6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Сабыйҙарға иғтибар булырмы
25.10.06


       Мәктәп - өлкән тормошҡа трамплин булһа, балалар баҡсаһын ошо
       трамплинға күтәрелеү өсөн баҫҡыс, тип атарға мөмкиндер. Балалар барыһы ла мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөмәй бит, тип минең менән ризалашмаусылар ҙа булыр, моғайын. Килешәм. Шулай ҙа өйҙә тәрбиә алыусы сабыйҙар һаны күп түгел. Мин үҙем иһә балалар баҡсаһы "яҡлы". Хәйер, минең балалар баҡсаһы хаҡындағы иҫтәлектәрем араһында күңелһеҙҙәре лә
       бар. Улар араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яһалма педагог менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫ, бындай кеше миңә бер тапҡыр ғына тап булды. Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәрбиәсегеҙҙе иҫләйһегеҙме
       Беҙ мәктәп һәм мәктәп уҡытыусыһы тураһында йыш һөйләйбеҙ.
       Һәм был дөрөҫ тә. Һуңғы ике - өс йыл эсендә мәктәп тикшереү өсөн тема булыуҙан тыш, ҡәтғи реформалар өсөн нигеҙ ролен дә
       үтәй.
       Балаларҙы мәктәпкә кем әҙерләй Әлбиттә, балалар баҡсаһы.
       Сөнки элеккесә бер ата - әсә лә балаға балалар коллективынд а аралашыу процесында мөһим булған күнекмәләрҙе һәм белемде ту лы күләмдә бирә алмай. Кәрәкле интеллект запасын механик рәүештә туплау ҙа проблеманы хәл итмәй.
       Кемдәр ул, бөгөнгө тәрбиәселәр Улар нисек йәшәй, нисек тәрбиәләй, кемде үҫтерә Проблемалары һәм ҡаҙаныштары бармы Йәмғиәт өсөн бик кәрәкле был һөнәр эйәләренә иғтибар биреп еткерелмәй, ә кешенең аҡылы ла, йөрәге лә, күңеле лә балалар баҡсаһында формалаша башлауын онотабыҙ, күрәһең. Юҡҡа ғына бөйөк шәхестәр балаларҙы тәрбиәләү тураһында китаптарҙан тыш, тотош программа төҙөү өҫтөндә эшләмәгән
       шул. Ясная Поляналағы Лев Толстойҙы ғына алайыҡ...
       Һигеҙ йыл элек миңә лә бәләкәй балалар менән эшләргә тура килде. Шуға күрә сағыштыра алам. Эйе, эш хаҡы ул ваҡытта ла юғары түгел ине. Тәрбиәсе, уртаса алғанда, ике - өс мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ата - әсәләр шунда уҡ "ярты көн өсөн" тип өҫтәп ҡуясаҡ. Ысынлап та, тәрбиәсенең эш көнө иртәнге сәғәт етелә башлана, төшкө аш тирәһенә беренсе смена тамамлана. Әммә ошо бер нисә сәғәтте өҙлөкһөҙ нервылар көсөргәнешендә ү ткәреп ҡарағыҙ әле: һеҙ 20 - нән ашыу сабый бала өсөн яуаплы ! Уларҙың һаулығы һәм ғүмере һеҙҙең ҡулда. Ә уларҙың һәр береһенә тағы ла көн һайын рухи аҙыҡ та бирергә кәрәк... Юҡ, яҡшы белгестәр түбән эш хаҡы түләнгән балалар баҡсаһына бармай. Мөмкинселектәре булғандар ғына был һөнәр менән күңеленә ятҡан өсөн шөғөлләнә ала, мәҫәлән, минең әхирәтем педагогия вузын бөткәндән һуң балалар баҡсаһына барҙы һәм шунда тороп та ҡалды, әммә бары тик тормош иптәшенең яҡшы эш хаҡы алыуы ғына уға был мөмкинселекте бирҙе. Юҡһа үҙ балаларыңдың тамағын нисек итеп туйҙыраһың Һәм һөҙөмтәлә
       йыш ҡына тәрбиәсе булып осраҡлы кешеләр урынлаша. Был ҡурҡыныс түгелме ни Бына, мәҫәлән, икенсе бер танышым менән булған хәл: уның дүрт йәшлек балаһы баҡсанан шаңҡыған хәлдә ҡайта. Баҡһаң, "тәрбиәсе апай" балаларҙың тыуған яҡ тураһындағы белемен арттырыу теләге менән Салауат Юлаевты нисек итеп язалауҙары һәм үлтереүҙәре хаҡында ентекләп һөйләп биргән икән! Ҡырҡылған танау һәм ҡолаҡтар тураһындағы
       мәғлүмәт был кистә балаға нормаль итеп ашарға ла, йоҡларға ла мөмкинселек бирмәй. "Әсәй, ҡаны күп аҡҡандыр инде, ибет"
       - тигән һорауы менән бала танышымды бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалдыра.
       Мәктәпкәсә белем биреү һәр урында ла ошондай кимәлдә, тип
       әйтергә теләмәйем. Күп тәрбиәселәр үҙ - үҙҙәрен аямайынса сабыйҙарҙы мәктәпкә һәм артабанғы тормошҡа әҙерләүен дауам и тә. Әммә ниндәй хаҡ менән "Негатив күренештәр һәр урында ла булыуы мөмкин" тигән фраза менән генә ҡотолоп ҡалып
       булмай - һигеҙ йыл элек булған тәрбиә менән сағыштырғанда л а айырма бик ныҡ күҙгә ташлана. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенә юғары дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бирергә ваҡыт еткәндер, тип уйлайым.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал