6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Көршәксе серҙәре һәм ул ғына ла түгел
26.10.06


       Театр миҙгеле ҡыҙа. Шуға күрә республика театрҙарының сәхнәһенә күҙ һалырға һәм уларҙың тамашасылар өсөн нимә әҙерләүе һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе нимә менән ҡыуандырырға ниәтләүҙәре менән ҡыҙыҡһынырға ваҡыт.
       Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры
       87 - се театр миҙгеле ай башында башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосы буйынса ҡуйылған спектакле менән асылды. Рөстәм Хәкимов ҡуйыуындағы был әҫәр төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивалендә күрһәтелеүе һәм Башдрамтеатрға еңеү алып килеүен хәтергә төшөрәйек.
       "Кәкүк ояһы" спектакле бер юлы өс номинацияла премияға лайыҡ булды: "Иң яҡшы ирҙәр роле" (Хөрмәтулла Үтәшев), "Иң
       яҡшы режиссер эше" (Айрат Әбүшахманов) һәм "Иң яҡшы спектакль".
       Бөгөн театр Урал Ғәлиевтың "Йәшәйәсәкбеҙ" повесы өҫтөндә эшләй. Уның инсценировкаһын - "Тау артында тал илай" - Стәрлетамаҡтың йәш драматургы Владимир Жеребцов яҙған. Яңы спектаклде ҡуйыу Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр те атры режиссеры Мөсәлим Ҡолбаевтың бурысы.
       Рус академия драма театры тамашасыларҙы Мостай Кәримдең " Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған премьераһы менән ҡыуандырҙы. Спектаклде ҡуйыусы режиссер - театрҙың художество етәксеһе Михаил Рабинович. Театрҙың был яңы эше р епертуарҙар афишаһында 28 һәм 29 октябргә билдәләнгән. Повестың сәхнә версияһын Илгиз Кәримов һәм Айҙар Хөсәйенов я ҙған.
       "Ярлыҡау" спектакле менән рус академия театры 145 - се юбилей миҙгелен асты. Дөйөм алғанда, бөгөн театрҙа был датағ а ҙур иғтибар бирелә.
       Өфөнөң "Нур" дәүләт татар театры тамашасыларға "Көршәксе
       серҙәрен" асырға тәҡдим итә. Был - БР атҡаҙанған сәнғәт
       эшмәкәре Әбелхәйер Сәфиуллин ҡуйыуындағы яңы спектакль. Башҡа бик күптәрҙән айырмалы рәүештә, унда артистар шиғыр аша аралаша. Төп герой - көршәксе көршәктәре аша тамашасы менән диалогка инә. Улар - оҫтаның ҡулдары, күңеле, аҡылы һә м уй - фекерҙәре.
       Режиссер Илдар Вәлиевтың Хәбибулла Ибраһимовтың пьесаһы бу йынса ҡуйған "Кейәүкәй" спектакле лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уны "нурҙар" үткән миҙгелдә күрһәткәйне. Һәм күп кенә
       тамашасылар уны ҡарап өлгөрмәне. "Туғанлыҡ" фестивалендә
       Мәскәүҙән килгән театр белгестәре был спектаклде юғары баһаланы.
       Әлеге ваҡытта Илдар Вәлиев яңы эшкә тотонорға ниәтләй. Ниндәй икәнлеген әлегә "нурҙар" сер итеп һаҡлай. Театр коллективының ҡалған өлөшө билдәле театр эшмәкәре, режиссер Ғабдулла Кәриевтың 120 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеү менән мәшғүл. Ул 28 октябрҙә Татарстанда үтәсәк.
       Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры 17 - се миҙгелен 19 октябрҙә ирланд драматургы Джон Сингтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Герой" премьераһы менән асты. Ҡуйыусы режиссер - БР атҡаҙанған артисткаһы Ольга Мусина. Ролдәрҙә -
       Рушана Бабич, Андрей Ганичев, Салауат Нурисламов... Урыҫ труппаһына алҡышлауҙар!
       Башҡорт труппаһы миҙгелде 22 октябрҙә режиссер Мөсәлим Ҡолбаев ҡуйған "Go! Баламышкин!" музыкаль комедияһы менән асты. Спектакль беҙгә һөйгәнен һуғыштан көтөп ала алмаған Бибикамал ҡарсыҡ тураһында һөйләй. Иҫтәлеккә уның берҙән - бер хаты һәм улы Хәмзә ҡала. Хатында ире үҙе һәләк булған осраҡта, ҡәберен эҙләп табып, уның яратҡан йырын башҡарыуын һорай. Комедия һуңыраҡ башлана. Ролдәрҙә - БР халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева, БР атҡаҙанған артисы Мәғәфүр Усманов, Гүзәл Әйүпова, Ләйсән Рәхимова һәм
       башҡалар.
       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Өфө театрҙары араһында беренселәрҙән булып миҙгелде Заһир Исмәғилевтың "Аҡмулла" операһының премьераһы менән асты. Бөгөн артистар спектаклдәрҙән тыш, тамашасылар өсөн "Ҡояш һәм мөхәббәт көйҙәрен" әҙерләү менән мәшғүл. 30 октябрҙә музыкаль ҡунаҡханала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Татьяна Михайлюк, Руслан Хәбибуллин, Людмила Коломоец, республика конкурсы лауреаты Олеся Хөснөтдинова, Татарстандың атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов башҡарыуында донъя халыҡтарының популяр көйҙәрен ишетәсәкһегеҙ. 10 ноябрҙә Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,
       профессор Миләүшә Мортазина үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал