6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Михаил Жаровтың Өфө менән осрашыуҙары
27.10.06


       Рәсәйҙең күп кенә театр һәм кино артистары төрлө ваҡытта Өфөлә булғаны, сығыш яһағаны бар. Бөгөн иһә ғүмере эсендә Өфөлә бер нисә тапҡыр булып киткән СССР - ҙың халыҡ артисы М ихаил Иванович Жаров ( 1900 йылдың 27 октябрендә донъяға килә) тураһында иҫкә төшөрөп китергә теләр инем.
       "Путевка в жизнь", "Возвращение Максима", "Петр Беренсе", "Воздушный извозчик", "Беспокойное хозяйство", "Иван Грозный " фильмдарынан һуң уны урамда йәше лә, ҡарты ла таный башлай. Ғүмере буйына эшләгән Дәүләт академия театрында ла Жаров әйҙәүсе артистарҙың береһе була. Артист сифатында Михаил Иванович Өфөгә 1968 йылдың яҙында килә. Дүртенсе апрелдә тамашасылар уны "Волки и овцы" (А. Н. Островский буйынса) спектаклендә күрә. Ул өлкән йәшкә тиклем гүзәл затт ар тылсымына бирешмәгән бай буйҙаҡ Лыняев ролен башҡара. Тәүге спектаклдә үк ул тамашасыларҙы әсир итә. Уның ҡатнашлығындағы күп кенә мизансценалар алҡышлауҙар менән
       оҙатылып бара, спектаклдән һуң да тамашасылар артисты сәхнәнән оҙаҡ ҡына төшөрмәй.
       Башта Өфөлә спектаклдең ҡуйылмау ихтималлығы асыҡлана. Жаров ул саҡта инде өлкән - 68 йәштә була һәм ауырып китә. Врач, крайҙы өйрәнеүсе Владимир Скачилов был хаҡта түбәндәгеләрҙе хәтерләй:
       "Партия обкомынан шылтыраттылар:
       - "Россия" ҡунаҡханаһының люкс номерында Жаров Михаил Иванович ята. Ул Өфөгә "Волки и овцы" спектаклендә сығыш яһарға килде, әммә ауырып китте. "Тиҙ ярҙам" саҡырттыҡ, үпкәһе шешкәнгә оҡшай, тиҙәр, тиҙ арала килеп етегеҙ.
       Мин йыйындым, үҙем менән бергә тәжрибәле врач Клавдия Васильевна Тимофееваны ла алдым. Килдек, ишеккә шаҡыйбыҙ, ни ндәйҙер оҙон буйлы, сәсһеҙ, Жаровҡа бөтөнләй оҡшамаған кеше ишек асты.
       - Беҙ Михаил Иванович Жаровҡа килдек, - тибеҙ.
       Ул ризаһыҙ ғына:
       - Ну, әйтәйек, мин Жаров, - тине.
       - Үтергә рөхсәт итегеҙ.
       Үтәбеҙ. Мин үҙебеҙ менән таныштырҙым һәм уны тикшерергә теләүебеҙҙе белдерҙем.
       - Ну, ҡарағыҙ!
       Уға ҡарайым да уйлайым: ҡайҙа һуң ул - Санкт - Петербургт ың бильярд батшаһы, Жаров, минең яратҡан артисым Максим тураһындағы трилогиянан һуң ул минең кумирыма әйләнде, тип әйтергә була. Хәрби кино йыйынтыҡтарынан да хәтерҙә ҡалған. Клавдия Васильевна уны ҡарап сыҡты ла миңә әйтә:
       - Владимир Анатольевич, һеҙ уны тыңлап ҡарағыҙ әле.
       Мин дә уны һәр яҡлап тыңланым, тамағын ҡараным да:
       - Клавдия Васильевна, бында бер ниндәй ҙә пневмония, үпкә шеше юҡ бит, - тинем.
       - Дөрөҫ, мин дә һеҙгә шул турала әйтергә теләгәйнем. Уға бары тик һалҡын тейгән.
       - Хәҙер поликлиниканан отоларингологты ебәрербеҙ. Ул грипҡ а ҡаршы гаммо - глобулин эшләр, - тинем дә шунда уҡ:
       - Михаил Иванович, ә спектакль ҡасан була - тип һораным.
       - Спектакль иртәнән һуңға.
       - Һеҙ сығыш яһарһығыҙ, тип ышанам".
       Уңышлы сығышынан һуң М. И. Жаров журналист Евгений Бирюковҡа үҙенең биографияһындағы ҡыҙыҡлы деталдәр тураһында һөйләй. Баҡһаң, уның тормошондағы тәүге роль - башҡорт кешеһе роле булған икән. Әле бөтөнләй йәш Миша Жаров Мәскәүҙә Зиминдың театрында "Капитан ҡыҙы" операһындағы массовкала ҡатнашҡан. Уны башҡорт кейеменә кейендерәләр - елән, башына - бүре кәпәсе кейҙерәләр, һәм дуҫтары - пугачевсылар менә бергә ул нығытманы штурмларға тейеш була. Михаил Иванович режиссер ярҙамсыһының күмәк сценала ҡатнашыусыларҙы иҫкәрткәнен йылмайып хәтерләй: "Мин ҡул һелтәгәс, һеҙ ҡойма артынан сығығыҙ, - артабан нимә эшләргә икәнен үҙегеҙ күрерһегеҙ..."
       "Акт башланды: режиссер ярҙамсыһынан күҙемде лә алмайым. "Әһә, һелтәне! Әммә мин ҡойма артынан башымды сығарыуым булды, кемдер сәхнә яғынан таяҡ менән тондорҙо - шап! Мин йығылдым. Режиссер ярҙамсыһы уйларға кәрәкмәйәсәк, тип
       дөрөҫ әйткән икән. Мине шаршау артына күтәреп индереп һалдылар..."
       Жаровтың Өфө менән тәүге осрашыуы 1917 - 1918 йылдарҙағы театр миҙгелендә була. Ул Мәскәү артистарының гастролдәрен ойоштора. Өфө театрында булған сағында ул "Жених долгового отделения" спектаклен ҡарай һәм түбәндәге баһаны бирә: Ябай,
       тормошсан уйнайҙар. Артистар, миңә ҡалһа, кинәнеп уйнай һә м нимә эшләүҙәре тураһында уйламай. Ҡарт актер тексын онотоп булһа кәрәк туҡтап ҡалғас, йәшерәге шунда уҡ уның репликаһын
       әйтте һәм үҙе үк яуап та бирҙе..."
       Ике йылдан ул өфөлөләр менән тағы бер тапҡыр осраша. Михаил Жаров ул ваҡытта беренсе фронт күсмә театры артисы була. Артистар Өфө станцияһының тимер юлында вагондарҙа йәшәй, вокзалдың агитпунктында ҡыҙылармеецтар алдында сығыш яһай.
       - Спектаклдәр концерт программалары менән аралашып барҙы,
       - тип һөйләй Михаил Иванович, - унда мин Маяковскийҙың "Разворачивайтесь в марше" һәм башҡа шиғырҙарын уҡыйым. Ҡыҙылармеецтар ҙур иғтибар менән тыңлай.
       Артабан - тиф ауырыуы. Ул Өфө лазаретында оҙаҡ ҡына дауалана. Һауыҡҡас, Ҡыҙыл Армияның һөжүм итеүсе частары артынан көнсығышҡа юл тота.
       Журналистика ветераны Зиннәт Әминев Жаровтың 1968 йылда г астролгә килеүе менән файҙаланып ҡала. Быға тиклем ул артистың мемуарҙарын уҡып сыға. Һәм авторға китабы өсөн рәхмәт белдереп хат яҙырға баҙнат итә. Шелтә лә белдерә: име ш, һеҙ, Михаил Иванович, ҡайһы бер кешеләр осрашыу ваҡытында
       һеҙҙе эсергә яратҡан кеше тип ҡабул итеүенә борсолоу белдерәһегеҙ. Ә китапта дуҫтарығыҙ менән осрашҡанда йыш ҡына төрлө эсемлектәр эсеүегеҙҙе һүрәтләйһегеҙ. Тимәк, автор үҙенә - үҙе ҡаршы килә, тигән һүҙ. Әминев авторҙан яуап хаты ала. Ә бөйөк артист Өфөгә гастролгә килгәс, мөхәррирәт ҡушыу ы буйынса уның грим бүлмәһенә инә һәм автограф ала:
       - Ул хатты һин яҙҙыңмы ни - тип ҡысҡыра Жаров. - Маладис ! - Һәм китаптың алғы битенә "Китап тормоштоң беҙ күҙ алдына
       ла килтермәгән сиктәрен аса", - тип яҙып бирә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал