6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Энергетика стратегияһы Өфөлә тормошҡа ашырыла
25.10.06


       2003 йылда Рәсәй Хөкүмәте комплекс үҫешенең стратегияһын билдәләргә тейешле "Рәсәйҙең 2020 йылға тиклемге энергетика стратегияһы" документын раҫланы.
       Энергетика үҙенең башҡа тармаҡтарҙың ҡатнашлығынан тыш үҫешә һәм эшләй алмауы менән үҙенсәлекле. Дөрөҫөрәге - энергетика һәм уның хәл - торошо, күпселек осраҡта, тотош Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн этәргес көс булып тора.
       Рәсәй донъялағы газ запастарының өстән бер, нефттең ундан бер һәм күмерҙең биштән бер өлөшөнә эйә. Һис һүҙһеҙ, был ресурстарҙың бер өлөшө экспортҡа оҙатыла. Әммә илебеҙ иҡтисадының үҫеше өсөн дә энергетиканың роле бик мөһим. Яғыулыҡ - энергетика комплексы иҡтисадтың нигеҙе булып ҡалыуын дауам итә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: эске тулайым продукттың 20 проценттан күберәге, федераль бюджет килемдәренең 20 проценттан ашыуы, индерелгән валютаның 55 процент тирәһе, сәнәғәт производствоһы күләменең дүрттән бере уның өлөшөнә тура килә.
       Һуңғы тиҫтә йылда ТЭК яғыулыҡ табыу һәм эшкәртеү күләмдәрен арттырыуға өлгәште. Әммә яғыулыҡ - энергетика комплексының һан һәм сифат күрһәткестәре күҙаллағандан түбәнерәк булды. Тармаҡҡа инвестициялар етерлек кимәлдә йәлеп ителмәй. ТЭК тирә - яҡ мөхитте бысратыу сығанаҡтарының
       береһе булып ҡалыуын дауам итә.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә асылған алтынсы Рәсәй энергетика форумында ошо һәм башҡа һорауҙар тикшереләсәк. Форум һәм уны ң сиктәрендә үтәсәк экспозияциялар "Башҡортостан" күргәҙмәләр комплексында урынлашҡан. Уны ойоштороусылар - РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, Энергетика буйынса федераль агентлыҡ, БР Фәндәр академияһы, "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
       "Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты" дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе Әсғәт Ғүмәров форумды а сыу ваҡытында билдәләүенсә, Өфө юҡҡа ғына Рәсәйҙең "энергетик" фән һәм бизнес вәкилдәренең осрашыу урыны итеп һ айланмаған. Башҡортостанды тармаҡ эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләре лә тупланған майҙан тип һанарға мөмкин.
       Сара сиктәрендә иң көнүҙәк темаларға арналған ун конференция һәм семинар үтәсәк. Бөгөн, 25 октябрҙә, белгестә р "Электроаппарат" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Курск) элек тр селтәрҙәрен һаҡлаусы түбән вольтлы аппараттарының үҙенсәлектәрен һәм "Механитроника" (Санкт - Петербург) предприятиеһының яңы ҡоролмаларын тикшерәсәк.
       Форумдың эше 27 октябргә тиклем дауам итәсәк. Һәм, һис шикһеҙ, белгестәр өсөн уның фәнни - эшлекле өлөшө генә түгел , экспозициялары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.
       Сарала Рәсәйҙең 27 төбәгенән, шулай уҡ Франция, Финляндия  һәм Венгриянан килгән 160 ҡатнашыусы үҙенең стендын тәҡдим
       итә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал