6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Президенттың уң ҡулы уңда ҡалды
26.10.06


       Күптән түгел Владимир Путин Мортаза Рәхимовты Башҡортостан П резиденты вазифаһына тәғәйенләү инициативаһы менән сығыш яһа ғайны. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарауына ҡуйылған тәҡдим бер тауыштан хупланды - Мортаза Рәхимов төбәккә 2011 йылға тиклем етәкселек итәсәк. Бөгөн БР
       Хөкүмәте Премьер - министры менән дә ошоға оҡшаш хәл булды.
       Республика башлығы башҡорт парламентына Рафаэль Байдәүләтовтың кандидатураһын тәҡдим итте һәм бөгөн иртә менән депутаттар уны тулыһынса хуплауын белдерҙе. 103 халыҡ һайланыусыһы бөгөнгө Премьерҙы быға тиклем биләгән вазифаһында күрҙе.
       Төбәк башлығы билдәләүенсә, уны Владимир Путиндың тәҡдиме б уйынса яңы срокка Башҡортостан Президенты итеп һайлау - уға ғына түгел, бына инде һигеҙ йыл Рафаэль Байдәүләтов уңышлы етәкселек иткән БР Хөкүмәтенә лә ышаныс белдереү, тигән һүҙ.
       Социаль - иҡтисади күрһәткестәре буйынса Башҡортостан - Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Алда өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, Башҡортостандың үҙ ирке менән Р әсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә бәйле яңы етди мәсьәләләр көтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәхимов һәм,
       бер тауыштан ҡарар ҡабул иткәндән һуң, Рафаэль Байдәүләтовт ы БР Хөкүмәте Премьер - министры итеп тәғәйенләү тураһындағы
       Указға ҡул ҡуйҙы. Был доументҡа ярашлы, Байдәүләтовҡа 15 ноябргә тиклем министрҙар кабинеты структураһын үҙгәртеү һәм
       министрлыҡ етәкселәрен тәғәйенләү буйынса тәҡдимдәр индереү йөкмәтелде.
       Байдәүләтовты Премьер итеп тәғәйенләүгә килешеү белдереү - БР Дәүләт Йыйылышының бөгөнгө, 40 - сы ултырышының көн тәртибендә беренсе урында торҙо. Бынан тыш депутаттар бөгөн 39 мәсьәлә тикшерәсәк, улар араһында 29 закон проекты бар. И ң ҡатмарлыһы - 2007 йылға республика бюджеты тураһында БР закон проекты.

Николай Ермоленко, Екатерина Чуракова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал