6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Атай алдындағы бурыс
26.10.06


       Йылдар үтә, быуындар алмашына, бөгөн мөһим булып күренгән
       нимә иртәгә онотоласаҡ. Әммә һәр беребеҙҙең, бөйөк илдең һәр бер гражданының йөрәгендә беҙ герой тип атаған кешеләр йәшәй. Уларҙың батырлығы нимәлә, ни өсөн уларҙы данлайбыҙ С өнки беҙ бөгөн уҡыйбыҙ һәм эшләйбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Ә улар Улар алыҫ ҡырҡынсы йылдарҙа беҙҙең бәхетебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямаған.
       ... Хәбәрһеҙ юғалған атаһын Мария Главинская 33 йыл эҙләй . Бөйөк Ватан һуғышы уның өсөн тик 1966 йылда, атаһының ҡәберен тапҡас ҡына тамамлана.
       Әммә был хәл һуңыраҡ була, ә ҡырҡ беренсе йылда һигеҙ йәшлек ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәһе шәфҡәт туташы булып эшләгән госпиталдәге һалдаттар янына килә. Ул ваҡытта атаһына бронь биргән булалар, шуға күрә хәрби ваҡыт булыуына ҡарамаҫтан, ғаилә ағзалары бергә ҡала.
       Ай артынан ай үтә, һуғыш дауам итә. Йыл аҙағына еңеүгә ти ҙ генә өлгәшеп булмаясағы асыҡлана. Һалдаттар бер - бер артлы фронтҡа оҙатыла, ҡырҡ икенсе йылдың авгусында Главинскийҙар йортона ла повестка килә. Федор Захарович (Машаның атаһы) электр станцияһы механигы эшен ҡалдырып, армияға китә. Хаттарын йыш яҙа, яҡындарын һағыныуы, түҙемһеҙлек менән осрашыуҙы көтөүен белдерә.
       - Сталинградты алдыҡ, тимәк йәшәйәсәкмен, - тип яҙа ул 43
       - сө йылдың ғинуарында, ә бер айҙан ҡыҙсыҡ ҡулында бөтөнләй икенсе төрлө ҡағыҙ була. Атаһының йылы хаты түгел, ә ҡара ҡағыҙ, унда "Кесе сержант Главинский Федор Захарович, 1911 йылда Башҡорт АССР - ында Йоматау станцияһында тыуған, 1943 йылдың 21 ғинуарында һәләк булды" - тип яҙылған була.
       Һәләк булды! Ә ҡайҙа Ул ваҡытта бер кем дә был турала уйламай.
       - Атайым һәләк булды, ә һуғыш дауам итә, - тип бала саҡ иҫтәлектәрен һүтә әңгәмәсем.
       Шулай итеп ҡыҙ әсәһе Елизавета Николаевна менән күсмә госпиталь составына эләгә һәм беҙҙең ғәскәрҙәрҙең һөжүм итеү
       юлы буйлап фронт линияһына йүнәлә. Бәләкәй генә булһа ла ул шәфҡәт туташтарына, яралыларға ярҙам итә, уларға йырҙар йырлай, һалдаттар исеменән өйҙәренә хаттар яҙа.
       - Ауырыу кешенең төҫ - ҡиәфәтенән бер ваҡытта ла ҡурҡманы м, сирҡаныу тигән тойғоно ла белмәйем. Был әсәйемдән киләлер , моғайын. Мин үҙем дә һуңынан беҙҙең Йоматау шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләнем, - тип һөйләй Мария Федоровна. -
       Үлемдең яҡында йөрөүе генә ҡурҡыныс ине. Һинең йәки яҡындарыңдың ғүмерен ҡасан ҡыйырын белмәйһең.
       Бер тапҡыр госпиталдә йоҡоһоҙ үткәргән төндән һуң өйгә ҡайтып барам. Эскәмйәгә ял итергә ултырҙым. Бер - ике
       минуттан юлымды дауам иттем һәм артта ҡот осҡос шартлау яңғырауынан шаңҡып ҡалдым. Әйләнеп ҡараһам, мин ултырған эскәмйә урынында соҡор барлыҡҡа килгән - немецтар ҡалдырып к иткән мина шартлаған. Шулай итеп үлем минең янымдан егерме а ҙым арала ғына үтеп китте...
       - Ҡышын аслыҡ көслө ине. Баҫыуҙарҙан туңып серегән карту ф йыябыҙ. Йәй - көҙ еләк - емеш менән бәшмәк ҡотҡара. Бик ау ыр булды, - тип хәтерләй Мария Главинская. - Мәктәпкә эләгеү е лә еңел түгел. Беҙҙең ялан госпитале урынлашҡан ҡалаларҙа бер - ике көн элек кенә һуғыштар барған. Шуға күрә мәктәптәрҙә мебель юҡ. Уҡырға теләйһең икән - ултырғыс һәм өҫтәл табып алып киләһең.
       - Һиңә өҫтәл кәрәкме - тип һорай бер көндө күрше малайы.
       Машаның мәктәпкә йыйынғанын ул ҡайҙан белгәндер, һәм ҡыҙға бәләкәй генә тумбочка бүләк итә.
       - Нәҡ ошо үҙ - ара дуҫлыҡ һәм ярҙам, минеңсә, беҙҙең халы ҡҡа бирешмәҫкә һәм еңеп сығырға ярҙам итте, - ти ул. - Беҙ б ер ғаилә кеүек йәшәнек. Ул Латвиянан, мин Уралдан. Бер нимә һорамаһам да, ул миңә ярҙам ҡулын һуҙҙы.
       Госпиталь, мәктәп, өйгә эш, госпиталь, мәктәп - биш йыл! Һәм, ниһайәт, күптән көткән еңеү көнө етә. Һуғыш тамамлана. Әммә юғалтыу ауырлығы ҡала. Маша атаһының ҡайһы бер әйберҙәрен, х аттарын һәм үҙенең пионер галстугын уның иҫтәлеге итеп һаҡлай. Сөнки нәҡ Федор Захарович, фронтта сағында, ҡыҙының
       ойошмаға инеүен талап итә. Әсәһе ҡаршы була: немецтарҙың пионерҙарҙан нисек итеп үс алыуҙары тураһындағы хәбәрҙәр ишетелеп тора. Әммә Маша өҙөлөп яратҡан атаһы ҡушҡанды тыңламайынса булдыра алмай. Һәм һуғыш тамамланыу менән уның ҡәберен эҙләй башлай. Район военкоматтарының тупһаһын т апай, атаһының полкташтары менән осраша һәм кем булһа ла: "Ҡайҙа ерләнгәнен беләм. Бергә хеҙмәт иттек. Үҙем һуңғы юлға
       оҙаттым", - тип әйтерен көтә. Федор Захарович Главинский ерләнгән Волгоградтан хат килгәнсе 33 йыл үтә.
       Хәҙер Мария Федоровна йыл һайын тип әйтерлек атаһының ҡәберенә бара, уның полкташтары менән осраша. Әммә Еңеү көнөн һәр ваҡыт тыуған Йоматау ауылында ҡаршылай. Был көндө ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың исемһеҙ ҡ әберҙәренә сәскә һала, Билдәһеҙ һалдат һәйкәле эргәһенә бара .

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал