6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Рәсәй шәхси эшҡыуарлыҡҡа юл тотамы
27.01.04


       Рәсәй министрлыҡтары һәм ведомстволарының 2004 йылға эш п ландары Рәсәй иҡтисадының киләсәге шәхси эшҡыуарлыҡ үҫешендә лер тигән уйҙар тыуҙыра. Һәр хәлдә Рәсәй министрлыҡтарының к үбеһе 2004 йылда ошо тәңгәлдә етди эш алып барырға ниәтләй.
       Рәсәй Финанс министрлығы үҙенең төп бурысын Рәсәйҙең инве стиция йәлеп итеү һәләтен арттырыуҙа күрә. РФ Финанс министр ы Алексей Кудрин әйтеүенсә, тап ошо йүнәлеш Рәсәй иҡтисадын юлға һалырға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, 2003 йылда тура сит
       ил инвестициялары күләме дүрт миллиард доллар тәшкил иткән.
       Эскеләре - 57 миллиард долларҙан ашыу. Был үҙе үк Рәсәйҙә и лдең иҡтисадын эшләтерлек капитал барлығын иҫбатлай. Шуға кү рә быйыл министрлыҡ пландарында сит ил инвестициялары күләме н 6,5 миллиардҡа тиклем, эскеләрен - 68 миллиард долларҡа ти клем арттырыу тора.
       Бынан тыш Алексей Кудрин иҡтисадта дәүләттең ролен артаба н да кәметеү мотлаҡ тип белдерҙе. Бөгөн Рәсәй иҡтисадының яр тыһынан күберәге дәүләт контроле аҫтында тора. Тимәк, Рәсәй ҡаҙнаһын тулыландырыу менән бер рәттән дәүләт милкен хосусил аштырыу процесын да дауам итергә кәрәк.
       Әйтелгән процестан илдең ҡаҙнаһын 40 миллиард һумға ар ттырырға планлаштырған РФ Милек мөнәсәбәттәре министрлығы ла
       үҙ алдына ошо уҡ бурысты ҡуя. Хуп, әлбиттә, әгәр яҡшы маҡса тҡа йүнәлтелһә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә килемле эшләп тә ш әхси ҡулдарға эләгеп юҡҡа сыҡҡан предприятиелар ҙа етерлек ш ул. Әйткәндәй, был миҫалдар тарих төпкөлөнән түгел, ә бөгөнг ө көндән алынған.
       Ғөмүмән алғанда, РФ Хөкүмәте кәйефенә ҡарағанда шәхси эшҡ ыуарлыҡтың көнкүреше яҡшырырға оҡшай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағы ҙ, 2003 йылда өс йыл дауамында бәләкәй предприятиены тикшер еүгә мораторий индереү, юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙ арҙы теркәү һәм иҫәпкә ҡуйыу процедураларын камиллаштырыу ту раһында закон проекты ҡабул ителде. 2004 йылда шәхси эшҡыуар лыҡ субъекттарын яҡлаусы яңы Концепция булдырыласаҡ. Былар б арыһы ла бер нисә йылдан Рәсәй иҡтисадының шәхси эшҡыуарлыҡҡ а йүнәлтеләсәге тураһында һөйләй. Теория ла быны яҡлай. Мәҫә лән, үҫешкән илдәрҙә шәхси эшҡыуарлыҡ өлөшө дәүләт иҡтисадын да ҙур урын биләй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал