6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Гайдар ҡурайҙа уйнағанмы
26.10.06


       Яҙыусы Аркадий Гайдарҙың биографияһы барыбыҙға ла мәғлүм, буғай. Әммә ҡайһы ваҡыт уның тормошондағы яңы факттар ҙа асыҡлана.
       Силәбелә яҙыусы Николай Богдановтың "Гайдар у горы Магнитной" китабы сыға. Унда яҙыусының биографияһындағы
       тағы ла бер аҙ билдәле факт тураһында һүҙ бара. Баҡһаң, Аркадий Гайдар беренсе бишйыллыҡтың иң билдәле төҙөлөшө - Ма гниткала радио хәбәрсеһе булып та эшләгән икән. Дуҫтары араһында үҙенең Граждандар һуғышы ваҡытында Белоретта булып китеүе хаҡында һөйләүе билдәле. Ә инде даими дуҫтары -
       балаларға ҡыйыу яугирҙар Емельян Пугачев һәм уның көрәштәше
       Салауат Юлаев тураһында һөйләй торған булған.
       "Мин һөйләгән хәл Емельян Пугачев ваҡытында булған. Был ерҙәрҙә уның данлы казактары һәм Салауат Юлаевтың ҡурҡыу белмәҫ башҡорттары азатлыҡ өсөн көрәшкән. Батша ғәскәрҙәре бик яҡшы ҡоралланған ғәскәре уларҙың өҫтөнә ташланған. Асыҡ алышта уларҙы бер нисек тә еңеү мөмкин булмай.
       Шул ваҡыт казактар һәм башҡорттар драгундарҙы хәйлә менән
       далаға алып сығырға, аттарын хәлдән тайҙырырға һәм тылдан һөжүм яһарға ҡарар итә.
       Һәм ҙур булмаған алыштан һуң улар ситкә сығып сабалар. Ә драгундар "баш күтәреүселәр" сигенә тип уйлап уларҙың артынан төшә.
       Пугачевсылар үҙәнгә саба, тауға күтәрелә. Драгундар ҙа ҡалышмай, ҡыуып етергә тырышалар... Бына Магнит тауына ла килеп етәләр.
       Пугачевтың һыбайлылары ҡойон уйнатып тауға күтәрелә, унан инде тауҙан түбәнгә сабалар. Батша драгундары - уларҙың артынан. Ҡапыл һуңғыларының бар көсөнә сабыусы аттары
       абынып йығыла башлай. Драгундар баш аша оса. Һәм шул ваҡытта Салауаттың батырҙары һәм казактар уларҙың өҫтөнә ябырыла! Ҡан ҡойош китә, пугачевсылар еңеп сыға.
       Ни өсөн драгундарҙың аттары абына тиһегеҙме Сөнки батша ғәскәренең аттары ҡышҡы устав буйынса тимер дағалар менән
       дағаланған була. Һәм Магнит тауы уларҙы үҙенә тарта. Казакт ар һәм башҡорттарҙың еңел, дағаланмаған аттарын үткәреп ебәр ә. Бына шулай итеп пугачевсылар дошмандарын еңә лә инде".
       Аркадий Петрович Голиков, буласаҡ совет яҙыусыһы Аркадий Гайдар ( 1904 йылдың 22 ғинуарында донъяға килә - 1941 йылды ң 26 октябрендә вафат була) Башҡортостанда 1921 йылда булып
       китә. Ул айырым тәғәйенләнештәге 3 - сө коммунистик батальо н командиры булып хҙмәт итә. Батальон Тамьян - Ҡатай кантоны үҙәге Белоретта урынлаша - һәм урмандарҙа йәшеренеп, халыҡтың тормошто яйға һалырға ҡамасаулаусы бандиттарҙың ваҡ төркөмдәренә ҡаршы көрәш алып бара.
       Башҡортостанда Аркадий Гайдар оҙаҡ түгел, 10 сентябрҙән 4 ноябргә тиклем генә булһа ла, Тамьян - Ҡатай кантонынан тыш штаб урынлашҡан Стәрлетамаҡта булырға ла өлгөрә.
       Был хәлдән һуң күп йылдар үткәс, 1973 йылдың йәйендә, Стәрлетамаҡ пионерияһы яҙыусының улы, хәрби журналист, беренсе ранг капитаны Тимур Гайдарҙы ҡабул итә. Ул Мәскәүҙән
       атаһы хөрмәтенә мемориаль таҡта асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн килә.
       Мемориаль таҡта: "1921 йылда бындағы штабта өсөнсө коммунистик батальон командиры Аркадий Гайдар (Голиков) була ". Таҡта ҙур булмаған, тәҙрә йөҙлөктәре һырлап эшләнгән ағас йортта асыла. Уны ҡыҙыл эҙәрмәндәр эҙләп таба.
       - Бына беҙ бөгөн эҙләүҙәр тураһында күп һөйләнек, - ти митингыла сығыш яһағанда Тимур Гайдар. - Һеҙҙең Гайдар
       исемендәге штабығыҙ эҙләүҙәр менән шөғөлләнә. Был бик кәрәкле эш. Әммә уның икенсе яғы ла бар. Хыялығыҙҙы ла эҙләгеҙ. Ниәтләгәнегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ. Был да эҙләүҙең бер төрө.
       Тимур Гайдар атаһы хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Атайым фронтҡа киткәндә миңә ун биш йәш ине. Мин күп нимәне аңларға, күрергә, баһаларға өлгөрмәнем, әлбиттә. Әммә ул ваҡытта минең өсөн иң ҡәҙерлеһе - беҙҙең ышаныслы, ихтирамлы мөнәсәбәтебеҙ ине. Ул, ғөмүмән, балаларҙы үҙе менән тиң күреп аралашты. Балалар уға ынтыла ине, Гайдар менән уларға һәр ваҡыт күңелле һәм ҡыҙыҡ булды. Ул ихаталағы
       бөтә балалар өсөн һауа шарҙары һатып алһынмы, таксиға ултыртып ҡала буйлап йөрөтһөнмө...
       1942 йылда Яҙыусылар союзының хәрби комиссияһында миңә хат тапшырҙылар, унда лейтенант Абрамов Гайдарҙың партизандар отрядында һәләк булыуы хаҡында хәбәр итә ине.
       Мин күҙҙәремә йәш тулып, ҡайҙа барғанымды үҙем дә
       белмәйенсә, Мәскәү буйлап атланым.
       Стәрлетамаҡ пионерҙары Тимур Аркадиевич Гайдар менән оҙаҡ , уның һуңғы көндәренә тиклем, хатлаша. Бына уның хаттарыны ң береһе ( 1973 йылдың декабрь айы).
       "Ҡәҙерле дуҫтарым! - тип яҙа Тимур Гайдар. - Яуап хатын оҙаҡлатыуым өсөн ғәфү итегеҙ. Йыл аҙағына эштәр күп йыйылған. Арыным һәм отпуск, саңғылар, урман тураһында хыялланам. Бәлки декабрь аҙағында ялға сығып булыр.
       Йылы хатығыҙ һәм матур бүләктәрегҙе өсөн рәхмәт. Һеҙ мине иркәләтәһегеҙ. Һеҙҙең ҡәләмдәр менән мин хәҙер мәҡәләләрҙе төҙәтәм, ә моңһоу булып китһә, ҡурайҙа уйнайым. Ул ваҡытта "Правданың" бишенсе ҡатында, 505 - се бүлмә эргәһендә ғәжәпләнеүе йөҙҙәренә сыҡҡан кешеләр йыйыла. Хатта башҡа мөхәррирәттәрҙән журналистар ҙа килә. Бына шулай!
       Һеҙ ебәргән материалдарҙан штабта эштәрҙең яҡшы барғаны
       күренә. Быға бик шатмын...
       Ҙур ҡәнәғәтлек менән һеҙҙең матур ҡаланы, Ағиҙел йылғаһын , осрашырға тура килгән барлыҡ яҡшы кешеләрегеҙҙе хәтергә төшөрәм. Уларҙың барыһына ла минән ҙур сәләм. Эшсән ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып
       Тимур Гайдар".
       Гайдарҙың улының хаттары, яҙыусы тураһындағы башҡа
       ҡыҙыҡлы экспонаттар Стәрлетамаҡтағы Пионерҙар һарайында, Аркадий Петрович Гайдарҙың музейында, һаҡлана. Ул 1981 йылдың 23 ғинуарында асыла. Музейға ингән урында мәрмәрҙән э шләнгән скульптура композицияһы ҡаршы ала: унда Гайдар башҡорт малайы менән әңгәмәләшә ( скульпторы Михаил Шабалтин).

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал