6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Барыһы ла яҡшы, гүзәл Рәсәй!
26.10.06


       - Төньяҡ Кореяла күптән түгел ядро ҡоралына һынау үткәрҙе ләр. Ул беҙгә яҡын урынлашҡан, һәм был хәл беҙгә оҡшамай. Ни мә эшләйбеҙ - Кремлгә, Рәсәй Президенты Владимир Путинға
       йүнәлтелгән был һорау Алыҫ Көнсығыштан килде. Беренсе булып
       Мәскәү менән бәйләнешкә Находка сыҡты һәм шунда уҡ үҙенең б орсолоуҙары менән уртаҡлашты.
       "Был ҡатмарлы хәлдән" сығыу юлын президент һөйләшеүҙәрҙең алты яҡлы форматына кире ҡайтыуҙа күрә. "Һынауҙар үткәреүгә юл ҡуйырға ярамай, һәм Кореяның Рәсәй Федерацияһына яҡын
       урынлашыуы арҡаһында ғына түгел", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Путин.
       Һәм Рәсәй башлығы менән "тура бәйләнеште" асыусы Находка халҡы үҙҙәрен һуғышсан дәүләттән 177 километр ғына айырып тороуына бәйле һорауҙан тыш, башҡа темаларға ла ҡағылды. Пасажирҙар ташыусы водитель Чита - Хабаровск федераль трассаһының яҙмышына битараф түгел, ә урындағы эколог "Сахалинда ярға ташланған" балыҡтарҙы иҫкә төшөрөргә тәҡдим итте. Юл - "бәләкәй түгел" - ике этапта төҙөйбөҙ: "2007 йыл аҙағына тиклем ул тура һәм күсмә мәғәнәлә төҙөлөп бөтөргә тейеш, (...) 2010 йылға - асфальтта". Финанслау бара, тип тынысландырҙы президент һәм үҫешкән илдәрҙең аҡыл эйәләре ба ш ватҡан ике бурысты иҫкә төшөрҙө: нисек итеп сәнәғәт
       үҫешен тәьмин итергә һәм тәбиғәтте һаҡларға. Рәсәй ҙә ошо
       балансты эҙләү юлында. Владимир Владимирович беҙҙең киңлектәрҙә экологик хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүленеүе һәм Байкалдың һаҡлап ҡалынасағы тураһында хәбәр итте. "Уны аҡса менән үлсәп булмай", - тип өҫтәне Путин.
       Иркутск ҡалаһынан һорау. Уны ғүмеренең 30 йылын штурвал артында үткәргән элекке осоусы бирә. Ил заманса самолеттарға
       һәм юғары квалификациялы белгестәргә мохтаж, тине ул. Һорау биреүсе улының 30 йыл элек сығарылған самолеттарҙа осоуы, ә осоусыларҙың уртаса йәше бөгөн 40 - 42 булыуы хаҡында бәйән итте. "Беҙ ҡасан яҡшы самолеттар сығара башларбыҙ һәм беҙҙе
       уларҙа кем йөрөтәсәк" - был һорауҙан һуң Путин күптән түг ел булған фажиғәне хәтергә төшөрҙө һәм һәләкәттең беҙҙең авиация транспортына бәйле булмауын билдәләне.
       - Ул француз самолеты, ә двигателе американдарҙыҡы. Был темаға тәфсирләп туҡталып торорға теләмәҫ инем, - яуап биреүсе тикшереү эшен эксперттар өсөн ҡалдырҙы һәм төбәккә я ңы аэропорт төҙөү тураһында уйларға кәңәш итте. Уртаҡ финаслау юлы менән. - Федераль бюджеттан 15 миллион һум бүленергә тейеш, ә 2007 йылда аэропорт хужалығына бөтәһе 20 миллион һум тотоноласаҡ, - Путин һуңғы ике һанды "йөрәк аша үткәреүҙәрен һораны" һәм быны "граждандарҙың хәүефһеҙлегендә экономияларға ярамай" тип аңлатты.
       Был проблема бик киҫкен тора. Илебеҙҙә пассажирҙар ташыу күләме ғәйәт ҙур. Шуға күрә ҡеүәтле авиация холдингы төҙөрг ә кәрәк, тип һығымта яһаны дәүләт башлығы һәм "осраҡтан
       файҙаланып", "бының менән шөғөлләнеүселәргә" сигнал ебәрҙе:
       - Һөйләшеүҙәрҙе туҡтатығыҙ һәм конструктив сараларға күсег еҙ. Һәм, әлбиттә, кадрҙар әҙерләүгә тейешле иғтибар бүлеү мө һим. Әгәр проблемаға комплексы ҡарашта булһаҡ, беҙ, һис һүҙһ еҙ,
       уны хәл итәсәкбеҙ, - Путин был турала артабан фекерләй алма ны: уны "дача амнистияһы" темаһына һорау көтә ине.
       Пенсионер ҡатын үҙенең участкаһын теркәү эштәре менән бик
       оҙаҡ шөғөлләнгән, һөҙөмтәлә һигеҙ мең һум аҡсаһын бөтөргән танышы тураһында хәтеренә төшөрҙө.
       - Һеҙ "дача амнистияһы" менән килешәһегеҙме - тип һораны ул.
       - Ул кәрәк ине. Рәсәйҙә 37,8 миллион участка бар, уларҙың өстән бер өлөшө элекке ҡануниәт буйынса теркәлгән, тағы
       миллионы - бөтөнләй теркәлмәгән. Был, аңлауығыҙса, хужаларғ а улар менән тейешенсә файҙаланырға ҡамасаулай.
       Президенттың яуабында рәсәйлеләр үҙ ваҡытында Үҙәктә ҡуйылған ике бурысты ишетте. Системалағы бюрократлыҡ күренешен бөтөрөү һәм граждандарҙың дачаларҙы теркәүгә
       киткән ваҡытын кәметеү. Пенсионер ҡатындың сырайын күргәс, "Күрәһең, тәүгеһе лә, икенсеһе лә барып сыҡмағандыр...", - т ип ҡуйҙы Президент. Һәм шунда уҡ аңлатма бирергә тотондо: беренсе сиратта власть инициативалары беҙҙең сығымдарҙы кәметеүгә ҡағыла, тине ул. Һәм урындағы кимәлдә закон сығарыусылар хаҡ күрһәткестәрен түбәнге сиккә тиклем кәметергә хаҡлы. Әгәр ҙә крайҙа бюрократия көслө икән, Теркә ү бюроһына, унда кире ҡаҡһалар - судҡа барығыҙ, тип кәңәш би рҙе Путин, һәм, ваҡыт етмәүенә зарланып, "барыһы ла асыҡ яҙы лған закон менән ентекле танышырға" саҡырҙы.
       Аяныслы сентябрь ваҡиғаларынан һуң бөтә илгә яңғыраған Кондопога. "Беҙҙең ҡалала кешеләр һәләк булды... Урындағы власть беҙҙе яҡлай алмай. Кәрәкме ул беҙгә" "Билдәле, кәрәкмәй", - тип ярайһы уҡ киҫкен яуап бирҙе бөтә Рәсәй респонденты һәм Мәскәүҙә күптән хеҙмәт һәм миграция өлкәһендә тәртип булдырырға уйлауҙары тураһында белдерҙе. "Ноябрь уртаһына тиклем хөкүмәт миңә быға бәйле саралар комплексын тәҡдим итәсәк", - тип ул эш пландары менән уртаҡлашты һәм урындағы лидерҙар өсөн тауыш биргәндә,
       кандидатураларға тәнҡит күҙлегенән дә ҡарарға саҡырҙы.
       Баҙарҙарҙа ҡасан тәртип буласаҡ - Тиҙҙән, был йүнәлештә эшләйбеҙ. Урман кодексы әле ҡабул ителмәгән, уны шәхси ҡулдарға тупшырасаҡһығыҙмы - Был урман хужалығының артабанғы үҫеше өсөн иң радикаль һәм һөҙөмтәле сара, әммә: мин бындай законға ҡул ҡуймаясаҡмын! Ҡасан МРОТ йәшәү
       минимумынан түбәнерәк булыр икән - Уның күләме күп кенә социаль түләүҙәргә бәйле. Мәсьәләне эш биреүселәр һәм профсоюздарҙың бәйләнеше һөҙөмтәһендә генә хәл итергә мөмкин. Ҡасанға тиклем ауыл уҡытыусылары тарих һәм
       физкультура дәрестәрен, ә докторҙар - дауалау һәм фельдшерлыҡты берләштерер Һөйләшеү "Мәғариф" һәм "Һаулыҡ һаҡлау" проекттарына, артабан "Торлаҡ" һәм "Ауылдың 2010 йылға тиклем үҫеше" темаларына күсте - был турала
       "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары "тура бәйләнешһеҙ" ҙә белә. Алданған "дольщиктар" һаны арта бара. Ни өсөн власть төҙөлөш
       пирамидаларына юл ҡуя һәм беҙ ҡасан үҙ фатирҙарыбыҙға хужа булырбыҙ - Улар артмай, кәмей бара. Проблема 90 - йыл урталарынан, намыҫһыҙ кешеләрҙең ҡануниәттәге етешһеҙлектәр менән файҙаланыу ваҡытынан алып дауам итә. Беҙҙә хәҙер 300 а йырым иғтибар нөктәһе бар. Эшләйбеҙ. Яңылыҡтарҙы ҡарауы ҡурҡыныс - заказ буйынса үлтереүҙәр... Властар ҡайҙа ҡарай һ әм артабан нисек йәшәйәсәкбеҙ - Бындай енәйәт һандары кәмей ,
       тик улар йәмғиәттә ҙур яңғыраш ала. Һәм был яҡшы - беҙ бер нимәгә лә битараф ҡалырға тейеш түгел. Дәүләттең бурысы һәләк булыусы кем булыуына ҡарамаҫтан - банкирмы ул,
       журналистмы, тикшереү эшен аҙағынаса алып барып еткереү.
       Әгәр мин игеҙ бала тапһам, әсәлек капиталы аласаҡмынмы - Әлбиттә. Закон буйынса, икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн 2010 йылдан башлап 250 мең һум тейеш. Һәм, ниһәйәт:
       - Барыбыҙға ла 2008 йылдан һуң һеҙҙең Президент посынан
       китеүегеҙ мәғлүм... Беҙҙең менән һәм ил менән нимә булыр!!
       - Минең яуабым - барыһы ла яҡшы буласаҡ. Иманым камил. Рәсәй иҡтисадтың тотороҡло үҫеш юлынан бара. Әгәр артабан да
       ошо юлдан барыуыбыҙҙы дауам итһәк, шулай уҡ өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһен хәл итһәк - байҙарҙың һәм
       мохтаждарҙың килеме араһындағы дисбалансты бөтөрһәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Был мәсьәлә әлеге ваҡытта хәл ителә,
       һәм беҙ уны артабан да хәл итеү өҫтөндә эшләргә тейеш, - ти п тамамланы һүҙен Владимир Владимирович. Һәм эфир барышындағы тәүге пауза ваҡытында былай тип өҫтәне:
       - Эшем миңә бик оҡшауына ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы
       Конституцияһы өсөнсө срокка сығырға рөхсәт итмәй. Мин сәйәсәт менән шөғөлләнеүсе кеше өсөн кәрәкле төп нимәгә - һеҙҙең ышанысығыҙға эйә. Һәм, уны файҙаланып, беҙ артабан да
       Рәсәйҙә буласаҡ ваҡиғаларға йоғонто яһай аласаҡбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал