6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Стеналар ярҙам итмәне
25.10.06


       Өфөлә ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Турнир хужалары миҙалһыҙ ҡалманы, әммә яҡташтарын сағыу еңеүҙәр менән ҡыуандыра ла алманы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан йыйылма командаһы активында өлкәндәр араһында бер еңеү ҙә булманы. Туған йорттоң стеналары ярҙам итмәне, тип әйтергә була. Өлкәндәр араһында боулдеринг буйынса бронза миҙалға
       ҡаяға үрмәләү аҡһаҡалы Салауат Рәхмәтов лайыҡ булды. Йәштәрҙең ҡаҙаныштары яҡшыраҡ - алтын миҙал Эдуард
       Исмәғилевҡа (Мәләүез) эләкте, Александр Степанов (Өфө) көмөшкә лайыҡ булды. Һуңғыһы күп төрлө ярышта дүртенсе урын яуланы.
       Турнир буйынса фекер йөрөткәндә, Рәсәйҙә ҡаяға үрмәләү кимәле бик тиҙ үҫешә. Күптән түгел генә еңеүселәр конкуренцияға сыҙамай сигенергә мәжбүр була. Мускулдарҙың бөтә төркөмдәрен дә тип әйтерлек үҫтереүсе был спорт төрө
       менән мауығыусылар һаны артҡандан арта бара. Был юлы Рәсәй чемпионатында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 200 - ҙән ашыу спортсы сығыш яһаны.
       "Ауырлыҡ" дисциплинаһында сығыш яһауы уйын түгеллеген аңлайһығыҙҙыр. Наградалар отоу һәм еңеүе тағы ла ҡыйыныраҡ.
       Был төрҙә Рәсәй чемпионы исемен 19 йәшлек Иван Кауров (Санкт - Птербург), ҡатын - ҡыҙҙар араһында - 21 йәшлек Екатерина Королькова (Краснояр крайы) алды. Финалда Кауров "23, 2" билдәһенә тиклем күтәрелеп, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте . Көмөш призер - Александр Шоприн, бронза - Михаил Черниковт а. Улар икеһе лә Воронеж өлкәһенән.
       Ярыштың хужалары араһында "ауырлыҡ" буйынса иң яҡшы һөҙөмтәне Салауат Рәхмәтов күрһәтте. Ул - һигеҙенсе урында.
       Юниорҙар араһында беҙҙе миҙал менән өфөлө Александр
       Степанов ҡына ҡыуандыра алды. Ул Виктор Козловҡа (Краснояр крайы) биреште.
       Сәләмәтлегенә бәйле проблемалар беҙҙең суперчемпион
       Евгений Вайцеховскийға "тиҙлектә" ҡатнашырға мөмкинселек бирмәне. Бөгөнгө иң йылдам үрмәксе - кешеләрҙең өсәүһе түбәндәгеләр: Рәсәй чемпионы - Валерий Воробьев (Мәскәү), икенсе урында - Дмитрий Шәрәфетдинов (Свердлов өлкәһе), өсөнсө - Сергей Синицын (Свердлов өлкәһе).
       Ҡатын - ҡыҙҙар араһында көслө спортсы Анна Саулевич (Екатеринбург) Ольга Евстигнееваға (Краснояр крайы) биреште.
       Бронза миҙалды Валентина Юрина (Свердлов өлкәһе) яуланы.
       Рәсәй чемпионаты боулдеринг буйынса финал ярыштары менән тамамланды. Өфөлөләрҙе ҡыуандырып, Салуаат Рәхмәтов бронза миҙалға эйә булды. Еңеүсе - Михаил Пекарев (Мәскәү), көмөш призер - Дмитрий Шәрәфетдинов.
       Ҡатын - ҡыҙҙар араһында беренсе урын Юлия Абрамчукта
       (Санкт - Петербург), икенсе - Ксения Алексеева (Силәбе өлкә һе), өсөнсө - Татьяна Тарасова (Һамар өлкәһе).
       Команда ярыштарында Башҡортостан Краснояр крайы, Свердлов өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт - Петербургтан һуң бишенсе
       урын ғына яулай алды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал