6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Балалар йортонда тәрбиәләнгән яҙыусы
25.10.06


       Совет власының тәүге йылдарында әҙәбиәткә ингән мари яҙыусыларының береһе, күренекле шағир, прозаик һәм ғалим Яныш Ялкайн тураһында иҫкә төшөрөргә лә форсат тыуҙы. Бөгөн уның тыуыуына теүәл йөҙ йыл тула ( 1906 йылдың 25 октябре - 1943 йылдың 23 майы).
       Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ун дүрт йәшлек үҫмер сағында
       ул "Маяҡ" гәзитендә үҙенең тәүге шиғырын баҫтырып сығара. Дәүләт элекке урам малайына белем алырға ярҙам итә. Ялкайн Мәскәү университетын тамамлай, ғалим - этнограф була. СССР -
       ҙың Фәндәр академияһы үткәргән экспедициялар эшендә ҡатнаша. Әммә Ялкайн яҙыусы булараҡ ҙурыраҡ билдәлелек яулай. Уның әҙәби мираҫы бик бай. Университетты тамамлағас,
       1933 йылдан 1937 йылға тиклем, Ялкайн ун ике шиғырҙар,
       хикәйәләр, повестар һәм әҙәби мәҡәләләр китабын сығара.
       Ялкайндың шиғриәте форма оҫталығы һәм бай йөкмәткеһе
       менән айырылып тора. Ул Мәскәү ҡалаһы, метро төҙөүселәр тураһында яҙа. Ялкайндың поэзияһы ихлас һәм хисле. Оло һөйөү
       менән ул Ағиҙел һәм Кама йылғаларын, Башҡортостанды һүрәтләй.
       Ялкайн бер нисә тапҡыр Горький менән осраша, хат алыша. У ға мари фольклорын байлығы хаҡында һөйләй һәм яҙыусының кәңәше буйынса мари халыҡ йырҙары йыйынтығын әҙерләүгә тотона, ул 1935 йылда Мәскәүҙә баҫылып сыға.
       1933 йылдың авгусында Горькийҙың Ялкайнға яҙған хатында совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусының Ялкайн менән СССР халыҡтарының әҙәби ижады йыйынтығын сығарыу буйынса
       кәңәшләшеүе күренә. Һуңынан Голький уйлағанын аҙағына алып барып еткерә: уның инициативаһы буйынса "Дружба народов СССР" альманахы баҫыла башлай.
       Тиҙҙән Мәскәүҙә Горькийҙың бер томлыҡ хикәйәләре мари телендә баҫылып сыға, уларҙы Ялкайн тәржемә итә.
       Алексей Максимович ижады йоғонтоһонда Ялкайн граждандар һ уғышы уты аҫтында үҫкән быуындың бала сағы һәм йәшлеге хаҡында автобиографик трилогияһын яҙа.
       Яныш Ялкайн Башҡортостандың Мишкә районында Сурай ауылында тыуып үҫә. 1937 йылда репрессияға эләгә. Үлгәндән һуң ғына реабилитациялана. Тыуған ауылы Сурайҙа 1966 йылда уға һәйкәл асыла. Йошкар - Ола оҫталары уның һынын мәрмәрҙән
       эшләй. Ауылда Яныш Ялкайндың музейы ла бар. Унда 4,5
       меңдән ашыу экспонат, нигеҙҙә, китаптар, ҡулъяҙмалар, фотографиялар һаҡлана.
       - Балалар уға ынтыла ине, - тип һөйләй Октябрь ауылынан Зинаида Мырҙашева. - Үҙе лә уларҙы бик ныҡ яратты. Ялкайн ауылға килһә, бөтә ваҡытын балалар менән үткәрә ине.
       Музей экспонаттары Ялкайндың Афзал Таһиров менән дуҫ булыуы тураһында һөйләй. Мәскәүҙә уҡыған ваҡытында ул Муса Й әлил менән осраша, шағир, актер Йыван Кырлю менән яҡшы таныш була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал