6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Тармаҡты юғалтырға ярамай
25.10.06


       Һеҙ модалағы, әммә бик үк ҡыйбат булмаған кейем артынан баҙарға килдегеҙ икән ти. Ҡайҙа етештерелгән әйберҙе алырға
       уйлайһығыҙ. Дөрөҫ, күҙегеҙ Ҡытайҙан килтерелгән кейемгә төшөр, моғайын. Балаға сағыу, ләки арзанлы уйынсыҡ алырға
       теләйһегеҙ Дөрөҫ, был осраҡта ла ҡытай етештереүселәре еңеп сығасаҡ. Хәҙер аяҡ кейеменә күсәйек. Бик арзан, ә ҡарап тороуға хатта матур! Кемдеке ул Дөрөҫ, Ҡытайҙа етештерелгән . Ҡытай продукцияһы бөгөн Рәсәй баҙарын баҫып алды, тип әйтергә була. Вьетнам һәм Төркиә етештереүселәре уларға конкурентлыҡ булдырырға тырыша, тик, белгестәр билдәләүенсә,
       халыҡ һаны буйынса донъяла иң ҙур ил менән ярышыу файҙаһыҙ,
       сөнки Ҡытай эшселәре бик түбән күләмдә эш хаҡы ала.
       Шулай итеп, беренсе тезис - Рәсәй баҙары сит ил сәнәғәтен ең (ҡытай, вьетнам, төрөк) арзанлы тауарҙары менән тулған.. .
       Икенсе тезис - уларҙың барыһы ла сифат стандарттарына яуа п бирмәй. Сағыу уйынсыҡтарҙа һәм арзанлы аяҡ кейемдәрендә ағыулы матдәләр табылған, кейем тегелгән материал да сифатлы
       булыуҙан алыҫ.
       Өсөнсө тезис - бөтә етештереүселәр һәм һатыусылар ҙа Рәсәйгә тауар индереүҙең легаль ысулдары менән файҙаланмай. Йыш ҡына беҙгә "күләгәләге" импорт килтерелә. Коммерсанттар тауарҙы һалым түләмәйенсә индереү хәстәрен күрә. Ә ҡайһы берәүҙәре Рәсәй территорияһында бөтөнләй легаль булмаған производство аса.
       Һығымта - был күренешкә ҡаршы көрәшергә кәрәк! Милли хәүефһеҙлек ҡурҡыныс аҫтында. Һәм был ябай һүҙҙәр түгел, ә ысынбарлыҡ. Илебеҙ етештереүселәре сит илдекеләр менән бәхәс ҡора алмай, сөнки еңеләсәге билдәле - Рәсәйҙең еңел сәнәғәте бөгөн бик ауыр хәлдә. Өҫтәүенә, "күләгәләге" импорт арҡаһында түләнмәгән һалым сифатында ул йөҙәр миллион һумын юғалта.
       Илебеҙҙә еңел сәнәғәтте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе дәүләт кимәлендә лә борсолоу уята. Ошо сәбәпле Рәсәйҙә федераль башҡарма власть органдарының РФ территорияһына сит илдәрҙең еңел сәнәғәт тауарҙарын индереү һәм һатыу эшмәкәрлеген көйләүсе Ведомство - ара эшсе төркөм төҙөлдө.
       Төркөмдөң эшмәкәрлеге контрафакт һәм фальсификацияланған продукцияға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Айырыуса ведомстволар һ әм төбәктәрҙең тарҡаулығына сик ҡуйыу мөһим. Уртаҡ көйләнгән һәм маҡсатҡа ирешеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек кенә ыңғай һөҙөмтәләргә килтереүгә һәләтле.
       Башҡарылған эштәрҙең төп маҡсаты - еңел сәнәғәт продукцияһының үтә күренмәле, цивилизациялы баҙарын булдырыу. Тауар Рәсәй һәм сит ил етештереүселәренән бары тик  контракттар һәм килешеүҙәр буйынса ғына индерелергә тейеш. Дәүләт был ситуацияны контролдә тоторға бурыслы.
       Башҡарма властың федераль һәм төбәк органдарына "күләгәләге" иҡтисадҡа ҡаршы көрәштә берләшеү, уларҙы финанслау каналдарын асыҡлау, фашлау һәм легаль булмаған бизнесты ҡулланыусылар баҙарына яҡын ебәрмәү мөһим. Шул ваҡытта ғына иҡтисадтың "күләгәләге" тармағын бөтөрөргә мөмкин буласаҡ.
       Башҡортостанда шулай уҡ Ведомство - ара эш төркөмө булдырылды. Уның составына БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт
       министрлығы, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа
       министрлығы, Башҡортостан таможняһы, БР Эске эштәр
       министрлығы, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, "БР Дәүләт санитар - эпидемиологик күҙәтеү үҙәге", "Башҡортостандың сертификатлаштырыу һәм экспертиза" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Роспотребнадзор вәкилдәре һәм башҡалар инә.
       Эшсе төркөмдөң секретары - БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығының бүлек начальнигы Игорь Карепанов еңел сәнәғәт өлкәһендә килеп тыуған хәлгә бәйле борсолоуын белдерә.
       - Беҙгә үҙебеҙҙең еңел сәнәғәтте тергеҙергә кәрәк. Был тармаҡты юғалтырға ярамай! Әммә проблемалар етерлек. "Күләгәләге" импорт һәм контрафакт продукциянан тыш Рәсәй территорияһында легаль булмаған етештереүселәр ҙә бар. Күп кенә төбәктәрҙә йәшерен вьетнам цехтары эшләй, унда
       айырыуса һорау менән ҡулланылған кейем - футболкалар, спорт
       кейемдәре тегелә. Күптән инде үҙенең исеме һәм заказсыларын
       булдырған Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһы эргәһендә ярым легаль эшҡыуар барлыҡҡа килде. Ул фабрика маркаһы аҫтында эшләй, заказсыларҙы, эшселәрҙе үҙенә йәлеп итә, һәм, шул уҡ ваҡытта сифатһыҙ аяҡ кейемдәре тегә. Ә Өфө кизе - мамыҡ комбинатының ҡорамалдары, мәҫәлән, һүтелеп металлоломға тапшырылған.
       Быларҙың барыһын да тәртипкә һалырға ваҡыт, - тип дауам и тә Карепанов, - шуға күрә Ведомство - ара төркөм булдырҙыҡ т а инде. Эш планы әҙер, мәғлүмәт менән тәьмин итеү, БР территорияһында еңел сәнәғәт тауарҙарының законһыҙ әйләнешенә ҡағылышлы уртаҡ саралар, еңел сәнәғәт тауарҙарын һатыу урындарында контроль рейдтары үткәреү, документтар тикшереү һ. б. тураһында килешеүҙәр төҙөнөк. Был эштә төп ауырлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына төшәсәк, әлбиттә. Әммә эшмәкәрлектең уртаҡ һәм көйләнгән булыуы яҡшы. Әлеге ваҡытта саралар планы төркөм ағзаларына таратылған. Тәүге ултырышты үткәреү ноябрь айына планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал