмәкәрлегенә бәйле документтар, матди ҡомартҡылар экспозицияһы йәйелдереү планлаштырыла, ә Вәлиди исемендәге Милли китапхана мәҙрәсә т арихы һәм уның уҡыусыларына арналған күргәҙмә ойошторасаҡ. Б ашҡа саралар ҙа көтөлә.
       - Республикала 790 - дан ашыу мәсет эшләй, һәм, ислам дин ен, уның мәҙәниәтен һәм философияһын лайыҡлы күрһәтеү өсөн дини белем биреү төплө нигеҙгә ҡоролған булырға тейеш. Төптә н уйланған һәм сифатлы дини белем биреү - бөгөн дәүләт өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора, - тип билдәләне Вячесла в
       Петрович. - Руханилыҡ кадрҙары әҙерләү өсөн Башҡортостанды төп төбәк итеп һайлау тураһында ла уйҙар юҡ түгел. Был планд ың уңышлы булыуына ышаныс нигеҙле: нәҡ беҙҙең "Ғәлиә" мәҙрәсәһе йөҙ йыл элек Рәсәйҙең тәүге юғары мосолман уҡыу йорто булып танылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал