6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ауылда - баҫыуҙа булһа, ҡалала - өҫтәл өҫтөндә
26.10.06


       - Башҡортостанда ауыл хужалығы буйынса милли проект бөтә
       илдәге кеүек үткән йылда түгел, ә ун йылдан ашыу элек үк тормошҡа ашырыла башланы, - тине БР ауыл хужалығы министры Г ригорий Горобец "Башинформ" агентлығында БР Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәре көнөнә арналған
       матбуғат конференцияһында. - Нәҡ шул ваҡытта республика Президенты Мортаза Рәхимов ауыл хужалығында элеккесә эшләү я рамай, тигән фекер әйтте һәм сит ил техникаһын һатып алыуҙы хупланы. Шул ваҡыттан алып беҙ сит илдәрҙән иген йыйыу һәм тупраҡ эшкәртеү комбайндары һатып ала башланыҡ, бөгөн игенселәрҙең эшен уларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әлеге ваҡытта республика хужалыҡтарында меңгә яҡын сит ил комбайндары эшләй. Улар дөйөм күләмдең 15 процент тирәһен тәшкил итә. Әммә улар менән беҙ уңыштың яртыһын йыйып алабыҙ. Сит ил машиналарының етештереү ҡеүәте беҙҙекенән байтаҡҡа юғарыраҡ. Мәҫәлән, сит ил комбайны көнөнә 55 гектар , үҙебеҙҙең ДТ - 75 - биш гектар ер һөрә. Өҫтәүенә беҙҙең комбайнды һатып алғандан һуң, эшләп китһен өсөн ярты ай ремонтларға тура килә.
       Шулай итеп, сит ил техникаһын файҙаланыу ҙа беҙгә һуңғы йылдарҙа яҡшы уңыш алырға мөмкинселек бирә, - тип дауам итте
       Горобец. - Әлеге ваҡытта төп бурыс - был техникала эшләргә тейеш буласаҡ кешеләрҙе өйрәтеү, юҡһа алға китеш туҡтап ҡалыуы ихтимал. Быйыл беҙ рекорд уҡ булмаһа ла, бик юғары күрһәткестәргә ирештек - 4,5 миллион тонна иген йыйып алынды . Быйылғы миҙгелдә иң яҡшы һөҙөмтәләргә Стәрлетамаҡ районы ө лгәште - унда 200 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынған. Сағыштырыу өсөн, тотош Удмуртияла стәрлетамаҡтарҙыҡы кеүек ү к уңыш йыйып алына. Башҡа райондар ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Айырыуса Урал арьяғы ҡыуандырҙы. Баймаҡ районында 200 мең тоннаға яҡын ашлыҡ һуғылды. Һауа торошо һәм тәбиғәт шарттары бик үк яҡшынан булмаған Учалы районы игенселәре бик яҡшы уңыш алды. Урал арьяғында бындай уңыш булмағанына 15 йыл.
       Икмәк продукцияһы әҙерләү өсөн дәүләт тарафынан 326 мең тонна иген һатып алынған да инде. Йәғни, иген буйынса бурыст ы үтәнек, тип әйтергә мөмкин.
       Быйыл Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө буйынса ла яҡшы уңыш алынды. Уртаса күрһәткес гектарынан 237 центнер тәшкил итә. Бер миллион 700 мең тонна йыйып алынған, бер миллион 250 мең тонна шәкәр заводтарына оҙатылған. Эшкәртеү заводтарында уны һаҡлау өсөн урын етмәй, баҫыуҙа ауҙарырға тура килә. Шәкәр сөгөлдөрөнөң һығындыһы артынан элек һәр ваҡыт сират тора торғайны, хәҙер уны бушлай тараталар, хатта
       ул ашлама сифатында баҫыуҙарға ла сығарыла.
       Малсылыҡты үҫтереү буйынса эш дауам итә. Республикала милли проекттың был йүнәлешен тормошҡа ашырыуға ике миллиард һум кредит алынғайны. Ун туғыҙ ауыл хужалығы предприятиелары мегаферма төҙөй. Ҡайһы берҙәре сит илдән тоҡом малы ҡайтара башланы. Ҡырмыҫҡалы районында 400 башлыҡ һыйыр аҙбары төҙөлдө, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар райондарында объекттар төҙөлә. Эшкәртеү комплексы уңышлы эшләй. Беҙҙән һөт эшкәртеү продукттарын (ассортиментта улар
       124) Свердлов һәм Силәбе өлкәләре һатып ала.
       Йылҡысылыҡ үҫешә. Республика аттар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора. Әгәр дөйөм Рәсәйҙә аттар һаны бер миллион 115 мең булһа, уларҙың 257 меңе - Башҡортостанда.
       Балыҡ үрсетеү хужалығы күтәрелә бара. Быуалар һаны арта, йыл һайын республикала 1000 - гә яҡын бәләкәй һыу ятҡылығы барлыҡҡа килә. Хәйбулла районында 54 миллион кубометрлыҡ Аҡъяр һыу һаҡлағысы төҙөлдө.
       Ауылда тормош яҡшыра. Йәш ғаиләләргә торлаҡ бүленә. Бер
       нисә йыл элек йылына 124 ғаиләгә фатир бүленһә, быйыл 300 ғаилә фатирлы булған да инде. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең
       эш хаҡы арта. Тиҙҙән ул өс мең сиген уҙасаҡ, тип белдерҙе Горобец.
       - Сумма бәләкәй булып күренә генә, - ти Георгий Васильеви ч. - Был уртаса иҫәпләүҙәр. Ауылда эштең миҙгелле булыуы бил дәле. Һәм уртаса һандарға йәлеп ителгән эшсе көсөнә - миҙгел эшселәренә - түләүҙәр ҙә инә. Нигеҙҙә, яҡшы эшләгәндәр яҡшы хеҙмәт хаҡы ала. 30 мең тоннанан ашыу иген һуғып алыусы механизаторҙар айына 30 - 40 мең һум эшләй. Шәхси хужалыҡ тотоусылар түләүҙең бер өлөшөн тәбиғи продукттар - фураж, бесән, ит менән ала.
       Байрам алдынан Горобец ауыл халҡын һәм ерҙә эшләүсе һәр кемде йылдың яҡшы килеүе менән ҡотланы һәм БР Президенты һәм Хөкүмәте ауыл хужалығын артабан да иғтибар үҙәгендә тотһон ине, тигән теләк белдерҙе. Иртәгә Республика йортонда
       байрам ултырышы һәм производство алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Иң яҡшы эшләүсе райондарға премия өсөн БР Хөкүмәте 15 миллион һум бүлде. Уртаса алғанда, районға аҡсалата бүләкләү 250 мең һум тәшкил итәсәк. Үҙҙәрен айырыуса яҡшы күрһәтеүселәр һәм, айырып әйткәндә, Стәрлетамаҡ районы миллион һумдан ашыу премия аласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал