6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Үҙенә лә юҡ, кешегә лә бирмәй
25.10.06


       Ҡара һин уны, Өфө - лидерҙар араһында. Өҫтәүенә мөғжизәләрен дә көттөрмәй! Дебютта беҙҙең команда көслө СКА - нан ике гол ҡабул итте, ә һуңынан 4 : 2 иҫәбе менән ышаныс лы еңеүгә өлгәште - был "Салауат Юлаев" командаһы өсөн дә, көйәрмәндәр өсөн дә ысын байрамға тиң. Сергей Михалев яҡшы е геттәрҙе йыйған: береһе индермәһә, икенсеһе индерә.
       "МЕЗИН - ҠАЯ!!!". Өфөлә үткән матчта көйәрмәндәр ошондай плакатты бер тапҡыр ғына күтәреү мөмкинселегенә эйә булды. Ҡалған осрашыуҙарҙа иһә был яҙыу бер ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәне: Санек Рязанцев һәм Шурик Дроздецкий "ҡаяның" көсһөҙөрәк урынын шәйләй алды һәм "юлаевсыларҙың" ҡапҡаһына бер - бер артлы бик үк ҡатмарлы булмаған ике гол индерҙе.
       Форвардтар ҙа, үҙ сиратында, ситтә ҡалманы. Әле тәнәфескә тиклем үк күпселектә Игорь Волков беренсе голын индерҙе. Икенсе периодта шул уҡ Волков өҫтөнлөктө файҙалана алды
       - 2 : 2.
       Артабан - күберәк. Денис Метлюк штрафсылар эскәмйәһенән йүгереп тә сыҡты, шунда уҡ һөжүмгә ҡушылды һәм миҙгелдә үҙенең тәүге шайбаһын индерҙе. Һәм, ниһәйәт, Кольцов үҙ оҫталығын күрһәтте - 4 : 2.
       "Салауат Юлаев" "Тракторҙан" еңелгән осорҙан башлап бирешкәне юҡ - һәм бына өфөлөләр дүртенсе урынға ла күтәрелде.
       Матчтан һуң "СКА" хоккей клубының баш тренеры күп һөйләрг ә теләк белдермәне:
       - Бөгөн уйын яҡшы булды. Хужалар лайыҡлы рәүештә еңеүгә өлгәште, сөнки оборонала артыҡ күп хаталанманылар, һөжүмдә лә күберәк гол индерҙеләр. Тамашасылар өсөн уйын ҡыҙыҡлы
       булғандыр, тип уйлайым.
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры:
       - Уйын тәүге минуттарҙан башлап беҙҙе көсөргәнештә тотто. Тәүге сменала уҡ беренсе составтың гол индереүе килешкән эш түгел. 0 : 2 иҫәбендә ҡапҡасыны алмаштырырға тура килде.
       Ҡаршы уйнаусы команданы ҡыуып етеү генә түгел, үтеп китеүебеҙ бик һәйбәт. Ихтыяр көсө күрһәтеүҙәре, үҙ
       проблемаларын еңеүҙәре өсөн егеттәргә рәхмәт. Уйын бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды.
       - Борис Петрович, Рәсәй йыйылма командаһында ҡапҡа һаҡсыларына бәйле проблема булыуы билдәле. Тарасов беҙҙең командаға тап килә алыр инеме
       - Был һорау миңә түгел.
       - Сергей Михайлович, "Салауат Юлаевтан" кемде йәштәр командаһына һәм беренсе йыйылма командаға тәҡдим итәсәкһегеҙ
       - Йәштәр йыйылма командаһына Логинов һәм Кучерявенконы, беренсегә - Кутейкин һәм Антиповты тәҡдим итәсәкмен.
       Туҡтағыҙ! Иғтибар! Әйтелгән кандидаттар - лайыҡлы егеттәр ( айырыуса һуңғыһы), әммә шулай ҙа исемлек тулы түгел, минеңсә. Команданың иң яҡшы бомбардиры булып һаналған Сидякин ҡайҙа Уның мәрәйҙәре Антиповҡа ҡарағанда ла күберәк бит. Андрюха ҡарт түгел әле, буғай, ә Рәсәй командаһ ы уйнағанда өйҙә ултырырға мәжбүр.
       Ә йыйылма команда өсөн мөмкин булмағанды ла эшләргә әҙер Волков ҡайҙа Ҡапҡа һаҡлау оҫтаһы Тарасов Зюзин менән Зачупейко йәштәр командаһы өсөн яҡшы сығыш яһаны, ә хәҙер
       улар клубта ла, йыйылма команда составында сығыш яһамаясаҡ.
       Сидякин урынында булһам, мин үпкәләр инем...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал