6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Мөғжизә булманы
26.10.06


       Киевтан күңелһеҙ яңылыҡтар килде. Халыҡ - ара шашка уйыны буйынса донъя чемпионкаһы исеменә матчта украинка Дарья Ткаченко Тамара Танһыҡҡужинаны арта ҡалдырҙы. Өсөнсө сеттың һуңғы дүртенсе партияһында Башҡортостан вәкиле бик тә кәрәкле еңеүгә өлгәшә алманы. Сет Ткаченко файҙаһына 5 : 3 иҫәбе менән тамамланды.
       Тәүге сеттың Якутск ҡалаһында үтеүен хәтергә төшөрәйек.
       Дүрт тигеҙ иҫәптән һуң Ткаченко тай - брейкта бер еңеүгә
       иреште һәм алға сыҡты.
       Киевта үткән икенсе сетта Украина чемипонкаһы тәүге
       партияла уҡ еңеүгә иреште. Еңеү өсөн уға өс алышты "ничья"
       менән тамамлау етә ине. Әммә Тамара Киевтағы өсөнсө осрашыуҙа уҡ иҫәпте тигеҙләй алды, артабан тай - брейктың етенсе партияһында еңеүгә өлгәште.
       Шулай уҡ Киевта үткән өсөнсө сетта ҡыҙҙар ике тапҡыр уйынды тигеҙ иҫәп менән тамамланы. Өсөнсө партияла Ткаченко еңеү яуланы. Башта өҫтөнлөк Тамара яғында ине, әммә Өфө шашкасыһының бер нисә уңышһыҙ йөрөшөнән һуң Дарья инициативаны үҙ ҡулына алды һәм еңеүгә иреште. Һуңғы сеттың дүртенсе партияһында Тамараны мөғжизә генә ҡотҡара ала ине.
       Әммә хәл иткес партияла мөғжизә булманы. Шулай ҙа күңелһеҙләнергә кәрәкмәй. Ныҡышмал Тамара ҡон ҡайтарыр, тип уйлайым. Башҡорт шашкасыһы киләһе турнирҙа йәки матч ярышында юғалтылған тажын кире ҡайтара ала әле. Иң мөһиме -
       хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышырға кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал