6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

"Керәшен һалҡындарына" - 10 йыл
27.01.04


       Республиканың мәҙәни тормошо сағыу биҙәктәргә бай булыуы менән айырылып тора. Әленән - әле башҡорт, рус, татар телдәр ендә конкурстар, фестивалдәр, осрашыуҙар ойошторолоп килә. Т өрлө милләт вәкилдәренең, уларҙың ғөрөф - ғәҙәттәренең күркә м традицияларының сағылышы был. Күптән түгел Бөрө ҡалаһында үткән "Керәшен һалҡындары" йыр һәм бейеү хаҡында ла шулай ти п әйтәһе килә. Фестиваль быйыл үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын бил дәләне. Йылдағыса, әлеге бәйгене Бөрө ҡалаһының мәғариф һәм мәҙәниәт идаралары һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙ о.
       Фестивалдә ҡатнашыусларҙы тәбрикләргә БР Физик культура,
       спорт һәм туризм министры Владимир Самородов, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Тамара Пушкарев а ла килгән ине. Бөрөлөләр ҡунаҡтарҙы икмәк һәм тоҙ менән ҡа ршыланылар.
       Конкурста ике йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Тамашасыларға б арлығы 23 концерт номеры күрһәтелде. Башҡарыусылар араһында уҙған йылға фестиваль лауреаттары ла, тәү башлап сәхнәгә сығ ыусылар ҙа бар ине.
       "Яңғыҙ йыр" номинацияһында Өфөнән Екатерина Агафонова еңе үсе булды. Беренсе урынды Тольяттинан Александр Новиков яула ны. Бөрөнән Рөстәм Солтанов - икенсе, Мәләүездән Мария Юрова
       өсөнсө урынға сыҡты.
       Бейеү буйынса гран - при Бөрөнән "Вавилон" бейеү театрын а бирелде. Беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы "Дайк - Бокс"( октябрьский), "Модус" ( Өфө), "Экзотик - шоу" ( Бөрө) бейеү төркөмдәре бүлеште.
       Музыкаль коллективтар араһында иң яҡшылары тип Бөрөнән " Звездный час", "Пророк", Белореттан "Стандарт" төркөмдәре та нылды.
       Шулай уҡ Бөрө ҡалаһы һәм районы хакимиәте призлы урындар ҙы яулаусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
       Фестиваль Рәсәй күренекле эстрада йондоҙо Ирина Салтыков аның сығышы менән тамамланды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал